Умартасылыҡ серҙәре/8-се дәрес: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Dcljr (фекер алышыу | өлөш)
ә Dcljr Умартасылыҡ серҙәре. 8-се дәрес битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Умартасылыҡ серҙәре/8-се дәрес: subpage per Special:Diff/16177
Dcljr (фекер алышыу | өлөш)
remove redundant pseudo-header at top; localize category prefix; keep only more-specific category; other minor
1 юл:
<small>''Рубриканы Рафиҡ Ноғоманов алып бара. Мәҡәләләр 2012 йылғы «Башҡортостан» гәзитендә баҫылған http://bashgazet.ru/''</small>
Умартасылыҡ серҙәре. 8-се дәрес
 
18.04.2012.
<small>''Рубриканы Рафиҡ Ноғоманов алып бара. Мәҡәләләр 2012 йылғы «Башҡортостан» гәзитендә баҫылған http://bashgazet.ru/''</small>
 
== Ояһы һәм уның микроклиматы ==
 
[[File:Beehives near Ellarcarr Pike - geograph.org.uk - 564480.jpg|left|250px]]
Тәбиғи шарттарҙа бал ҡорттары ағас ҡыуыштарында, ҡая тишектәрендә, башҡа тыштан ҡурҡынысһыҙ урындарҙа йәшәй. Уларҙың ояһы вертикаль урынлашҡан бер нисә балауыҙ кәрәҙенән тора, ғәҙәттә бер-береһенән 12 мм аралыҡ менән сикләшә, ағас ҡыуышында йәки ҡая эсендә булһа, өҫ яҡтан яҡшылап нығытып ҡуйыла. Ҡырмыҫҡаларҙан, иңкештәрҙән, һағыҙаҡтарҙан айырмалы, вертикаль кәрәҙҙәрҙе тәбиғи материалдан, шулай уҡ кәрәҙле рам уртаһынан горизонталь урынлашҡан ике рәтле күҙәнәктәрҙән төҙөү бал ҡорттарына ғына хас.
Оя — бал ҡорттары торлағындағы бушлыҡ, улар үҙҙәре умартала балауыҙҙан ҡороп бал ҡорто ғаиләһен урынлаштыра торған урын ул.
Хәҙерге заман умарталарында бал ҡорто ғаиләһенең ояһы ҡәтғи рәүештә вертикаль урынлашҡан күсермәле рамдарҙағы балауыҙ кәрәҙенән тора. Оя рамдары үрсемде үҫтереү, шулай уҡ бал һәм һитәне йыйыу, һаҡлау өсөн кәрәк.
 
Кәрәҙле рамдар умартала кейәгә ҡарата ҡабырғаһы менән, йәғни умартаның алғы һәм артҡы стеналарына ҡарата перпендикуляр ҡуйыла.
Кәрәҙҙәр араһында буш урындар, бал ҡорттарының йөрөү юлдары — урамдар ҡалдырыла. Уларҙың киңлеге 12-13 мм тәшкил итә (был иһә ике ҡорт бейеклегенә тигеҙ тиерлек, улар бер-береһенә теймәй үтеп йөрөй). Ә ике оя кәрәҙе араһындағы, йәғни бер рамдың уртаһынан күрше рамдың уртаһына тиклемге аралыҡ 37-38 мм була. Үрсемде урынлаштырыу урынында кәрәҙҙең ҡалынлығы 24-25 миллиметрға тиң, ә уның юғары өлөшөндә, өҫтәрәк, ҡорттар бал өсөн күҙәнәктәрҙе оҙонораҡ итеп яһай.
 
Ҡорттар, ғәҙәттә, кәрәҙҙәрҙең юғары өлөшөндә бал йыя. Уны ашауға ҡарап үрсем һаны арта бара. Бер рамды икенсеһенән 12 миллиметрҙан күберәк аралыҡҡа шылдырып күсергән хәлдә ҡорттар юғары күҙәнәктәрҙе бик ныҡ һиҙелерлек итеп оҙонайта. Ошо күҙәнәктәрҙе бал күҙәнәктәре тип йөрөтәләр. Кәрәҙ рамдарында бал һәм үрсем араһында бер ни тиклем һандағы күҙәнәктәр аҡһым аҙығы — һитә менән тултырыла.
 
