Умартасылыҡ серҙәре/16-сы дәрес — версиялар араһындағы айырма

remove redundant pseudo-header at top; + attribution notice copied from a similar page; localize category prefix; keep only more-specific category; other minor
ә (Dcljr Умартасылыҡ серҙәре. 16-сы дәрес битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Умартасылыҡ серҙәре/16-сы дәрес: subpage per Special:Diff/16177)
(remove redundant pseudo-header at top; + attribution notice copied from a similar page; localize category prefix; keep only more-specific category; other minor)
<small>''Рубриканы Рафиҡ Ноғоманов алып бара. Мәҡәләләр 2012 йылғы «Башҡортостан» гәзитендә баҫылған http://bashgazet.ru/''</small>
Умартасылыҡ серҙәре. 16-сы дәрес
 
15.08.2012.
 
== Бал ҡорто ауырыуҙары ==
 
Барлыҡҡа килеү сәбәптәре буйынса ике төркөмгә: йоғошло һәм йоғошһоҙҙарға бүләләр. Йоғошһоҙ ауырыуҙар бер ғаиләнән икенсеһенә күсмәй.
 
Инфекцияның төп сығанағы — ауырыу бал ҡорто ғаиләһе. Сирле ҡорттар шайыҡ һеләгәйе, тиҙәк массаһы менән трахея һәм тын алғыстар аша тышҡы мөхиткә, ә ауырыу инәләр — күҙәнәктәргә һалынған йомортҡалар аша ҡуҙғытҡыстар бүлеп сығара. Ауырыу бал ҡорто ғаиләһенән кәрәҙҙәр, бал, һитә, умартасы ҡулланған ҡоралдар, шулай уҡ умарта үҙе инфекция сығанағы булып хеҙмәт итә. Бал ҡорттарының ауырыуҙары тураһында Ивний Шафиҡовтың “Бал ҡортоноң наҙы бар” тигән китабында бик ентекләп яҙылған. Әле һеҙҙе бал ҡорттарының бары тик үтә ҡурҡыныслы һәм Башҡортостанда йыш осрай торған ауырыуҙары менән генә таныштырып китмәксебеҙ.
 
== Талпан (варроатоз) ==
[[File:Drohnenpuppen mit Varroamilben 71a.jpg|left|200px]]
Бал ҡорттарының ҡурҡыныслы инвазион ауырыуы ул. Ҡарышлауыҡтарҙы, ҡурсаҡтарҙы, өлкән эшсе ҡорттарҙы, әре ҡорттарҙы зарарлай. Ауырыуҙы Варроа Якобсони талпаны барлыҡҡа килтерә (ғалим Эдвард Якобсони ошо талпанды тапҡас, уның исемен ҡушҡандар). Уны тәү башлап 1960 йылда Ҡытайҙың көньяғында белеп ҡалалар. Быға тиклем варроа талпаны бал бирә торған ҡорттарҙы зарарламаған. Әммә 1904 йылда тәүге тапҡыр Ява утрауында ҡырағай һинд ҡорттарының паразиты булараҡ һүрәтләп яҙыла, тик ул яңылыш браула (ҡорттар бете) тип ҡабул ителә. 50-се йылдар аҙаҡтарында, 60-сы йылдар баштарында был талпандың яңы расаһы барлыҡҡа килә. Ул бал йыйыусы ҡорттарҙа йәшәүгә яраҡлаша. Беҙҙең илдә был талпан тәүге тапҡыр 1964 йылда Приморье крайының Лесозаводск районында бер умарталыҡта асыҡлана. Приморье менән Хабаровск крайҙары умарталыҡтарында йылдам тарала башлай, ә унан Себер, Урал умарталыҡтарына ла барып етә, элекке СССР-ҙың Европа өлөшөн солғап ала. Башҡортостан умарталыҡтарында талпан (варроатоз) 1974 йылда тарала башлаған.
Көҙөн, күҙәнәктәрҙән һуңғы үрсем сыҡҡас, талпандар ҡорттарға күсә, эшсе ҡорттарҙың тәнендә ҡышлап яҙға тиклем йәшәй.
 
== Ауырыуҙың төп билдәләре ==
 
Талпан менән ныҡ зарарланған умарталыҡтарҙа умарталарҙың ҡорттар осоп килеп ултырған таҡталарында, ерҙә лә эшсе ҡорттарҙың, әре ҡорттарҙың үлеп ятҡан ҡурсаҡтарын, үҫешеп етмәгән, ауырыу ғаиләләр ояһынан тышҡа сығарып ташланған йәш ҡорттарҙы күрергә мөмкин. Күпселектә зарарланған ҡарышлауыҡтар, ҡурсаҡтар үлә. Ҡорттар уларҙы тышҡа сығарып ташлап өлгөрмәй, эстә ятып ҡарая, серей.
Диагнозды умарталарҙан әре ҡорт ҡурсаҡтарын күпләп сығарып ташлауға, ҡорттарҙың күпләп ҡойолоуына һәм үрсемдә, умартаның сүп-сарында тере талпандар булыуға ҡарап ҡуялар.
 
== Көрәш саралары, дауалау ==
 
Талпандарға тәьҫир итеү буйынса ҡорттарҙы талпан ауырыуынан дауалау ысулдары зоотехник, физик, термик һәм химик алымдарға бүленә. Былар комплекслы ҡулланылғанда ғына һөҙөмтәһе яҡшы була. Бал ҡорттарын талпандан дауалау өсөн 200 төрҙән ашыу дарыу ҡулланалар, тик улар талпандарҙың үҫешен тотҡарлаһа ла, тулыһынса юҡ итеп бөтөрмәй. Көслө ғаиләләр тиҙерәк һауыға. Бөгөнгө көндә өс дарыу: апифит, апистан, бипин иң йоғонтоло һанала.
 
Бипин күберәк 1 мл-лы ампулала һатыла. Дарыуҙы (1 мл) 2 литр таҙа, тондоролған һыулы һауытта иретәләр, ныҡлап болғатып ҡатыштыралар. Бөтә үрсем сығып бөткәс, көҙ, һауа температураһы 0 градустан алып + 5 градусҡа тиклем булғанда, йәнәш кәрәҙҙәр араһындағы ҡорттарға 10 миллилитр күләмдә шприцтан һиптереп, бал ҡорто ғаиләһен эшкәртәләр. Бер умартаға, көсөнә ҡарап, 60-100 мл иретмә ҡулланыла, йәғни 2 литр иретмә 20-25 ҡорт ғаиләһен эшкәртеүгә етә. Иретелгән дарыуҙы әҙерләгән көндә үк ҡулланалар. Артып ҡалған иретмәне һаҡламайҙар, шуның өсөн уны таныш-белеш һәүәҫкәр умартасыларға шул уҡ көндө тотонорға биреүегеҙ яҡшы.
 
Эшкәртеүҙе ете көндән һуң ҡабатлайҙар.
 
[[Category:Башҡортса]][[CategoryКатегория:Умартасылыҡ]]
2447

үҙгәртеү