Ҡаҡланған ҡаҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
аныҡлаштырыу
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Ҡаҡланған ҡаҙы'''-оҙайлы һаҡлауға тәғәйенләнгән ризыҡ.
 
==Әҙерләү:==
 
Ҡаҙы өсөн ғәҙәттә йылҡы итенең ҡабырғаһын (йә эс майына ит ҡушып) ҡулланалар. Ҡабырға һөйәктәре өҫтөндәге итте, май ҡатламы менән бергә, оҙон, нәҙек киҫәктәргә телеп, айырып алалар. Әҙерләгәнде тоҙлап һәм борослап, яҡшылап йыуылған эсәктәргә бушағыраҡ итеп тултыралар.
10 юл:
 
Талғын утта оҙаҡҡа һуҙмай бешереп алалар ҙа, һалҡын урынға һыуытырға ҡуйып торалар. Табынға телемләп турап бирәләр.
 
==Ҡаҙы төрҙәре==
 
Ҡаҙының өс төрө була:
 
1. Эс майынан (ҡорһаҡ майы) эсәккә тоҙлап тултырылғаны. Тоҙҙан башҡа бер нәмә лә һалынмай, төрлө тәмләткестәр ҙә ҡушылмай.
 
2. Ҡабырғалы ҡаҙы — ҡабырғалағы ит өҫтөнә үҫкән майҙан яһала. Быныһына әҙерәк ит ҡушып, эсәккә тултыралар. Майы күберәк булған һайын яҡшыраҡ.
 
3. Ял ҡаҙыһы. Йылҡының ялынан ҡырҡып алалар. Дөрөҫөрәге елкәһендәге ит ҡырҡыла, тарамышынан айырып, эсәккә тултырмайынса ғына бешерәләр.
Ыҫланған ҡаҙы ла була. Уны ерек ағасы сөрөгөнөң төтөнө менән эшкәртәләр.
 
50-60С градус эҫелектә ҡуйы төтөн менән 12-18 сәғәт дауамында ыҫлайҙар.
 
Унан һуң 4-6 сәғәт тирәһе 12С градус температурала киптерәләр.
[[Category:Башҡортса]]
[[Category:Башҡорт аштары]]