Умартасылыҡ серҙәре/8-се дәрес: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш) |
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
||
25 юл:
Ҡорттоң ояла булмаған саҡтағы, мәҫәлән, бал һуты һәм сәскә һеркәһе йыйғандағы температураһы 35-38 градусҡа тиклем күтәрелә, әйләнә-тирәләге һауа температураһынан 8-10 градусҡа юғары була.
Һауа дымлылығы. Шулай уҡ ҡорттарҙың үҙҙәре тарафынан көйләнә. Ояла һауаның дымлылығы, ғаиләнең көйөнә, тәүлектең, миҙгелдең һауа торошона бәйле рәүештә, 25-тән алып 100 процентҡа тиклем үҙгәреп тора. Сағыштырмаса иң дымлы урын (85-90 процент) ояның йомортҡалы һәм асыҡ үрсемле урынына тура килә. Ҡарышлауыҡтар күҙәнәктәрҙән тишеп сыҡһын өсөн сағыштырмаса оптималь дымлылыҡ — 90-95 процент.
Иң төп бал йыйыу ваҡытында, шыйыҡ һут умартаға күпләп килтерелгәндә, ояла һауаның сағыштырмаса дымлылығы 50-60 процент, ә миҙгелдең башҡа осоронда 70-80 процент кимәлендә тотола. Артыҡ дымлылыҡты ҡорттар оянан әүҙем елләтеү юлы менән ҡыуып сығара.
35 юл:
* 100 мг ауырлыҡтағы бал ҡорто осҡан саҡта сәғәтенә 10 миллиграмға тиклем бал һуты ҡуллана.
* Бер осоуҙа 50-60 мг-ға тиклем бал һуты килтерергә мөмкин, ә ҡорт күсе көсөргәнешле эшләгәндә көнөнә уны 10-12 килограмға тиклем йыя ала.
* Ҡытыршы йөҙлө әйбер өҫтөнән үҙенең ауырлығынан 20 тапҡырға ауырыраҡ йөктө тартырға һәләтле (ат үҙенең ауырлығына тиң йөктө генә тарта ала);
* Бал ҡорто күсенең 5-6 килограмға тиклем ауырлыҡта булыуы ихтимал. Ул 50-60 мең ҡорттан тора, уларҙың бал бөрләтәүендә 2-3 килограмм бал була. Йонсоу, насар көндәр торғанда, улар үҙенең һаҡлыҡ балы менән һигеҙ көн буйы туҡлана ала;
* Бал ҡорто умартанан һигеҙ саҡрымға тиклем алыҫлыҡҡа осоп китә һәм кире ҡайтыу юлын таба. Файҙалы осошоноң радиусы ике саҡрым тип иҫәпләйҙәр. Был иһә 1256 гектарға тиң.
|