Умартасылыҡ серҙәре/15-се дәрес: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
26 юл:
* инә ҡорт бер ҡасан да кешене саҡмай, ләкин үҙенең тиңдәше — башҡа инә ҡорт — менән осрашҡанда, ул ярһып, үҙенең ҡаяуын эшкә ҡуша;
 
* әгәр ҙә умартасы ҡулдарын ентекләп мелисса үләне йәки лимон бөтнөгө япрағы менән ыуһа, ҡорт саҡмай, сөнки был үҫемлектәрҙең еҫен ҡорттар бик ныҡ ярата. Күс ябыр алдынан умартаның эсен шул үлән менән һөртөү һәйбәт ярҙам итер;
 
* умарталыҡтан алыҫ булмаған электр линиялары һәм юғары вольтлы сымдар бал ҡорттарының йәшәү ваҡытына, инә ҡорттарҙың һаҡланыуына һәм, ахыр сиктә, ҡорт күстәренең аҙыҡ биреүенә кире йоғонто яһай. Электр яланы тәьҫирендә ҡорттар шаҡтай асыулы булып китә.