Һуғым ашы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Һуғым ашы''' — ул аш-һыу төрө генә түгел, йола ла.
Ҡар ныҡлап ятып, ысын һыуыҡтар башланғас, ауылдарҙа һуғым өмәләре китә. Туғандар, ҡатнашҡан кешеләр сиратлап алдан махсус һимертелгән һуғымдарын һуялар. Малды тыныс, изге күңелле кеше салһа, ите татлы, бәрәкәтле була тигән инаныу йәшәй. Шул уҡ көндө кис йәки бер- нисә көндән (үтә аҙаҡҡа һуҙмай) хужа өмәлә ҡатнашҡандарҙы һәм башҡа яҡындарын һуғым ашына йыя.
 
== Әҙерләү ==
16 юл:
Һурпаһының бер әҙен айырып алып, унда әрсеп эре киҫәктәргә бүленгән картуф, буйға теленгән кишер бешереп алалар.
Ҡалған һурпала оҙонса йәки дүрткелләп киҫелгән өй һалмаһын (туҡмасын) иҙелтмәй генә, ҡуйы итеп бешерәләр. Һалма һурпа өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡас та, утын кәметеп, бер аҙ тотоп алырға ла, утты һүндерергә.
Итте турау тик оҫта ҡуллы кешегә генә ышанып тапшырыла.
Һум иттәрен арҡыры телемдәргә ҡырҡып, һөйәкле киҫәктәрен дә ҡушып, бешкән йәшелсәләр менән аралаштырып ҙур тәрилкәләргә матур итеп өйөп һалалар. Ит өҫтөнә балдаҡлап туралған һуған һибәләр, тоҙлоҡло эҫе һурпа ҡоялар.
 
29 юл:
Иттән һуң һалмалы (туҡмаслы) һурпа килтерелә, һурпа өҫтөнә һуғанлы тоҙлоҡ ҡоялар. Һурпа янына әсе ҡорот ҡуйыла.
 
Боронораҡ һуғым ашында ҡалған итте ағас ҡалаҡтарға һалып ҡунаҡтар бер-береһенә һоғондорошҡан. Минең ҡулымды мәхрүм итәһең, тип үпкәләүҙәргә юл ҡуймаҫ өсөн ҡунаҡтар ит һоғондорошоуға урын ҡалдырып ултырған. Уйын-көлкө менән ит һоғондорошоп бөткәс, ҙур баҙыян һауыттарҙа әсе ҡорот менән ҡатыҡланғанҡатылған эҫе һурпа килтерелгән. Ҡунаҡтар сиратлап йөрөтөп һурпаны тәмләгәндәр. Хәҙер ул йола онотолоп бара.[[Category:Башҡорт аштары]]
[[Category:Алфавит буйынса рецептар]]
[[Category:Ит аштары]]
«https://ba.wikibooks.org/wiki/Һуғым_ашы» битенән алынған