Умартасылыҡ серҙәре/26-сы дәрес: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Dcljr (фекер алышыу | өлөш)
ә Dcljr Умартасылыҡ серҙәре. 26-сы дәрес битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Умартасылыҡ серҙәре/26-сы дәрес: subpage per Special:Diff/16177
Dcljr (фекер алышыу | өлөш)
standardize attribution line; localize category prefix; keep only more-specific category; other minor
1 юл:
<small>''Рубриканы Рафиҡ Ноғоманов алып бара. Мәҡәләләр 2012 йылғы "«Башҡортостан"» гәзитендә баҫылған http://bashgazet.ru/''</small>
 
== Күс йыйыу һәм умартаға ябыу ==
21 юл:
Моҙғаға күсерелгән ҡорттарҙы япмаһы менән ябалар ҙа һалҡынса, ҡараңғы урынға (ҡышлау урынына йәки мөгәрәпкә) ҡуялар. Ялан ерҙә уларҙы кис еткәнсе тотоу, күләгәгә ҡуйыу хәйерлерәк, ә унан инде яңы умартаға ябалар. Һәр саҡ шул хаҡта белеп торорға кәрәк: күстәр эҫегә бик тиҙ ҡыҙып китә, йәғни күс ҙур, моҙға бәләкәй булһа, өҫтәүенә, ҡояш аҫтында торһа, ҡорттар янып үлә. Тотолған күс моҙғала биш һәм унан да күберәк тәүлеккә тиклем тора ала, уны өҫтәмә аҙыҡландырыу талап ителмәй (сөнки ҡорттарҙың бал йыйыу бөрләтәүендә етерлек бал һуты бар). Ләкин был хәлдә оҙаҡ тотоу хуп түгел. Күсте айырған көндө үк кисен, 9–10 сәғәт тирәһендә, умартаға ябырға кәрәк.
 
== Яңы торлаҡты әҙерләү ==
 
Бөтәһенән элек күс өсөн оя әҙерләйҙәр — был ентекләп дезинфекцияланған (быға тиклем файҙаланыуҙа булһа) ҡәҙимге умарта. Уға бер-ике әҙер кәрәҙ һәм күп итеп яһалма балауыҙлы рамдар ҡуялар (һәр 200–250 грамм ҡорт массаһына бер рам кәрәклектән сығып эш итәләр), йәғни 1 кг айырылып сыҡҡан күскә өсәр-дүртәр рам тура килергә тейеш. Күс яңы умартаны ташлап китмәһен тип, баллы рам ҡуйырға кәрәкмәй (аҙыҡ бирмәйһегеҙ), киреһенсә, уға асыҡ үрсемле бер рам ҡуяһығыҙ. Быны ҡорттар булмаған саҡта, күсте ябырҙан алда, кисен эшләйһегеҙ. Үрсемле рамды көслө ғаиләнән алырға тәҡдим ителә. “Балаларын” ҡорттар күп осраҡта ташлап китмәй. Ояны шулай итеп комплектлайҙар: умартаға кәрәҙле һәм яһалма балауыҙлы рамдар сиратлаштырып ҡуйыла. Әгәр ҙә бал бирһәгеҙ, баллы рамды умартаның эсенә ситкә ҡуйығыҙ.
 
[[Category:Башҡортса]][[CategoryКатегория:Умартасылыҡ]]
 
[[Category:Башҡортса]][[Category:Умартасылыҡ]]