Дәүләтбирҙин Ғәзиз Сәлихйән улы: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Таңһылыу (фекер алышыу | өлөш) " . Дәүләтбирҙин Ғәзиз Сәлихъйән улы Гәзиз Дәүләтбирҙин 1951 йылдың 24 ғинуарында…" исемле яңы бит булдырылған |
Таңһылыу (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
||
1 юл:
Гәзиз Дәүләтбирҙин 1951 йылдың 24 ғинуарындаБөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Ул киң билдәле шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның бер туған ағайы.
Хеҙмәт юлын 1969 йылда тыуған ауылының культура йортонда башлай. Артабан Учалы районының данлыҡлы Байрамғол совхозының культура йортонда эшләй, “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбле концертмейстры була. Ансамбль менән бергә йыш гастролдәрҙә йөрөй. Бер үк ваҡытта Учалы балалар йортонда һәм Уральск ҡасабаһының музыка мәктәбендә музыканан уҡыта. Ижади коллективтар менән әүҙем эшләгәне өсөн күп һанда грамоталар һәм дипломдар менән бүләкләнә.
Ғәзиз Дәүләтбирҙин бик күп популяр йырҙар, инструменталь, камера-вокаль һәм хор әҫәрҙәренең, башҡорт халыҡ йырҙары эшкәртеүҙәре авторы. 2000 йылда ул Башҡортостан композиторҙар Союзына ҡабул ителә. 120-нән артыҡ популяр йыр яҙып, композитор вокаль музыка өлкәһендә бик ҙур уңыштарға өлгәшә. Билдәле йырсылар Вәхит Хызыров, Резеда Әминева, Фәнүзә Сиражетдинова, Фәрит Бикбулатовтар уның әҫәрҙәренең иң беренсе башҡарысылары булдылар. Ул байтаҡ башҡорт халыҡ йырҙарын симфоник оркестр һәм халыҡ инструменттары оркестры өсөн, хор капеллаһы башҡарыуы өсөн эшкәртте. Ғәзиз Дәүләтбирҙиндың күп әҫәрҙәре Башҡорт хор капеллаһының хор өсөн даими репертуарына инде.
Ғәзиз Дәүләтбирҙин тормошта ғәжәйеп баҫалҡы, киң күңелле, намыҫлы кеше була. Кешеләр менән аралашҡанда йор һүҙле, оҫта әңгәмәсе булып хәтерҙә ҡалған. ▼
▲
Ғәзиз Сәлих улы 2011 йылдың 2 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат була, тыуған төйәге Бөрйәндә ерләнгән.
Файҙаланылған мәҡәләләр:
|