Ҡуҙғалаҡтан бөйөрөк: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[File:Starr 070908-9221 Rumex acetosella.jpg|thumb]]
[[File:Pirozshki 030.jpg|thumb]]
Иртә яҙҙан файҙалы үҫемлектәрҙән иң беренсе булып ҡуҙғалаҡ күренә башлай. Әскелтем тәме булған был үҫемлек оҙон ҡыштан һуң организм витаминдарға ҡытлыҡ кисерә башлағанда бигерәк тә шифалы.

В витамины буйынса уға еткән үҫемлек юҡ. Ҡуҙғалаҡ ашаған кеше күңел төшөңкөлөгөнә бирешмәй, йоҡоһоҙлоҡтан интекмәй, уға һыуыҡ тейеп тә бармай. Күҙ өсөн дә файҙалы, йөҙҙө алһыулата, ти торғайны ололар. Быға ҡуҙғалаҡ япрағындағы А витамины булышлыҡ итә икән. Ҡанды таҙарта, теште нығыта.

Ҡатындарҙың “еләк ваҡытын” оҙайта, тигән Әбү Ғәли Сина. Шулай ҙа ҡуҙғалаҡты ҡулланғанда һаҡ булырға кәңәш ителә. Бөйөрҙә таш, эсәк ауырыуҙары булһа, быуындарға тоҙ ултырһа, ҡуҙғалаҡты тик иртә яҙҙа ғына ҡулланыу хәйерле, сөнки уның составындағы әскелтем тәм биреүсе калий тоҙо туплана барып, июлдән уны ашарға яраҡһыҙ итә.

Ҡуҙғалаҡты 40 йәштән һуң фәҡәт бешереп ашау хәйерле, сөнки пуриндарҙың күплеге һаулыҡҡа зыян килтереүсән. Ауырлы ҡатындарға ла уны ашауҙан тыйылып тороу зарур.

Ҡаймаҡ йәки ҡатыҡ һалып бутарға тәҡдим ителә, сөнки һөт кислотаһы ҡуҙғалаҡ кислотаһының тәьҫирен бөтөрә. Органик кислоталарға, витаминдарға һәм минералдарға бай ҡуҙғалаҡтан бик тәмле бөйөрөктәр бешерергә була.
== Ингредиенттары ==