Йүрмә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
10 юл:
Ҡош (ҡаҙ, өйрәк, күркә, тауыҡ) тәпәйенә эсәген урап әҙерләнгән ризыҡ. Ҡош тәпәйен утта тотоп йәки эҫе һыуҙа бешекләп, бер ҡат тиреһен, тырнаҡтарын һыҙырып төшөрәләр. Эсәктәрен айыралар, аҙаҡ үткер бысаҡ менән буйға ярып сығалар. Һәйбәтләп йыуғандан һуң, тәүҙә тоҙ иретмәһендә 4-6 сәғәт, шунан 30 минут 3 процентлы һеркә (уксус) иретмәһендә, аҙаҡ гәрсис иретмәһендә (бер литр йылы һыуға бер балғалаҡ порошок иҫәбенән) тоталар. Унан һуң, таҙа һыуҙа йыуып алалар ҙа, тәпәйенә урайҙар. Һурпала 30-45 минут тирәһе бешерелә.
 
== Йүрмә - милли аҙығыбыҙ ==
==ЙҮРМӘ - МИЛЛИ АҘЫҒЫБЫҘ==
 
...“Күптән түгел Ҡаҙағстанда булғайным. “Йүрмә – башлыса башҡорттарҙың яратып әҙерләгән аҙығы”, – тип һөйләгәндәрен ишетеп, хайран ҡалдым. Үҙебеҙгә ҡайтҡас, ошо үҙенсәлекле ризыҡ һәм уны әҙерләү хаҡында мәғлүмәт туплай башланым.
Ярымкүсмә тормош менән йәшәгән башҡорттар өсөн был аҙыҡ бик ҡулай булған, күрәһең. Һыйыр йәки һарыҡ эсәктәрен сәс кеүек итеп үргәндәр ҙә, ҡаҙанда ҡурып, үҙҙәре менән юлға алғандар. Оҙон юлда ла йүрмә боҙолмаған һәм туҡлыҡлы булыуы менән юлсыны асығыуҙан ҡотҡарған. Иң ҡәҙерле ҡунаҡҡа, юлаусыға ла хужалар тәүләп йүрмә тәҡдим итер булған. “Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә” тигән мәҡәл ошонан килеп сыҡҡан да инде. Йөрөгән өмәсегә мотлаҡ йүрмә эләгә тигән мәғәнәне лә аңлата ул.
Быуаттан-быуатҡа күсә килә йүрмәне әҙерләү ысулы ла яйлап үҙгәрә, төрлөләнә барған. Йәғни заманса төҫ алған”, – ти Рәзилә Фәтих ҡыҙы Ҡотлогилдина, уны бешереүҙең яңы ысулы хаҡында ла тәфсирләп һөйләп...
 
==Эсәктән йүрмә==
«https://ba.wikibooks.org/wiki/Йүрмә» битенән алынған