Умартасылыҡ серҙәре/24-се дәрес: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Dcljr (фекер алышыу | өлөш)
ә Dcljr Умартасылыҡ серҙәре. 24-се дәрес битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Умартасылыҡ серҙәре/24-се дәрес: subpage per Special:Diff/16177
Dcljr (фекер алышыу | өлөш)
standardize attribution line at top (with more-specific URL); wikif list; localize category prefix; keep only more-specific category; other minor
1 юл:
<small>''Рубриканы Рафиҡ Ноғоманов алып бара. Мәҡәләләр 2012 йылғы "«Башҡортостан"» гәзитендә баҫылған http://bashgazet.ru/usadba/5201-umartasyly-serre-24-se-dres.html''</small>
 
== Үҙе бер мәл ==
 
Бал күпләп йыйылған осор — ул ҙур майҙандарҙа бал бирә торған ҡиммәтле үҫемлектәрҙең сәскә атҡан мәле. Ошо ваҡытта ҡорттар үҙҙәрен запас аҙыҡ менән тәьмин итә, ә умарталыҡтан рәхәтләнеп бал алырға мөмкин. Төп бал йыйыу осоро килеп етеүен фенологик күҙәтеүҙәр, үлсәүҙәге умарта күрһәткестәре һәм ҡорттарҙың үҙҙәренең тотошо буйынса билдәләйҙәр. Ә үлсәүҙәге умарта — бөтә яҡтан да ап-асыҡ булған япма аҫтындағы үлсәгескә ҡуйыла. Уны көн һайын кис, бөтә бал ҡорттары ла ғаиләгә әйләнеп ҡайтҡас үлсәп, тәүлек артымды билдәләйҙәр. Ҡорттарҙың осоу радиусында (ике-өс саҡрым) ниндәйҙер билдәле үҫемлектәр (мәҫәлән, эспарцет, ҡарабойҙай, йүкә, көнбағыш һәм башҡалар) була. Бал биргән ошо үҫемлектәр күпләп сәскә атҡас, ҡорттарҙы тәрбиәләүҙе туҡтатырға, уларҙы һут йыйыу һәм эшкәртеүгә ҡушырға кәрәк. Бының өсөн инә ҡорттоң йомортҡа һалыуын сикләйҙәр.
 
Бал йыйыу осоро башланыр алдынан умартасы оянан тиҙ ҡомоғоусы баллы рамдарҙы (был бал өйәңке һәм әүернә сәскәле үҫемлектәрҙән, мәҫәлән, ҡыҙыл талдан, рапстан, тиле шалҡандан йыйыла) ала. Умартанан иҫке баллы былтырғы рамдарҙы ла (улар тороп ҡалған булһа), рәшә баллы рамдарҙы ла ала. Бындай бал алдағы ҡыш өсөн аҙыҡҡа яраҡлы түгел. Уны ашап ҡышлаған хәлдә ҡорттар үтә ныҡ сирләй, эстәре китә йәки үлеп ҡуя. Бындай баллы рамдарҙы бал ҡыуғыстан һурҙырып алалар. Асыҡ үрсемдәре булған кәрәҙҙәрҙән балды һурҙырып алырға ярамай, сөнки бала ҡорттоң, ҡарышлауыҡтарҙың, ҡойолоп төшөүе ихтимал.
 
Бал йыйыу осорон оя яҡшы сифатлы кәрәҙҙәр менән тейешле күләмдә тәьмин ителгән хәлдә генә уңышлы файҙаланырға мөмкин. Ҡайһы саҡта умартасы ғаиләне ҡараған саҡта айырым кәрәҙҙәрҙә көпләп ҡуйылмаған аҙ ғына бал йыйылған күҙәнәктәрҙе һәм өлөшләтә генә һут менән тултырылған күп күҙәнәктәрҙе күрә. Шунан ҡорттарға яңы һутты урынлаштырырға урын етерлек тип яңылыш һығымта яһай ҙа ояны кәрәҙҙәр менән киңәйтмәй һәм шуның менән бал йыйыуға төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килтерә. Әгәр ҙә кәрәҙҙәр менән бер тигеҙ тәьмин ителмәһәләр, көсө һәм эшкә һәләтлелеге буйынса бер тиң ҡорт ғаиләләре лә балды төрлө күләмдә йыясаҡ. Мәҫәлән, бал йыйыу осоро башланыу мәленә магазины менән бергә 12 рамлы (дадан) умартала йәшәгән ике ғаилә, өҫтәмә рәүештә икенсе магазин ҡуйылһа, балды күберәк йыясаҡ. Күҙәнәктәрҙең тултырылмаған булыуы ҡорттарҙың умартаға 40 проценттан алып 80 процентҡа тиклем һыулы шыйыҡ сәскә һуты килтереүе менән аңлатыла. Уны балға эшкәрткәндә ҡорттар күп кенә дымды айырып ала (өлгөргән балда 20-21 процент тирәһе һыу бар). Ғәҙәттә һутты бал итеп эшкәртеү биш-алты көн дауам итә. Өлгөргән бал менән ҡорттар кәрәҙҙең һәр бер күҙәнәген тулыһынса тултырып көпләп ҡуя. Бындай күҙәнәктәрҙә 0,43 грамм тирәһе бал була. Әйткәндәй, ҡорттар яңы килтерелгән һут менән күҙәнәктең бары тик өстән бер өлөшөн генә тултыра (0,14 грамм тирәһе). Артабан һыу парланып сығыу һәм һут ҡуйыра төшөү менән күҙәнәктә ул тәүге хәленән аҙая төшә. Ҡорттар күҙәнәктәрҙең бер аҙ өлөшөн тултырырға тырыша, әммә бер ҡасан да төрлө көндәрҙә килтерелгән һутты бер үк күҙәнәккә һалмай.
 
