Килдеғол ауылының ер-һыу атамалары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Килдеғол ауылы''' — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы ауылдарының бе…" исемле яңы бит булдырылған
 
177 юл:
Быуаттар буйы ғорур торған Ташморон, шул касафаттандыр, хәҙер бер аҙ сүгеп, кесерәйеп ҡалғандай. Тик исеме уны һаман бөйөк итә. Сөнки уға был яңғырауыҡлы матур исемде иң күркәм саҡтарында ата-бабаларыбыҙ үҙҙәре биргән бит!..
 
'''Мөнир Фәйзуллин, уҡытыусы, тыуған төйәкте өйрәнеү музейы етәксеһе. Бөрйән районы.'''
 
==Йәки әҙәм күңеленең таштай ҡата барыуына һағайыу==
 
''Ергә һылашып ятҡан таш аҫтына ҡырмыҫҡа оялаусан. Ваҡ ҡына, ҡыҙыл йә ҡара төҫтәге ҡырмыҫҡалар. Ҡымйып торалар. Тын ятҡан таш аҫтында тормоштоң бөтөн, мәңгелек икәнлеген хатта шул бәләкәй генә йән эйәләренең дә аңлауына иҫең китерлек. Тик бөгөн һүҙем бүтән төрлө таш тураһында.''
 
Килдеғол ауылына түбәндән ингән тарлыҡта таш өйөмөнән генә тиерлек торған текә битләүле тауҙың--Ташморондоң түбәһендә бер йылы яҙыулы таш таптыҡ. “Исҡужин Муса. 1965” тип яҙылған ине унда.
 
''Уҡыусыларҙы йылда ла тиерлек алып килдем Ташморонға, таштағы яҙыуҙы күрһәтеп уның “авторы” хаҡында хикәйәт һөйләнем.''
 
==Искужин Муса Фәйзулла улы==
Искужин Муса Фәйзулла улы 1908 йылда тыуа. Ауылда мәктәп асылғас, беренселәрҙән булып яҙыла, тырышып уҡып 4 класс белем ала. Эшкә лә әрһеҙ була: кустарсылыҡ алып барған атаһының хужалығында, артабан колхозда эшләй--балта оҫтаһы булып таныла. Атаһы Фәйзулла күрше Ҡолғана ауылындағы ҡорҙашы, данлыҡлы һунарсы Атаулла менән һөйләшеп-килешеп балаларын эйәле-башлы итәләр, типһә тимер өҙөрлөк Муса һылыуҙарҙан һылыу Бибикамал менән донъя көтә башлай. Тормоштары мәғәнәһе һәм йәме булып балалары: Әхмәт, Шәмсинур, Әҡсән тыуа. Тик ғаиләнең генә түгел, тотош илдең башына фажиғә килә—Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 1941 йылдың авгусында Муса һуғышҡа алына.
 
--Беҙ--һуғыш осоро балалары эт тә күрмәгәнде күрҙек,-- тип һөйләй Байназарҙа йәшәгән 1936 йылғы Шәмсинур апай.--Әсәйебеҙ балаларым миктәмәһен тип, тапҡан-таянғанын беҙгә ашатты, ә үҙе астан үлеп ҡуйҙы.”
 
273-сө уҡсылар полкы составында һуғышҡа инеп, ҙур яу юлы үтә М.Искужин, Ровно, Виница, Львов ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыштағы батырлығы III дәрәжә Дан ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән баһалана.
 
Ә шулай ҙа Искужиндарҙың өйөндә 1-се Украина фронты командующие Советтар Союзы Маршалы И.С.Коневтың ҡултамғаһы менән бирелгән Рәхмәт Хаты иң юғары награда, иң ҡәҙерле һуғыш хәтирәһе булғандыр, моғайын. Түр яҡта, ике тәҙрә араһында өҫтә стенала торҙо ул. Мусаның һуғыштан һуң алған ҡатыны Фәниә инәй биҙәрле рамлы ул награданы һөлгө-таҫтамал ябып матур итеп тотто.
 
Һуғышта ут уртаһында йөрөгән, күп тән яралары алған гвардия сержанты М.Искужин. “Тәне ҡарағыһыҙ булды,-- тип һөйләй торғайны Фәниә инәй.-- Арҡаһы снаряд ярсыҡтары менән сып-сыбар ине. Һуғыштан һуң үлгәнсе ыҙалатты шул яралары. Эренләп сипылдап боҙолоп торорҙар ине. Ҡайһыларын соҡоп сығарып алған саҡтар ҙа булды.” Әйткәндәй, Мусаның ҡаты яралары тере ҡалыу, һауығыу өмөтөн өҙгән мәлдәр ҙә булған. Шулай тип тә әйткән имеш: “Өйгә ҡайтып етеп, атам-әсәмде күрһәм, тыуған йорт тупһаһында ятып йән бирһәм дә риза булыр инем.”
 
