Умартасылыҡ серҙәре/4-се дәрес: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
30 юл:
Бал ҡорто ғаиләһендә инә ҡапыл юғалһа йәки үлһә, ҡорттар йәш бала ҡорт араһынан үҫеп килгән бер-ике тәүлек йәшәгән ҡарышлауыҡты һайлап, шуларҙан яңы инә ҡорт көбө, һуңынан инә үҫтереп сығаралар.
Йәш инә ҡорт һауала бер нисә (алты-һигеҙ) ата ҡорт менән осрашып, аталана, шул аталаныу уға үҙ ғүмерендә йомортҡа һалырға етә. Яңы инә ҡортто йәш тәрбиәләүсе ҡорттар, йәғни ҡарап йөрөтөүселәр була, уларҙың һаны 10-12-гә етә. Инә ҡортто ашаталар, уға гел сифатлы һөт бирәләр, кәүҙәһен таҙарталар, “ялайҙар-һыйпайҙар”. Йәштәре үтеү менән, был “свита”ны икенсе йәш ҡорттар алыштыра.
Инә ҡорттоң ҡаяуы булһа ла, ул кешене саҡмай, уныҡаяуын ул икенсе инә менән һуғышҡанда ғына ҡуллана.
 
[[Category:Башҡортса]][[Category:Умартасылыҡ]]