Умартасылыҡ серҙәре/22-се дәрес: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Created page with "<small>''Рубриканы Рафиҡ Ноғоманов алып бара. Мәҡәләләр 2012 йылғы "Башҡортостан" гәзитендә баҫылған ..."
 
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
<small>''Рубриканы Рафиҡ Ноғоманов алып бара. Мәҡәләләр 2012 йылғы "Башҡортостан" гәзитендә баҫылған http://bashgazet.ru/''</small>
 
==Күстәрҙе тәрбиәләү==
Ояны йыш ҡарау ҡорттарҙы тынысһыҙландыра, уларҙың эшенә ҡамасаулай һәм күстең биологик ритмын боҙа. Юҡҡа-бушҡа уны тикшерергә ярамай. Бер ҡарағанда эштәр комплексын башҡарыу тәҡдим ителә. Мәҫәлән, яҙ күстә инә ҡорттар барлығы, аҙыҡ запасы тикшерелә, умартаның төбө таҙартыла, оя ҡыҫҡартыла һәм өҫтәп аҙыҡ — баллы рамдар йәки шәкәр шәрбәте бирелә. Умартаны асҡанға тиклем кәрәкле ҡоралдарҙы: күрек, сөрөк, умартасы ҡасауы, ҡанат йәки щетка, рамдарҙы, шул әйберҙәрҙе күсереп йөрөтөү өсөн йәшник әҙерләргә кәрәк. Тикшереү өсөн иң яҡшы ваҡыт — йылы ҡояш, елһеҙ көн үҙәге, температураның күләгәлә +12–14 градус булыуы хәйерле. Бындай көндә бик күп өлкән бал ҡорттары умартала булмай һәм эшләргә ҡамасауламай (өлкән ҡорттар саға), ә йәш ҡорттар артыҡ ҡуҙғып бармай. Ҡорттарҙы бал йыйыу булмаған, үтә ныҡ эҫе, ҡоро көндәрҙә мөмкин тиклем ҡарамаҫҡа кәрәк. Һауа торошо алмашынған саҡта, көслө ел иҫкәндә, көн һалҡынса, болотло, ямғырлы булып торғанда һәм күк күкрәү алдынан ҡорттар асыулы булыуға тартым, йышыраҡ сағыусан. Бал ҡорттарының ауырыуы, ҡоротҡостар килеү, умартаны йыш асыу, уға ҡағыу, һуғыу, шулай уҡ ҡорттарҙың ағыулы үҫемлектәргә (һаҙанаҡ, тилебәрән, бүре йүкәһе, аҡһырғаҡ һәм башҡалар) ҡуныуы уларҙың асыуын ҡабарта.