Һуғыштан һуң артелдә, унан колхозда эшләй Муса Фәйзулла улы, төҙөлөштә йөрөй. Ҡурғашлыла лесхоз контораһы төҙөй уларҙың бригадаһы. Бина эсенә өҫтәл, эскәмейә, шкаф, ултырғыстарҙы алтын ҡуллы Муса үҙе эшләп бирә.
 
Уңған һәм һәләтле кешене лесхозға эшкә саҡыралар—урмансы булып китә. Уның етәкселегендә йөҙәрләгән гектар ергә ағас үҫентеһе сәселә. Бертештәге кедр урманын ултыртыуҙы ла ул ойоштора.
 
Алсаҡ тормош көтә Муса. Кешеләргә йөҙө яҡты, һүҙе йомшаҡ, күңеле киң була. Кеше өҙөлмәй уларҙың өйөнән, дуҫ-иштәре менән ныҡ аралаша. Әйткәндәй, ул минең атайымдың бер туған ағаһы ине, беҙ уны “Мусапа” тип белдек. Атай менән үҙ-ара бик татыу булдылар. Хәтеремдә, кис ҡырында беҙгә килер ҙә атай менән урындыҡта донъя хәлдәре, һуғыш хәтирәләре хаҡында төн ауышҡансы һөйләшеп ултырырҙар ине.
 
Лесник булғас ат көтөргә лә рөхсәте булды Мусапаның. Һүрәттәрҙәге киң күкрәкле, дуғалай бөгөлөп торған ҡалын муйынлы, ялбыр яллы, бейек кәүҙәле ине аты. Исеме-- Ҡоласай. Беҙҙе, малайҙарҙы иң ғәжәпләндергәне шул булды, Ҡоласай ҡапҡаны бауынан тешләп тартып асып сығыр ҙа, йылға буйына төшөп һыу эсер, унан түбәндәге туғайҙа уйнаҡлап сабып туйғас, ҡапҡаның биген мороно менән төртөп күтәреп асып үҙ урынына барып торор ине. Ҡоласай өсөн апам йыуан ҡарағасты өңөп бесән һалғыс ҙур ялғаш та эшләгәйне. Шулай, атын яратып, күңеле йыуанысы итеп ҡәҙерләп-һөйөп көттө. Хужаһы үлгәс, Ҡоласайҙың түбәндә кешнәй-кешнәй оҙаҡ ярһып йән-фарман сабып йөрөүен һөйләй торғайнылар ауылда.
 
1967 йылдың ғинуарында яҡты донъя менән хушлашты яратҡан апабыҙ. Шуныһы үкенесле, уландары Әхмәт менән Әҡсән дә күптән гүр эйәләре. Әммә уларҙың бына тигән балалары ҡалды, Әхмәттең уландары Әхиәр, Рафаил, Рафиҡ ата-олаталары биләмәһендә донъя ҡороп, ғаиләләре менән матур йәшәп яталар. Муса Искужиндың бишенсе быуыны хәҙер шәжәрә үрә.
 
Бөгөн шуны фаразлайым: тәбиғәт йәнле Муса апам, күрәһең, бер мәл Ташморон түбәһенә менгән дә ауылға ҡарап ултырған. Ғүмерҙең ағын һыу ише булыуын, бына-бына үтәрен белеп, тәрән уйға төшкән. Быуын-быуын ғүмерҙәр уҙыр, ҡасандыр ауыл үҫер, тағы ла матурланыр, халыҡ етеш донъя көтөр, ата-бабалар төйәгендә яңы быуындар хужалыҡ итер. Ниндәй булыр ул быуын, холоҡ-фиғелдәре, аңдары, мәҙәни кимәлдәре менән. Ауылының, унда ғүмер итеп китеүселәрҙең үткәне хаҡында уйлармы, әллә көндәлек хәстәренә күмелеп ғәмһеҙлектә көн күрерме?.. Тирә-яҡ тәбиғәткә, кешегә -- яҡынына, ҡәрҙәшенә, туған-тумасаһына, күршеһенә ниндәй мөнәсәбәттә булыр?.. Ҡайһылыр быуын вәкиле ҡасандыр был тауға менер, яҙыулы ошо ташты табыр, үткән быуындары, ата-бабалары хаҡында уйланып, әҙәм ғүмеренең бер генә, ә кешелек йәшәйешенең мәңгелек икәнлеге хаҡында фекер йөрөтөп ултырыр, тип уйланғандыр ҙа, бер йәдҡәр булһын тип ташта имзаһын ҡалдырғандыр.
 
