Өйҙә яһалған сыр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
2 юл:
 
Йәй көнө һөт мул саҡта айыртылған һөттән тәмле итеп ауыл эремсеге, сыр эшләргә була. Берҙән, осһоҙ ҙа, икенсенән яҡтан, файҙалы ла була.
 
== Ингредиенттары ==
* 1  кг эремсек
* 1 литр һөт (айыртылған һөт булһа ла ярай)
* 2 йомортҡа
Юл 19 ⟶ 20:
Хәҙер яҡшылап һарҡҡан йылы эремсектең өҫтөнә май һалып эретергә. Уға тоҙ, сәй содаһы, йомортҡа һытып ҡушып яҡшылып болғатырға, ҡул менән төйөрҙәре бөткәнсе тасҡарға. Тәм өсөн ваҡ ҡына итеп туралған укроп өҫтәп ебәрергә мөмкин.
 
Аҙаҡ был ҡатнашма һалынған һауытты һыулы кәстрүлгә ултыртып, болғата-болғата, сыр итеп һуҙыла башлағансы, һүрән генә утта тоторға. Һыулы кәстрүл булмаһа, һауыттың үҙен генә утҡа ҡуйырға була, тик был осраҡта сыр массаһы һауыттың ҡырыйына йәбешеп ыҙалата.
 
Сыр әҙер булғас, алдан майлап әҙерләп ҡуйған һауыттарға, формаларға тултырырға һәм бер аҙ һүрелгәс, һыуытҡысҡа ҡуйырға кәрәк.