Яҙын, йәйен аталанған инәле бал ҡорто ғаиләһендә үрсемле, аҙыҡлы кәрәҙҙәр билдәле бер тәртиптә урынлаша. Үрсем (йомортҡалар, ҡарышлауыҡтар, ҡурсаҡтар) ояның уртаһы, елләтеү шарттары яҡшыраҡ булған кейәгә яҡыныраҡ урынлаштырыла. Үрсемде уратып, һитә, унан бал була. Бал һаҡлығын былай урынлаштырыу уның менән яҡшыраҡ эш итеү уғры (ҡараҡ) бал ҡорттарынан, һағыҙаҡ һәм башҡа дошмандарҙан һаҡлау мөмкинлеген бирә. Ләкин бал һутын һәм һеркәне күпләп килтергән осорҙа, әгәр ҙә ҡорттар ояһын кәрәҙҙәр менән ваҡытында киңәйтмәһәң, улар бөтә буш торған күҙәнәктәрҙе лә, хатта үрсемдәрҙән бушағандарын да бал менән тултырасаҡ.
 
Температура режимы. Бал ҡорто ғаиләһенең имен-һау йәшәүе өсөн эш ҡорттары умарта эсендә температураны, дымлылыҡты билдәле кимәлдә тота. Ояның үрсем өлөшөндә, ҡарышлауыҡтар һәм ҡурсаҡтар үҫешә торған ерҙә, даими рәүештә 34-35 градус йылылыҡ тоторға кәрәк, сөнки ҡорттарҙың 30-ҙан алып 37 градусҡа тиклемге йылы температурала үҫешә алыуы билдәле.
 
Ғаилә ояһындағы һауа температураһының һиҙелерлек үҙгәреүе кәрәкмәгән эҙемтәләргә килтерә. Мәҫәлән, үрсем зонаһында температура 34 градус йылылыҡтан түбән төшһә, йоғошло ауырыуҙар барлыҡҡа килергә мөмкин. Һауа көслөрәк һыуынһа, аскосфероз — эзбизлы (аҡбур) үрсем, бәшмәк кеүек сирҙәр тарала. Шуның өсөн әле генә эш башлаусы һәүәҫкәр умартасыларға бигерәк тә яҙын бал ҡорттары ояһын ваҡытһыҙ, бик иртә киңәйтеү, үрсем зонаһына, ояның үрсем өлөшөнә яһалма балауыҙ ҡуйыу менән мауығырға ярамай, сөнки бал ҡорто "балалары"ның — үрсемдең температура режимы боҙоласаҡ. Киңәйтеү эшен әкренләп, ғаиләнең үҫешеүен күҙәтеп һәм ныҡлы йылы көндәр урынлашыуға ҡарап үткәрәләр.
 
Үрсем тәрбиәләүсе ғаиләлә ҡорттар тәненең оптималь температураһы 34-36 градус була, йәғни үҙгәреш 2 градус тирәһендә генә тирбәлергә мөмкин. Асыҡ һауала ҡорт тәненең температураһы, тышҡы тирә-йүн мөхиттең температураһына бәйләнешле, 13 градустан 44 градусҡа тиклем тирбәлә.
 
Ҡорттоң ояла булмаған саҡтағы, мәҫәлән, бал һуты һәм сәскә һеркәһе йыйғандағы температураһы 35-38 градусҡа тиклем күтәрелә, әйләнә-тирәләге һауа температураһынан 8-10 градусҡа юғары була.
 
Һауа дымлылығы. Шулай уҡ ҡорттарҙың үҙҙәре тарафынан көйләнә. Ояла һауаның дымлылығы, ғаиләнең көйөнә, тәүлектең, миҙгелдең һауа торошона бәйле рәүештә, 25-тән алып 100 процентҡа тиклем үҙгәреп тора. Сағыштырмаса иң дымлы урын (85-90 процент) ояның йомортҡалы һәм асыҡ үрсемле урынына тура килә. Ҡарышлауыҡтар күҙәнәктәрҙән тишеп сыҡһын өсөн сағыштырмаса оптималь дымлылыҡ — 90-95 процент.
 
39 юл:
* Бал ҡорто умартанан һигеҙ саҡрымға тиклем алыҫлыҡҡа осоп китә һәм кире ҡайтыу юлын таба. Файҙалы осошоноң радиусы ике саҡрым тип иҫәпләйҙәр. Был иһә 1256 гектарға тиң.
 
[[Category:Башҡортса]][[CategoryКатегория:Умартасылыҡ]]