Элекке йыл көҙ уҡыусыларҙы йәнә алып мендем Ташморонға. Тик яҙыулы теге ташты ғына тапманыҡ.Тау ҡыҙҙырып күмәкләп оҙаҡ ҡына эҙләнек, әммә таба алманыҡ. Унда-бында эреле-ваҡлы таштарға яңыраҡ ҡына бер үк имзалар соҡоп яҙылған, ә теге тарихи таш юҡ. Ҡайҙа булған, кем, ниндәй намыҫһыҙы хаслыҡ иткән?..
 
Бар шул хәҙер шундай аяуһыҙлыҡ, таш бәғерлек: ҡайҙалыр һуғыш яугирҙәренең һәйкәлдәрен емерәләр, таҡтаташтарҙы онтайҙар. Ауылдарға ла яҡынлаша был ҡырыҫлыҡ. Бөйөк Ватан һуғышы афәте, емереклектәр, ҡорбандар, халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы, оло еңеү шатлығы хаҡындағы хәтирәләрҙе лә аңда тотмаҫҡа тырышыу бар хатта. Быға миҫал. Яу ҡырында ятып ҡалған һәм һуғыштан ҡайтып, барлыҡ көсөн илде аяҡҡа баҫтырыуға түккән, туя ашамай, туя йәшәмәй тиерлек баҡыйлыҡҡа күскән яугир ауылдаштарҙы иҫкә алып йылына бер тапҡыр ғына(!) 9 май көнө тау битләүендә митинг үткәрәбеҙ, телмәр тотабыҙ, обелискҡа сәскәләр һалабыҙ, тын ҡалып баш эйәбеҙ.
 
Тик инәйҙәр, ике-өс бөртөк оло ир-уҙаман, мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылар өсөн генә һымаҡ был митинг. Урта быуын ҡайҙа!?.Ҡатын-ҡыҙҙар, моғайын, йорт эштәренән “бушамай”, ә ир-егеттәр тракторҙарҙа таңдан урманға ағасҡа сабалар, ауыл ситтәрендә бура бурайҙар, сытырлап пилорамдар эшләп тора, шулай, уларҙың һуғышта, яугирҙарҙа ни эше, уларға бөгөнгө көн ҡиммәт: ярыша-ярыша донъя көтөргә, мал тупларға!..
 
Йәштәргә, балаларға ана шундай һабаҡ бирәбеҙ хәҙер йәмәғәтселек менән. Һөҙөмтәһеҙ ҙә түгел ундай “һабаҡ”тар. Бында мин нормаль хәлгә әйләнә башлаған өйгә төшөү, ағас “шылдырыу”, бензин урлау кеүек ваҡиғалар хаҡында һүҙ ҡуйыртып тормайым. Бер райондаштың осраған һайын: ”Һеҙҙең һарағылар бурлыҡ буйынса районда беренсе урынды тота,”—— тип зитҡа тейеүе лә еткән.
 
'''Һүҙем йәнә тарихҡа бәйле.'''
 
Бер йылы төбәктәге тарихи урындарға яҙыуҙар ҡуйҙыҡ. “Кәзә ташы” түбәһенә ҡыр кәзәһе макетын эшләнек. Бахыр “кәзәне” шундуҡ салып түбән ырғыттылар, Ә “Урыҫ юлы” тигән яҙыулы бағананы ағас һөйрәүселәр һуҡтырып йығып киттеләр. Уҡыусылар менән барып яңынан нығытып ултыртҡайныҡ та, икенсе барыуға төбәк тарихын һөйләүсе бағананы һурып соҡорона баш түбән ҡаҙап киткәйнеләр. Бына шулай, ауылдарҙа ла хәҙер варварлыҡ тәрән тамыр ебәрә. Үткәндәргә мыҫҡыллы көлөп, улай ғына ла түгел, төкөрөп ҡарау бер ни түгел.
 
Үҙебеҙ ҙә баштүбән китеп барабыҙ түгелме икән, тип уйларға мәжбүр булаһың шунан. Ауылыбыҙҙың, ауылдаштарыбыҙҙың үткәненә сағыштырһаң, милек ҡоллоғона йүнәлеш алған бөгөнгөбөҙ ҡыҙғаныс һәм мәғәнәһеҙ тойола башлай…
'''Мөнир Фәйзуллин'''
 
==Һылтанма==
*[http://www.ye02.ru/tormosh/6078-12101241r-tarafym-tau1177ar-tau1177ar.html "Йәшлек"]