Умартасылыҡ серҙәре/7-се дәрес: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
Ләйсән (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
||
2 юл:
14.04.2012.
== Тән төҙөлөшө ==
Бал ҡорто бөжәктәр класына инә, ләкин ул үҙенең төҙөлөшө буйынса башҡа бөжәктәрҙән айырылып тора. Уның тәне өс өлөшкә
Бал ҡортоноң башында биш күҙ урынлашҡан: икәүһе ҡатмарлы һәм өсәүһе ябай. Ябай күҙҙәре ярҙамында ул яҡын (1-2 см) аралыҡтағы әйберҙәрҙе танып белә, умартала, сәскәләрҙә эш иткәндә йүнәлеш ала, тип иҫәпләйҙәр. Улар таң атыуы, ҡараңғы төшөүе тураһында сигнал бирә. Ҡатмарлы күҙҙәре менән бал ҡорто алыҫта урынлашҡан әйберҙәрҙе айырып таный. Ябай күҙҙәр ҡатмарлы күҙҙәрҙең үҙ эшен камилыраҡ үтәүенә булышлыҡ итә. Ҡорттарға төҫлө күреү хас, улар аҡ, зәңгәр, күкһел йәшел, миләүшә төҫ, ҡарағусҡыл ҡыҙыл, һары төҫтәрҙе яҡшы айыра, шулай уҡ ҡояштың кеше күҙенә күренмәй торған ультрафиолет нурҙарын тоя. Ҡыҙыл һәм ҡара төҫтәрҙе айырмай, шулай уҡ күкһел йәшел төҫтө һоро төҫ тип ҡабул итә,
Һиҙеү, тойоу ағзалары бал ҡорттарының мыйыҡсаларында йәки
Тәм тойоу ағзалары бал ҡортоноң нервылары үткән ауыҙы осонда, мыйыҡсаларында һәм аяҡтарында урынлашҡан. 4 процентлы шәкәр шәрбәте бал ҡорттарында
Ҡорттарҙың ваҡытты тойоу тойғоһо ныҡ үҫешкән. Улар сәскә атыусы үҫемлектәргә бал һуты, һеркә алып була торған ваҡытта ғына килә. Күҙәтеүҙәр шуны күрһәтә: ҡорттар ҡояш хәрәкәтенә, тәбиғәт шарттарына, ҡайһы урында булыуға бәйләнешһеҙ рәүештә ваҡытты тойоу һәм үҙҙәренең эш-хәрәкәтен көйләү тойғоһона эйә.
Ишетеү ағзалары бал ҡорттарында юҡ тип иҫәпләйҙәр ине. Ләкин умартасы, ғалим-тикшеренеүсе Е. Еськов уларҙа ҡатмарлы күҙҙәре менән баштың артҡы йөйө арҡаһында ишетеү ағзаһы булып хеҙмәт итеүсе ишетеү ҡылсалары булыуын асыҡланы.
Өҫкө яңаҡтары ярҙамында күҙәнәктәрҙең өҫкө япмаһын кимерә, аҙыҡ өсөн һитәне ышҡый, балауыҙҙы кимереп йомшарта. Яңаҡтар һаҡланыу, бөжәктәргә һөжүм итеү ҡоралы булып хеҙмәт итә.
Башта нервылар системаһының мөһим өлөшө
Алғы аяҡтарында мыйыҡсаларын таҙартыу өсөн ҡулайламалары бар. Эшсе ҡорттарҙың артҡы аяҡтарында бәләкәй генә кәрзиндәр (башҡа ҡылсалар менән уратып алынған уйпаттар) урынлашҡан, уларға сәскәләрҙең һеркәһе йыйыла. Инә ҡорттоң һәм һоро ҡорттарҙың кәрзиндәре булмай.
Ҡорһаҡ асыҡ ҡына айырып күрерлек алты балдаҡтан тора. Һәр балдаҡ ярым балдаҡтарҙан ҡоролған. Инә ҡорттоң һәм эшсе ҡорттоң ҡорһағының һуңғы балдаҡтары аҫтында ҡаяуы урынлашҡан. Ҡорһаҡ бүлегендә эске ағзалар тупланған.
== Эске ағзалары ==
Аҙыҡты эшкәртеү ағзалары. Аҙыҡты эшкәртеү һәм һеңдереү эсәктәр эсендә башҡарыла, ә улар алғы, урта һәм артҡы бүлектәрҙән тора. Алғы бүлек йотҡолоҡтан, үңәстән
Ҡышлау осорона ҡорттар бөтөнләйгә бушанып инмәй, йыуан эсәктә 40 миллиграмға тиклем тиҙәк туплана. Яҙҙан алып көҙгә тиклем умартанан тышта, һауала бушана.
Ҡан әйләнеше. Бал ҡорттарының ҡан йөрөү системаһы ябыҡ түгел, аортанан һәм йөрәктән
Тын алыу ағзалары яҡшы үҫешкән. Ул тын алыу көпшәһенән, һауа тоҡтарынан тын алғыстарҙан (стигмаларҙан)
Үрсеү ағзалары инә ҡорттарҙа һәм һоро ҡорттарҙа яҡшы үҫешкән. Эшсе ҡорттарҙың енес ағзалары оҡшаш, инә ҡорттоң енес ағзаһын хәтерләтә, әммә үҫешмәгән.
|