Умартасылыҡ серҙәре/14-се дәрес: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Dcljr (фекер алышыу | өлөш)
ә Dcljr Умартасылыҡ серҙәре. 14-се дәрес битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Умартасылыҡ серҙәре/14-се дәрес: subpage per Special:Diff/16177
Dcljr (фекер алышыу | өлөш)
remove redundant pseudo-header at top; + attribution notice copied from a similar page (with specific URL for this content); localize category prefix; keep only more-specific category; other minor
1 юл:
<small>''Рубриканы Рафиҡ Ноғоманов алып бара. Мәҡәләләр 2012 йылғы «Башҡортостан» гәзитендә баҫылған http://bashgazet.ru/usadba/4379-umartasyly-serre-14-se-dres.html''</small>
Умартасылыҡ серҙәре. 14-се дәрес
 
31.07.2012.
 
== Ҡорт саҡҡанда ярҙам итеү ==
 
Умартасылыҡ шөғөлөн башлағанда бал ҡорто саҡҡанда аллергик реакцияға дусар булыу ихтималлығын күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк.
Юл 8 ⟶ 9:
[[File:Bienenstich Oberlippe.jpg|left|200px]]
Бер тапҡыр бал ҡортонан сағылыу теләһә ниндәй бөжәккә үлем менән янай. Хайуандарға һәм кешегә һөжүм иткәндә ҡаяу ҡорттоң тәненән бик тиҙ ысҡына (ә ул үҙе үлемгә дусар була) һәм сағылыусыға ҡаҙалып ҡала.
 
Ҡорттар бал йыйыуҙы тамамлаған ваҡытта, һыуыҡ көндә һәм кеше йәки хайуан уларҙың осоу юлына эләккәндә нығыраҡ саға. Ҡатын-ҡыҙ һәм бигерәк тә кескәй балалар ҡорт сағыуҙы ир-атҡа ҡарағанда ауырыраҡ кисерә. Шуның өсөн йөклө ҡатын-ҡыҙға умарталарға яҡын йөрөргә ярамай, юғиһә ҡорт сағыуҙан бала төшөүе мөмкин. Бәләкәй балалар ҙа сағылыуҙан һаҡланырға тейеш. Кешеләр араһында шулай уҡ ҡорт ағыуына бик ныҡ һиҙгерҙәр ҙә осрай.
 
Әгәр ҙә һеҙҙе ҡорт саҡһа, тиҙ генә ҡаяуҙы һурып алырға һәм ауыртҡан урынға һыуыҡ һыуға сылатып, таҙа сепрәк ябырға, уны бер нисә тапҡыр алыштырырға, ауыртыу баҫылғансы шулай дауам итергә кәрәк. Һыуыҡ тәьҫирендә тире тартыла һәм бының менән ул өлөшләтә ағыуҙы ла тышҡа һурып сығара, ә һыу уны йыуа. Ғәҙәттә, ҡорт саҡҡан урын, көслө янып, ауырта башлай. 1–3 мм радиуста тире ағарып сыға. 1–3 минуттан һуң гиперемия (ҡан ағымы көсәйеүе) үҫеше һәм, киҫкен ҡыҙарып, шешенеү башлана. Шеш 15–20 минуттан һуң ҙурая, саҡҡан урында төйөн кеүек кенә аҡһыл ҡыҙыл урын барлыҡҡа килә, уның уртаһында, капилляр зарарланған хәлдә, ҡан тамсыһы ағып сыға. Сағылған урындағы реакция менән бер үк ваҡытта хәл бөтөү, тын ҡурылыу, баш әйләнеү, күкрәк ҡыҫылыу, тирелә — сәбертеү, тәндә кесерткән биҙгәге билдәләре менән ҡысыныу булырға мөмкин. Был күренештәрҙең ҡорттан сағылғандан һуң 5–15 минут үткәс барлыҡҡа килеүе һәм ике-өс тәүлеккә, һирәк осраҡта бер аҙнаға һуҙылыуы ихтимал.
 
Юл 21 ⟶ 22:
Рубриканы Рафиҡ Ноғоманов алып бара
 
[[Category:Башҡортса]][[CategoryКатегория:Умартасылыҡ]]