Умартасылыҡ серҙәре/3-сө дәрес — версиялар араһындағы айырма

Нет описания правки
 
==Рамдар==
[[File:Beekeeping langstroth hive frame.jpg|left|200px]]Оя һәм магазин рамдары була. Уларҙа бал ҡорттары кәрәҙ — ояларҙың нигеҙен һуҙа. Һәр рам өҫкө, аҫҡы бурсанан, ике ян-яҡ планканан тора. Өҫкө бурсаның ике башы рамды умартаға элеп ҡуйыу өсөн 10-ар мм оҙонлоҡҡа артып сығып тора. Бөтә төр умарталарҙа ла рамдың өҫкө бурсаһы менән ян-яҡ планкалары яҫылығы буйынса бер тигеҙ — 25 мм була (өҫкө өлөштә 1/3 бейеклеккә улар 37 миллиметрға тиклем киңәйтелгән); өҫкө бурсаның ҡалынлығы — 20–22 мм, ян-яҡтағылары —8–10 мм. Аҫҡы бурса оҙонлоғо буйынса рамдың асыҡлығына тигеҙ, ә киҫелеше буйынса 15х15 мм тәшкил итә. Ян-яҡ планкаларҙы өҫкө һәм аҫҡы бурсаларға 30–35 миллиметрлы ҡаҙау менән ҡағалар.
 
Оя һәм магазин рамдары була. Уларҙа бал ҡорттары кәрәҙ — ояларҙың нигеҙен һуҙа. Һәр рам өҫкө, аҫҡы бурсанан, ике ян-яҡ планканан тора. Өҫкө бурсаның ике башы рамды умартаға элеп ҡуйыу өсөн 10-ар мм оҙонлоҡҡа артып сығып тора. Бөтә төр умарталарҙа ла рамдың өҫкө бурсаһы менән ян-яҡ планкалары яҫылығы буйынса бер тигеҙ — 25 мм була (өҫкө өлөштә 1/3 бейеклеккә улар 37 миллиметрға тиклем киңәйтелгән); өҫкө бурсаның ҡалынлығы — 20–22 мм, ян-яҡтағылары —8–10 мм. Аҫҡы бурса оҙонлоғо буйынса рамдың асыҡлығына тигеҙ, ә киҫелеше буйынса 15х15 мм тәшкил итә. Ян-яҡ планкаларҙы өҫкө һәм аҫҡы бурсаларға 30–35 миллиметрлы ҡаҙау менән ҡағалар.
Стандарт оя рамдарының күләме 435х300 мм (оҙонлоғо һәм бейеклеге). (Һүрәттә ҡарағыҙ). Күп корпуслы умартаның рамдар үлсәме — 435х230 мм, ә магазиндың яртылаш рамдарының үлсәме — 435х145 мм; ошо һуңғы әйткән ике төрлө рамдарҙың башҡа үлсәмдәре (киңлеге, яҫылығы һ.б.) оя рамдары менән бер иш.
 
Умарта эшләргә йәки һатып алырға теләүселәргә тағы ла әйтер һүҙебеҙ бар: уны яһау өсөн шулай уҡ пенополистирол, пенопласт файҙаланалар. Ҡамыш, пресланған юнысҡы, ағас бетоны һәм башҡа материалдарҙан яһау осрағы ла бар. Шулай ҙа умарта өсөн иң һәйбәт материал — ағас.
 
==Эш ҡоралдары==
1727

үҙгәртеү