Умартасылыҡ серҙәре/15-се дәрес: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Ләйсән Умартасылыҡ серҙәре. 15-се дәрес битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Умартасылыҡ серҙәре/15-се дәрес: хаталы
Dcljr (фекер алышыу | өлөш)
remove redundant pseudo-header at top; + attribution notice copied from a similar page; collapse many 1-item lists into one multiple-item list (remove blank lines); localize category prefix; keep only more-specific category; other minor
1 юл:
<small>''Рубриканы Рафиҡ Ноғоманов алып бара. Мәҡәләләр 2012 йылғы «Башҡортостан» гәзитендә баҫылған http://bashgazet.ru/''</small>
Умартасылыҡ серҙәре. 15-се дәрес
 
7.08.2012.
11 юл:
Әгәр ҙә ҡулда дарыу булмаһа, сағылған урындың ауыртыуын кәметеү өсөн халыҡ саралары бар. Яраға бал, бәпембә, һарымһаҡ йәки һуған һуты, шыйыҡ валидол, спирт, сей картуф, яңы ғына өҙөлгән юл япрағын ябалар, аҙ ғына баллы араҡы (5 г бал һәм 5 г араҡы) эсергә мөмкин. Ныҡ ағыуланған хәлдә яфаланыусыны яҡындағы медпунктҡа йәки дауаханаға оҙаталар.
 
== Һеҙ быны беләһегеҙме?.. ==
 
* бал ҡорто бер тапҡыр саҡҡанда 0,2 мг ағыу бүлеп сығара;
 
* кеше өсөн бал ҡорто ағыуының үлтерерлек дозаһы 1 кг ауырлыҡҡа 1,4 мг йәки уртаса 0,1-0,2 г ағыу тәшкил итә, ул 500—1000 ҡорт саҡҡанға тиң;
 
* хатта һау-сәләмәт кеше лә аллергик реакция арҡаһында бер тапҡыр ҡорт сағыуҙан үлергә мөмкин;
 
* сысҡандар — 2-3, себештәр — 3-5, тауыҡтар — 8-10, йорт ҡуяндары 10-20 ҡорт сағыуҙан үлә, ә аттар өсөн үлтерерлек доза — 1000-дән ашыу ҡорт сағыу;
 
* йылан, терпе, баҡа, ташбаҡа, селән, айыуҙар һәм башҡа ҡайһы бер хайуандар бал ҡорто ағыуына бирешмәй;
 
* миллиондарса йыл элек бик күп бөжәк һәм хайуан үлеп бөткән, юҡҡа сыҡҡан. Бал ҡорттары иһә йәшәп ҡалған һәм бер нисек тә үҙгәрмәгән тиерлек. Ҡорттар үҙҙәренең сағыу һәләте булыуы арҡаһында тере ҡалған, ә ағыуҙы улар үҙ ояларын һаҡлау өсөн файҙалана;
 
* инә ҡорт бер ҡасан да кешене саҡмай, ләкин үҙенең тиңдәше — башҡа инә ҡорт — менән осрашҡанда, ул ярһып, үҙенең ҡаяуын эшкә ҡуша;
 
* әгәр ҙә умартасы ҡулдарын ентекләп мелисса үләне йәки лимон бөтнөгө япрағы менән ыуһа, ҡорт саҡмай, сөнки был үҫемлектәрҙең еҫен ҡорттар бик ныҡ ярата. Күс ябыр алдынан умартаның эсен шул үлән менән һөртөү һәйбәт ярҙам итер;
 
* умарталыҡтан алыҫ булмаған электр линиялары һәм юғары вольтлы сымдар бал ҡорттарының йәшәү ваҡытына, инә ҡорттарҙың һаҡланыуына һәм, ахыр сиктә, ҡорт күстәренең аҙыҡ биреүенә кире йоғонто яһай. Электр яланы тәьҫирендә ҡорттар шаҡтай асыулы булып китә.
 
[[Category:Башҡортса]][[CategoryКатегория:Умартасылыҡ]]