Юл 13 ⟶ 14:
== Быны беләһегеҙме? ==
 
...* 40 мг һут һыйҙырышлы бөрләтәүен тултырыу өсөн бал ҡорто бер осоуҙа 200-ҙән кәм булмаған көнбағыш йәки эспарцет, йә горчица сәскәһенә, 15-20 самаһы баҡса сәскәһенә, 130-150 ужым рапсына йәки кориандр, йә чина сәскәһенә ҡунырға тейеш;
...* Күпселек үҫемлектәрҙең татлы һутының составында өс төр шәкәр — сахароза, глюкоза һәм фруктоза бар. Улар үҫемлектәрҙә төрлөсә миҡдарҙа була. Ҡорттар күп глюкозалы (көнбағыш, горчица, тиле шалҡан һәм башҡалар) татлы һуттан эшкәрткән бал тиҙерәк ҡомоға. Әгәр ҙә татлы һутта фруктоза күберәк булһа (аҡ һәм һары акация, ашай торған каштан, арса), бал аҡрыныраҡ ҡомоға;
...* бик күп үҫемлектәр бер үк ваҡытта һут һәм һеркә бүлә. Ләкин шундай үҫемлектәр ҙә бар: уларҙан ҡорттар бары һеркә генә йыя. Әйтәйек, сәтләүек ҡыуағы, мәк, гөлйемеш, люпин, кукуруз һәм башҡалар;
...Күпселек үҫемлектәрҙең татлы һутының составында өс төр шәкәр — сахароза, глюкоза һәм фруктоза бар. Улар үҫемлектәрҙә төрлөсә миҡдарҙа була. Ҡорттар күп глюкозалы (көнбағыш, горчица, тиле шалҡан һәм башҡалар) татлы һуттан эшкәрткән бал тиҙерәк ҡомоға. Әгәр ҙә татлы һутта фруктоза күберәк булһа (аҡ һәм һары акация, ашай торған каштан, арса), бал аҡрыныраҡ ҡомоға;
...* әгәр ҙә умарталыҡтан алыҫ булмаған ерҙә аҙыҡ сығанағы тапһа, ҡорт умарта эсендә, кәрәҙҙәр өҫтөндә “өйөрөлөп бейей”. Ә ҡорттоң ҡорһағы менән “ҡыйшаңлаған” бейеүе алыҫыраҡ арала урынлашҡан баллы үҫемлек йәки һеркә тураһында сигнал бирә.
...бик күп үҫемлектәр бер үк ваҡытта һут һәм һеркә бүлә. Ләкин шундай үҫемлектәр ҙә бар: уларҙан ҡорттар бары һеркә генә йыя. Әйтәйек, сәтләүек ҡыуағы, мәк, гөлйемеш, люпин, кукуруз һәм башҡалар;
 
...әгәр ҙә умарталыҡтан алыҫ булмаған ерҙә аҙыҡ сығанағы тапһа, ҡорт умарта эсендә, кәрәҙҙәр өҫтөндә “өйөрөлөп бейей”. Ә ҡорттоң ҡорһағы менән “ҡыйшаңлаған” бейеүе алыҫыраҡ арала урынлашҡан баллы үҫемлек йәки һеркә тураһында сигнал бирә.
 
[[Category:Башҡортса]][[CategoryКатегория:Умартасылыҡ]]