Өйҙә яһалған сыр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
16 юл:
Шунан дуршлагҡа йәки марля тоҡсайға һалып эремсектең һыуын тулыһынса һарҡытып бөтөрөргә кәрәк. Бының өсөн ауыр гер менән баҫтырып ҡуйырға ла мөмкин.
 
Хәҙер яҡшылап һарҡығанһарҡҡан йылы эремсектең өҫтөнә май һалып эретергә. Уға тоҙ, сәй содаһы, йомортҡа һытып ҡушып яҡшылып болғатырға, ҡул менән төйөрҙәре бөткәнсе тасҡарға. Тәм өсөн ваҡ ҡына итеп туралған укроп өҫтәп ебәрергә мөмкин.
 
Аҙаҡ был ҡатнашма һалынған һауытты һыулы кәстрүлгә ултыртып, болғата-болғата, сыр итеп һуҙыла башлағансы, һүрән генә утта тоторға. Һыулы кәстрүл булмаһа, һауыттың үҙен генә утҡа ҡуйырға була, тик был осраҡта сыр массаһы һауыттың ҡырыйына йәбешеп ыҙалата.