Фән донъяһына сәйәхәт:ҡыҙыҡлы эксперименттар/Үҙең кристалл үҫтер: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Created page with "Был эксперимент ярҙамында үҙегеҙ кристалдан ашай торған кәнфит эшләй алаһығыҙ. Был эшкә 4—7 көн..."
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
6 юл:
* контейнерҙы эҫе һыуға ҡуясаҡһығыҙ. Ҡайһы бер быяла һауыттар ярыла, шуға күрә эҫе эсемлек өсөн тәғәйенләнгән һауытты алыр кәрәк (бокал, сүмес). Үтә күренмәле быяла көрөшкә булһа, бик уңайлы буласаҡ, сөнки кристаллдарҙың барлыҡҡа килеүе күренәсәк.
* аҙыҡ буяғысын кристалдарҙы икенсе төҫкә буяр өсөн ҡуллана алаһығыҙ. Әммә был буяғыс кейемде, ҡулды ла буяй. Шуға ла мотлаҡ алъяпҡыс кейер кәрәк. Буяғыс түгелә икән, шунда уҡ һөртөп алырға.
== Нимәләр кәрәк буласаҡ ==
* таҙа һауыт (бокал)
* эҫегә сыҙарлыҡ кәстрүл йәки сеүәтә
* оҙон бау йәки еп
* 3 каса шәкәр
* 1 стакан ҡайнар һыу
* таяҡса (ҡәләм)
* ҡыҫтырғыс
* ҡағыҙ таҫтамал
* аҙыҡ буяғысы
== Эш барышы ==
=== Беренсе аҙым ===
Епте таяҡҡа бәйләгеҙ. Таяҡты һауыт өҫтөнә һалғанда, төбөнә тейә яҙып торорға тейеш. Еп осона ҡыҫтырғыс бәйләгеҙ, ул епте тотоп торор.
=== Икенсе аҙым ===
Һыу ҡайнатығыҙ. Ҡайнар һыуҙың хәүефле булыуын онотмағыҙ!
Ҡайнаған һыуҙы кәстрүлгә ҡойоғоҙ. Бер аш ҡалағы шәкәр өҫтәп, иҙелгәнсе болғарға. Тағы бер аш ҡалағы шәкәр өҫтәп, болғатырға. Шәкәр иҙелеп бөткәнсе ҡабатларға. Шәкәр кәстрүл төбөндә йыйыласаҡ. Был иретмәнең ҡуйырғанын аңлата.
=== Өсөнсө аҙым ===
Әгәр кристалға ниндәйҙер төҫ индергегеҙ килһә, буяғыс өҫтәгеҙ. Алъяпҡыс кейергә онотмағыҙ!
Һаҡ ҡына иретмәне бокалға ҡойоғоҙ. Әгәр иремәгән шәкәр бөртөктәре бар икән, уны бокалға төшөрмәгеҙ. Таяҡты ҡыҫтырғыс бокал төбөнә төшөрлөк итеп беркетегеҙ.
=== Дүртенсе аҙым ===
Бокал өҫтөн саң төшмәҫлек итеп таҙа таҫтамал менән ҡаплағыҙ. Уны ышыҡ урынға ҡуйығыҙ, күсергәндә, сепрәк менән тотоғоҙ.
4-7 көн көтөргә, әммә һеҙ 1-2 көндән дә кристалдарҙың формалашыуын күрерһегеҙ.
=== Бишенсе аҙым ===
Таяҡты алырға. Кәнфитте һауытҡа һалырға ла, шунда уҡ ашарға ла була.
Рәхәтләнеп ашағыҙ!