Байғаҙы ауылы тарихы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
19 юл:
1859 йылда ауылда 220 кеше йәшәй, 1920 йылда халыҡ һаны икеләтә артып, 478 кеше булған. Ихаталар һаны кәмей, сөнки аслыҡ, һуғыш йылдары. Уларҙың 116 аты, 52 һыйыры, 47 һарығы, 14кәзәһе, 14 солоғо иҫәпкә алынған. Әлбиттә, солоҡтарының барыһын да күрһәтмәгәндәр.
 
1834 йылдарҙа Тимер ауылында 664 кеше булған. Был йылдарҙа урыҫтарҙың башҡорт ерҙәрен талау, көслөк, алдау, осһоҙ хаҡҡа һатып алыу юлы менән эш итеүе дауам иткән. Янау, ҡурҡытыу юлы менән башҡорттарҙы ошо бөлдөргөс алыш-бирештәргә күндергәндәр. «Артыҡ» биләнгән ер майҙандарын тартып алдырмау маҡсатында, ерҙәрен һаҡлап, Тимер халҡылахалҡы ла Байғаҙы, Аралбай, Бикташ ауылдары һәм башҡа утарҙарға күсеп ултырғандар.
 
Рядовой Хәйбулла Ташбулатов, Рәсүл Ишкилдиндар Наполеонға ҡаршы һуғышҡан. Ниғмәтулла Юлъяҡшин 1812 йылғы һуғышта 15-се полк составында ике көмөш миҙалға, Байғаҙы Ҡунаҡбаев хәрби орденға лайыҡ булған.
25 юл:
Ауыл аҡһаҡалы Юлдаш Дауытов 1781 йылда 69 йәшендә үлгән. Зәүрәт есаул Өмөтҡол Ишмөхәмәтов, үрәтник башлығы Дәүләткилде Кулунаев (уларҙан Йомағужиндар таралған), Ишҡол, Исламғол Баймөхәмәтовтар, Итҡара, Ниғмәтулла Юлъяҡшиндарҙың да ауылды тергеҙеүгә өлөшө ҙур булған.
 
Байғаҙылар Һәүәнәк һыуын һыулаған, йәйләүҙәр булдырған. Ауылда төп шөғөл малсылыҡ булған. Игенселек өсөн уңайлы ерҙәр аҙәҙ булғас, климат шарттары ла ҡырыҫ булғас, иген аҙ сәселгән. Улар 16 бот ужым бойҙайы, 320 бот бойҙай сәскәндәр.
 
Ошо бәрәкәтле ерҙәрҙе төйәк иткән Байғаҙы Ҡунаҡбаевтың ҡәберлеге таш менән уратылған, кәшәнә формаһында эшләнгән.