Умартасылыҡ серҙәре/7-се дәрес: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
7 юл:
Бал ҡортоноң башында биш күҙ урынлашҡан: икәүһе ҡатмарлы һәм өсәүһе ябай. Ябай күҙҙәре ярҙамында ул яҡын (1-2 см) аралыҡтағы әйберҙәрҙе танып белә, умартала, сәскәләрҙә эш иткәндә йүнәлеш ала, тип иҫәпләйҙәр. Улар таң атыуы, ҡараңғы төшөүе тураһында сигнал бирә. Ҡатмарлы күҙҙәре менән бал ҡорто алыҫта урынлашҡан әйберҙәрҙе айырып таный. Ябай күҙҙәр ҡатмарлы күҙҙәрҙең үҙ эшен камилыраҡ үтәүенә булышлыҡ итә. Ҡорттарға төҫлө күреү хас, улар аҡ, зәңгәр, күкһел йәшел, миләүшә төҫ, ҡарағусҡыл ҡыҙыл, һары төҫтәрҙе яҡшы айыра, шулай уҡ ҡояштың кеше күҙенә күренмәй торған ультрафиолет нурҙарын тоя. Ҡыҙыл һәм ҡара төҫтәрҙе айырмай, шулай уҡ күкһел йәшел төҫтө һоро төҫ тип ҡабул итә, “терегөмөш” төҫөн күкһел зәңгәр итеп күрә (мәк сәскәһе бал ҡорто өсөн ҡыҙыл түгел, ә “ультрафиолет” төҫтә, аҡ сәскәләр ҡорттарға төҫлө булып күренә, сөнки улар ҡояш яҡтылығынан ультрафиолет нурҙарын үткәрә).
 
Һиҙеү, тойоу ағзалары бал ҡорттарының мыйыҡсаларында йәки “антенналары”нда урынлашҡан. Ҡорттар еҫле әйберҙәрҙе 1:500 сағыштырмаһында айырып тоя һәм кеше тоймаған еҫтәрҙе һиҙә. Шуға ла иң һиҙгер, нервы системаһы ныҡ үҫешкән һәм аңлы бөжәк булып иҫәпләнә. Умартасынан, кешенән сыҡҡан араҡы-шарап эсемлектәре, тәмәке, хушбый еҫен, лосьон, төрлө крем, майҙар, шулай уҡ бензин, мазут, солярка еҫтәрен яратмай. Бигерәк тә кешенән, хайуандан тир еҫе килеп торһа, ҡорттар ҡуҙғый, саға башлай. Улар шулай уҡ үҙҙәренең ағыуы еҫен яратмай һәм, кешене бер саҡҡас, тағы ла саға — уларҙа үҙҙәрен яҡлау инстинкты көсәйә. Умартаның кейә янындағы һаҡсы бал ҡорттары үҙҙәренең мыйыҡсалары менән һәр осоп ҡайтҡан бал ҡортон “еҫкәп” үткәрә, үҙ ҡорттарын ситтәрҙән яҡшы айыра.
Тәм тойоу ағзалары бал ҡортоноң нервылары үткән ауыҙы осонда, мыйыҡсаларында һәм аяҡтарында урынлашҡан. 4 процентлы шәкәр шәрбәте бал ҡорттарында “тәм” тойоу тойғоһо уятмай, улар унан баш тарта, асығыуҙы артығыраҡ күрә; үтә тәмленән дә баш тарталар. Һутында 40-тан алып 70 процентҡа тиклем шәкәре булған сәскәләргә ихлас ҡунаҡлайҙар. Морондары менән үҫемлектәрҙең һутын, балауыҙ күҙәнәктәренән бал һура. Тәм тойоу ағзалары тәмлене, әсене, ҡырҡыуҙы һәм тоҙлоно айыра белергә булышлыҡ итә.
23 юл:
==Эске ағзалары ==
 
Аҙыҡты эшкәртеү ағзалары. Аҙыҡты эшкәртеү һәм һеңдереү эсәктәр эсендә башҡарыла, ә улар алғы, урта һәм артҡы бүлектәрҙән тора. Алғы бүлек йотҡолоҡтан, үңәстән — аҙыҡ үтеү юлынан, бал бөрләтеүенәнбөрләтәүенән — 45 миллиграмға тиклем бал һуты һыйҙыра алырлыҡ моҡсайҙан ғибәрәт.
Ҡышлау осорондаосорона ҡорттар бөтөнләйгә бушанып ҡалмайинмәй, йыуан эсәктә 40 миллиграмға тиклем тиҙәк туплана. Яҙҙан алып көҙгә тиклем умартанан тышта, һауала бушана.
 
Ҡан әйләнеше. Бал ҡорттарының ҡан йөрөү системаһы ябыҡ түгел, аортанан һәм йөрәктән — арҡаның ҡорһаҡ өлөшөндә урынлашҡан биш камералы тамырҙарҙан — тора. Ҡан һәм лимфа функцияһын шыйыҡ фазанан (плазманан), гемоциттарҙан торған гемолимфа үтәй. Гемолимфа туҡлыҡлы матдәләрҙе бөтә тән буйынса тарата, аҡһымдың тарҡалыу продукттарын йыйып ала,. Өлкән ҡорттоң йөрәге түбәндәгесә тибә: балауыҙҙа йәки сәскәлә тыныс ҡына ултырғанда минутына 65-70 тапҡыр ҡыҫҡара, хәрәкәттә саҡта — 100, ә осҡанда — 150.
 
Тын алыу ағзалары яҡшы үҫешкән. Ул тын алыу көпшәһенән, һауа тоҡтарынан тын алғыстарҙан (стигмаларҙан) — түштә, ҡорһаҡтың ян-яҡ өлөштәрендә урынлашҡан тишектәрҙән тора.