Умартасылыҡ серҙәре/6-сы дәрес: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
 
Әре ҡорттар йәйгеһен, ҡорт айырған осорҙа, бер генә эш башҡара — инә ҡорттарҙы аталандыра, умарта эсендә ғаиләлә башҡа бер ниндәй ҙә эш башҡармай. Бал күпләп килһә, эшсе ҡорттар ата ҡорттарға иғтибар итмәй, улар йәй буйы бал ашап тик ята.
Тәбиғәттән бал килеү кәмеһә, эшсе ҡорттар уларҙы умартанан ҡыуа башлай. Бигерәк тә бал һуты йыйыу тамамланһа, эшсе ҡорттар уларҙы аяуһыҙ “туҡмай”, ҡанаттарын өҙгөләп, аяҡтарын ҡырҡып, кәүҙәләрен йәрәхәтләндереп, умартанан сығарып ташлай. Был күренеште йәй аҙағында, көҙ көндәрендә күҙәтергә мөмкин. Ундай әрәмтамаҡтарҙы ҡышҡылыҡҡа ҡалдырыу һис тә кәрәкмәй. Бына ниндәй фажиғә, ауыр яҙмыш көтә әре ҡорттарҙы. Бал ҡорттары йыл әйләнәһенә бер миллиграмм балды ла бушҡа ҡулланмай, шуға ла умарталағы аҙыҡты кәметмәү маҡсатында “әрәмтамаҡ” ҡорттарҡорттарҙы ҡыуылаҡыуып сығара ла инде. Был ҡорттар, ҡаяуы булмағанға күрә, үҙҙәрен бер нисек тә яҡлай алмай.
Инәһеҙ, көсһөҙ ғаиләләрҙә әре ҡорттар ҡыуылмай ҡала, шуға ла был күстәрҙә ата ҡорттарҙың ҡышлап сығыуы ихтимал. Әлбиттә, был хәл умартасыға ҡыуаныс түгел: һәйбәт ғаиләләрҙә ҡышҡылыҡҡа ата ҡорттар ҡалмай. Ҡыш үткәс, һәйбәт бал ҡорто ғаиләһе яңынан әре ҡорттар сығарып ала (май-июнь айҙары).
 
16 юл:
- Бал ҡорттары — үҙ ояларының һаҡсылары. Уғры ҡорттарҙан “рөхсәт ҡағыҙы” һорап тормайҙар, уларҙы шунда уҡ, теләһә ниндәй башҡа ғаилә ҡорттарын таныған һымаҡ, еҫенән беләләр. Һәр бал ҡорто ғаиләһенең үҙенең генә үҙенсәлекле еҫе була.
 
- Инә ҡорт ата (әре) ҡорттан барлығы бер генә тапҡыр аталана, уның орлоғон махсус урында һаҡлай һәм ,үҙенә ҡасан кәрәк, шул саҡта ғына, ҡорт күкәйҙәрен аталандырыу өсөн файҙалана.
 
- Инә ҡорт ҡарышлауығы биш көн йәшәү эсендә ҙурлыҡҡа 3 мең тапҡырға үҫә, ә эшсе ҡорт — 1,5 мең тапҡырға.