Умартасылыҡ серҙәре/4-се дәрес: версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
==Күс мәңге йәшәй ала==
[[File:Bee Swarm.JPG|left|200px]]
 
Умартасылыҡта биологик һәм хужалыҡ берәмеге булып айырым бер ҡорт түгел, ә бал ҡорто ғаиләһе иҫәпләнә. Ғаиләлә өс төрлө бал ҡорто була: инә ҡорт, эшсе ҡорттар һәм ата ҡорттар.
 
Күстә ҡорттар һаны, уларҙың йәш айырмалылығы, физиологик торошо даими һаҡланмай. Яҙ һәм йәй дауамында эшсе ҡорттарҙың бер нисә (уртаса 6-7) быуыны алмашына — ҡарт ҡорттар үлә, йәштәре сыға. Әгәр яҡшы шарттар тыуҙырһаң, бал ҡорттары күсе сикһеҙ оҙаҡ, ҡайһылары мәңге йәшәй һәм тереклек итә ала.
 
Бал ҡорттары күсенең тормошон, уның балауыҙ һуҙғандағы, кәрәҙ төҙөгәндәге, бал йыйғандағы берҙәмлеген, үҙ-ара ярҙамсыллығын, архитектура һәләтлеген философтар, дәүләт эшмәкәрҙәре, ҡала төҙөүселәр өйрәнгән. Спартаға нигеҙ һалыусы Ликург үҙе төҙөгән дәүләт системаһының өлгөһө итеп бал ҡорто күсенә хас булған идеаль тәртипте алған. Ул тәртип ниҙән ғибәрәт һуң? Әйҙәгеҙ, умарта эсендәге һәм тышындағы бал ҡорто күсенең һәр заты, уларҙың тормошо һәм эше менән танышайыҡ.
 
==Инә ҡорт==
1770

үҙгәртеү