Умартасылыҡ серҙәре/13-сө дәрес: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
10 юл:
 
==Билдәләре==
[[File:Essaim d'abeilles en vol (modifiée).jpg|left|300px]]
 
Күс айырыуға әҙерлек барыуын буласаҡ инә көбөләренең нигеҙен төҙөүҙәренән, инә ҡорттоң уларға йомортҡа һалыуынан белеп була. Ҡорттар унға тиклем һәм унан да күберәк инә көбөһө төҙөй. Кәрәҙ, яһалма балауыҙ төҙөлөшө туҡтала, ҡорттарҙың һут, һеркә өсөн осоуы кәмей. Эшсе ҡорттар башта ата ҡорт күҙәнәктәрен төҙөй, ғаиләлә ата (әре) ҡорттар үрсеме күбәйә. Инә ҡортто ашатыусы ҡорттар кәмей, ул иһә йомортҡа һалыуҙы аҙайта, еңеләйеп китә һәм осорға һәләтле була. Күс менән осоп сығыусы ҡарт инәләрҙең ауырлығы ҡайһы саҡта хатта йәш инәнең ауырлығынан да кәмерәк. Йомортҡа һалыуҙың аҙайыуы умартаның аҫтында һалынып, ҡайһы саҡта ян-яҡ стеналарында йомғаҡ рәүешендә ойошоп торған (йәй көнө күҙәтеп ҡарағыҙ) эшһеҙ ҡорттарҙың артыуына килтерә. Улар көс туплай һәм физиологик йәһәттән йәш ҡорттар булып ҡала. Тупланған көс (уны күс айырыу энергияһы тип атайҙар) яңы оя төҙөүгә йүнәлтелә.
Ҡорттарҙа ҡатмарлы күс айырыу инстинкты барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итеүсе сәбәптәр: