Умартасылыҡ серҙәре/8-се дәрес: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
Ләйсән (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
||
2 юл:
18.04.2012.
<small>''Рубриканы Рафиҡ Ноғоманов алып бара. Мәҡәләләр 2012 йылғы
== Ояһы һәм уның микроклиматы ==
[[File:Beehives near Ellarcarr Pike - geograph.org.uk - 564480.jpg|left|250px]]
Тәбиғи шарттарҙа бал ҡорттары ағас ҡыуыштарында, ҡая тишектәрендә, башҡа тыштан ҡурҡынысһыҙ урындарҙа йәшәй. Уларҙың ояһы вертикаль урынлашҡан бер нисә балауыҙ кәрәҙенән тора, ғәҙәттә бер-береһенән 12
Оя
Хәҙерге заман умарталарында бал ҡорто ғаиләһенең ояһы ҡәтғи рәүештә вертикаль урынлашҡан күсермәле рамдарҙағы балауыҙ кәрәҙенән тора. Оя рамдары үрсемде үҫтереү, шулай уҡ бал һәм һитәне йыйыу, һаҡлау өсөн кәрәк.
Кәрәҙле рамдар умартала кейәгә ҡарата ҡабырғаһы менән, йәғни умартаның алғы һәм артҡы стеналарына ҡарата перпендикуляр ҡуйыла.
Кәрәҙҙәр араһында буш урындар, бал ҡорттарының йөрөү юлдары
Ҡорттар, ғәҙәттә, кәрәҙҙәрҙең юғары өлөшөндә бал йыя. Уны ашауға ҡарап үрсем һаны арта бара. Бер рамды икенсеһенән 12 миллиметрҙан күберәк аралыҡҡа шылдырып күсергән хәлдә ҡорттар юғары күҙәнәктәрҙе бик ныҡ һиҙелерлек итеп оҙонайта. Ошо күҙәнәктәрҙе бал күҙәнәктәре тип йөрөтәләр. Кәрәҙ рамдарында бал һәм үрсем араһында бер ни тиклем һандағы күҙәнәктәр аҡһым аҙығы
Яҙын, йәйен аталанған инәле бал ҡорто ғаиләһендә үрсемле, аҙыҡлы кәрәҙҙәр билдәле бер тәртиптә урынлаша. Үрсем (йомортҡалар, ҡарышлауыҡтар, ҡурсаҡтар) ояның уртаһы, елләтеү шарттары яҡшыраҡ булған кейәгә яҡыныраҡ урынлаштырыла. Үрсемде уратып, һитә, унан бал була. Бал һаҡлығын былай урынлаштырыу уның менән яҡшыраҡ эш итеү уғры (ҡараҡ) бал ҡорттарынан, һағыҙаҡ һәм башҡа дошмандарҙан һаҡлау мөмкинлеген бирә. Ләкин бал һутын һәм һеркәне күпләп килтергән осорҙа, әгәр ҙә ҡорттар ояһын кәрәҙҙәр менән ваҡытында киңәйтмәһәң, улар бөтә буш торған күҙәнәктәрҙе лә, хатта үрсемдәрҙән бушағандарын да бал менән тултырасаҡ.
Температура режимы. Бал ҡорто ғаиләһенең имен-һау йәшәүе өсөн эш ҡорттары умарта эсендә температураны, дымлылыҡты билдәле кимәлдә тота. Ояның үрсем өлөшөндә, ҡарышлауыҡтар һәм ҡурсаҡтар үҫешә торған ерҙә, даими рәүештә 34-35 градус йылылыҡ тоторға кәрәк, сөнки ҡорттарҙың 30-ҙан алып 37 градусҡа тиклемге йылы температурала үҫешә алыуы билдәле.
Ғаилә ояһындағы һауа температураһының һиҙелерлек үҙгәреүе кәрәкмәгән эҙемтәләргә килтерә. Мәҫәлән, үрсем зонаһында температура 34 градус йылылыҡтан түбән төшһә, йоғошло ауырыуҙар барлыҡҡа килергә мөмкин. Һауа көслөрәк һыуынһа, аскосфероз
Үрсем тәрбиәләүсе ғаиләлә ҡорттар тәненең оптималь температураһы 34-36 градус була, йәғни үҙгәреш 2 градус тирәһендә генә тирбәлергә мөмкин. Асыҡ һауала ҡорт тәненең температураһы, тышҡы тирә-йүн мөхиттең температураһына бәйләнешле, 13 градустан 44 градусҡа тиклем тирбәлә.
Ҡорттоң ояла булмаған саҡтағы, мәҫәлән, бал һуты һәм сәскә һеркәһе йыйғандағы температураһы 35-38 градусҡа тиклем күтәрелә, әйләнә-тирәләге һауа температураһынан 8-10 градусҡа юғары була.
Һауа дымлылығы. Шулай уҡ ҡорттарҙың үҙҙәре тарафынан көйләнә. Ояла һауаның дымлылығы, ғаиләнең көйөнә, тәүлектең, миҙгелдең һауа торошона бәйле рәүештә, 25-тән алып 100 процентҡа тиклем үҙгәреп тора. Сағыштырмаса иң дымлы урын (85-90 процент) ояның йомортҡалы һәм асыҡ үрсемле урынына тура килә. Ҡарышлауыҡтар күҙәнәктәрҙән тишеп сыҡһын өсөн сағыштырмаса оптималь дымлылыҡ
Иң төп бал йыйыу ваҡытында, шыйыҡ һут умартаға күпләп килтерелгәндә, ояла һауаның сағыштырмаса дымлылығы 50-60 процент, ә миҙгелдең башҡа осоронда 70-80 процент кимәлендә тотола. Артыҡ дымлылыҡты ҡорттар оянан әүҙем елләтеү юлы менән ҡыуып сығара.
Шуны әйтергә кәрәк: был
== Быны беләһегеҙме? ==
* Бал ҡорто осҡан саҡта ҡанатын секундына 440 тапҡыр ҡаға.
* 100
* Бер осоуҙа 50-60 мг-ға тиклем бал һуты килтерергә мөмкин, ә ҡорт күсе көсөргәнешле эшләгәндә көнөнә уны 10-12 килограмға тиклем йыя ала.
* Ҡытыршы йөҙлө әйбер өҫтөнән үҙенең ауырлығынан 20 тапҡырға ауырыраҡ йөктө тартырға һәләтле (ат үҙенең ауырлығына тиң йөктө генә тарта ала);
* Бал ҡорто күсенең 5-6 килограмға тиклем ауырлыҡта булыуы ихтимал. Ул 50-60 мең ҡорттан тора, уларҙың бал бөрләтәүендә 2-3 килограмм бал була. Йонсоу, насар көндәр торғанда, улар үҙенең һаҡлыҡ балы менән һигеҙ көн буйы туҡлана ала;
* Бал ҡорто умартанан һигеҙ саҡрымға тиклем алыҫлыҡҡа осоп китә һәм кире ҡайтыу юлын таба. Файҙалы осошоноң радиусы ике саҡрым тип иҫәпләйҙәр. Был иһә 1256 гектарға тиң.
|