Супаҡ соҡоро: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"==Супаҡ соҡоро== Бөрйән районы Байназар ауылынан оло юл менән Белорет яғына ки…" исемле яңы бит булдырылған
 
1 юл:
==Супаҡ соҡоро==
 
Бөрйән районы Байназар ауылынан оло юл менән Белорет яғына киткәндә һул яҡта Супаҡ соҡоро тигән ер тороп ҡала. Юлдан 2 саҡрым самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан. Ялан бөткәс өс яҡлап текә генә яр аҫҡа төшөп китә лә урманға барып терәлә. Ҙур ғына соҡор хасил була. Элек-электән сабынлыҡ булды. Тәүҙә Салауатов Ғәлимйән ағай сапты, хәҙер улы Ғәлинур саба. Һәйбәт үҫә, йыл яҡшы килгәндә 6040-7050 күбә бесән төшә. Супаҡ тигәне нимәне аңлата икән тип күптәр ҡыҙыҡһына. Ә тарихы былай була.
1943 йылдың йәйе, илдә һуғыш бара. Уттай ҡыҙыу бесән мәле. Байназарҙан Азанғолов Мөхәррәм ҡатыны Хәйбә (ҡыҙ фамилияһы Усманова) менән ҡыуыш ҡороп, ҡуна ятып бесән эшләйҙәр. Бер йәшлек кенә ҡыҙҙары Сәмиға ла (хәҙерге фамилияһы Баязитова) үҙҙәре менән. Төштән һуң һәнәк-тырмаларын алып,шаурап кипкән бакуйҙарын йыйырға тип сығып китәләр. Ваҡыттың һәр минуты ҡәҙерле бит инде. Ә Сәмиғаны ҡыуышта йоҡлатып ҡалдыралар. Бесәндәрен йыйып, күбәләп ҡыуышҡа ҡайтһалар, бала юҡ. Һөрән һалып улай һуғылалар, былай йүгерәләр, юҡ инде бала. Тауыш та, тын да юҡ.