Һары май: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Created page with "Һары (топленое) май йәки иретелгән май тип тә йөрөтәләр. == Составы == * 1-2 кг аҡ май (өйҙә яһалған һы..."
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
Һары (топленое) май йәки иретелгән май тип тә йөрөтәләр.
 
== Составы ==
* 1-2  кг аҡ май (өйҙә яһалған һыйыр майы)
* 1 балғалаҡ тоҙ
 
== Әҙерләү ысулы ==
Кәстрүлгә аҡ майҙы (өй майын) һалып, һүрән генә утҡа йылытырға ҡуябыҙ.
Кәстрүлдең ҡапҡасын япмайынса, яйлап майҙы ҡайнау хәленә еткерәбеҙ, ләкин ҡайнатмайбыҙ. Май эҫей башлағас та, уның төпрәһе айырылып төпкә төшә башлай.
 
Майҙы көслө итеп ҡайнатһаң, төпрәһе менән бергә ҡушылып, болғанып бөтә.
 
Әҙ генә тоҙ өҫтәйбеҙ. Тоҙ һалһаң, майҙың төпрәһе төбөнә тиҙерәк төшә. Май үтә күренмәле, һары ғына булып айырылып сыға. Һары май тигән исеме лә шунан алынған. Тоҙло ла булғас, был иретелгән май тиҙ генә боҙолмай, оҙаҡ һаҡлана. Элек һыуытҡыс булмағанда башҡортар майҙы ошолай һаҡлағандар.
 
Һары май төпрәһенән айырылып бөткәс, утты һүндереп, бер аҙ ултыртып торалар. Аҙаҡ ипләп кенә, сайпылтмай ғына, майын айырым банкаға ҡойоп алалар.
 
Сифатлы һары май ярмаланып таралып ҡына тора, уның үҙенә генә хас булған еҫе һәм тәме бар. Һары майҙы һалҡынса урында һаҡлайҙар.
 
Һары майҙы ризыҡты ҡыҙҙырғанда ҡулланалар, икмәккә һылап ашайҙар. Элек бауырһаҡты һары майҙа ғына бешергәндәр.
 
Кәстрүлдең төбөнә ултырып ҡалған туртаһын да әрәм итмәгәндәр. Унан тәмле ҡулғикмәк бешергәндәр, ҡорот эшләргә тип йыйған ойотҡанға ҡушҡандар. Төпрә икмәккә һәм ҡоротҡа үҙенсәлекле тәм бирә.[[Category:Алфавит буйынса рецептар]]
«https://ba.wikibooks.org/wiki/Һары_май» битенән алынған