Умартасылыҡ серҙәре/25-се дәрес: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Dcljr (фекер алышыу | өлөш)
ә Dcljr Умартасылыҡ серҙәре. 25-се дәрес битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Умартасылыҡ серҙәре/25-се дәрес: subpage per Special:Diff/16177
Dcljr (фекер алышыу | өлөш)
standardize attribution line at top; localize category prefix; keep only more-specific category; other minor
1 юл:
<small>''Рубриканы Рафиҡ Ноғоманов алып бара. Мәҡәләләр 2012 йылғы "«Башҡортостан"» гәзитендә баҫылған http://bashgazet.ru/''</small>
 
== Ояларҙы йылытыу һәм ҡорттарҙы туҡландырыу ==
 
Умартасы, ҡорттарҙың тәүге осоуын күҙәткәндән һәм ояны ҡарағандан һуң, аҙығы бөткән, инә ҡорто булмаған, көсһөҙ, насарланыу, эс китеүҙән, кимереүселәрҙән (бигерәк тә сысҡандар), дымлылыҡтан зыян күргән бал ҡорттары күстәрен асыҡлай. Һәр күстә кәмендә 8-10 килограмм бал һәм һитәле кәрәҙле бер-ике рам булырға тейеш. Кәрәҙле, сифатлы сәскә балы өҫтәп, аҙыҡ запасын тулыландырырға, йәғни 2:1, әгәр ҙә шәкәр самалы булһа, 1:1 нисбәтендә әҙерләнгән йылы һыу һәм шәкәр шәрбәте өҫтәп туйындырырға кәрәк. Уны туҡландырыу урындарына — кәмәшәүҙәргә бирергә йәки бер ашатыуға 2 килограмм иҫәбенән буш кәрәҙҙәргә ҡойорға (сәйгүндән уңай) кәрәк. Бындай өҫтәмә емләүҙе көндәр йылынғас һәм ҡорттарығыҙ яҡшылап көсәйгәс, көслө күскә генә бирегеҙ. Сөнки һыуыҡ көндәрҙә шәрбәт ҡатып ҡала, ә ҡортоғоҙ көсһөҙ, хәлһеҙ булһа, улар биргән сиропты эшкәртә алмай. Ундай ғаиләләргә мөмкин тиклем үҙ аҙығын — балды бирергә кәрәк. Ояға бирер алдынан рамдағы кәрәҙле балды ҡасау, умарталыҡ бысағы менән асып ҡупшыталар. Көсһөҙ ғаиләгә бындай асылған балды алып ашауы еңелгә тура килә. Әгәр ҙә балға шәкәр йәки шәкәр ҡомо ҡушып әҙерләнгән ҡамыр булһа, уны марляға урап, киндер япма аҫтына һалырға мөмкин. Ул аҙыҡты бал булмағанлыҡтан йәки аҙ булғанда бирәләр.
Юл 8 ⟶ 9:
Ҡорттарҙы йылы, ҡояшлы, тымыҡ, елһеҙ көндәрҙә ҡарауы еңел. Ояларҙы тулыһынса асмайынса ҡорттарҙы ҡарау +10—12 градуста үткәрелә, ашығыс осраҡтарҙа (өҫтәмә емләгәндә, аҙыҡ биргәндә) +6—8 градус булһа ла ярай. Ә умарта төптәрен таҙартып, тулыһынса асып ҡарау 15-17 градус йылылыҡ торғанда, ҡорттар үҙҙәрен тынысыраҡ тотҡан саҡта, үткәреү яҡшыраҡ. Өҫтәүенә, бындай көндәр башланыу менән ҡорттар тәбиғәттән умарталарға сәскә һуты һәм һеркә ташый башлай.
 
== Төрлө умарталарҙа аҫрау ==
 
Башҡортостандың алдынғы умартасылары, ҡорттарҙы ҙур күләмле умарталарҙа аҫрау менән, күс айырыуға ҡаршы һәр кемгә аңлайышлы алымдарҙы ҡулланып һәм ҡорттарҙы резервҡа бүлеүҙе формалаштырып, төп бал йыйыуға көслө ғаиләләрҙе файҙалана һәм уларҙы эшкә һәләтлелек хәлендә тота.
 
Башҡортостан умарталыҡтарында ике корпуслы, күп корпуслы, горизонталь ятмалы һәм 12 рамлы ике-өс магазин өҫтәмәле умарталар ҡулланыла. Бындай умарталарҙа ҡорттарҙы аҫрау технологияһының үҙенсәлектәре бар.
 
Умартасылар, бигерәк тә яңы башлап эшкә тотоноусылар, йыш ҡына йүкәнән бал йыйыуға иҫәп тота. Ысынлап та, беҙҙең Башҡортостанда һуңғы йылдарға тиклем йүкәнән йыл һайын тиерлек ярайһы ғына бал алдылар. Баш ҡаланың үҙендә — Өфөлә айырым умартасылар күп йүкә балы йыйыуға өлгәшкән, ҡаланың үҙәгендә (йүкәлектәр тупланған ерҙә) биш-алты күстән өс феләк бал йыйған йылдар (1970—1980) булды. Оҙон-оҙаҡҡа һуҙылған һыуыҡ яҙ, ҡырау, һуңынан бер туҡтауһыҙ яуған көслө ямғырҙар сәскә һуты бүлеп сығарыуға кире йоғонто яһай. Һөҙөмтәлә күпләп бал йыйыу урынына өҙөк-өҙөк, аҙ-маҙ ғына бал йыйыла. Шул арҡала ҡорттар айырыу торошона күсеп, йыш күс айыра.
 
Бөтә ошо тәбиғәт шарттарын иҫәпкә алып, бал ҡорттарын аҫрау һәм үрсетеү буйынса тәжрибәнең самалы булыуын күҙҙә тотоп, беҙ ҡорттарҙы 12 рамлы магазин өҫтәмәләре булған (дадан) умарталарҙа тәрбиәләү һәм аҫрау системаһын тәҡдим итәбеҙ.
 
[[Category:Башҡортса]][[CategoryКатегория:Умартасылыҡ]]
 
[[Category:Башҡортса]][[Category:Умартасылыҡ]]