Тормош һабаҡтары. 8 класс: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
1164 юл:
 
Уның ҡатыны Зәкиә Арыҫланова ла тәүҙә филармонияла эшләй һәм театрға күсә. Төп ролдәрҙе башҡармаһа ла, ул уйнаған, ул ижад иткән образдар, төп ролдәр кеүек үк, хәтерҙә ҡалырлыҡтар. Икеһе лә бик һәләтле актер булыу өҫтәүенә, матур, һоҡланғыс ғаилә ҡоралар.
 
<!— — >
==ПРОФЕССИОНАЛЬ ТЕАТРҘЫ АРТАБАН ҮҪТЕРЕҮСЕ АКТЕРҘАР==
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң һирәгәйеп ҡалған сафтарҙы йәштәр тулыландыра. Кашшаф Нәзиров, Ғөбәйҙә Әбд ел мөьминова, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Дәриғә Фәйзуллина, Әнисә Дилмөхәмәтова, Асия Нафиҡова кеүек талантлы артистар килә. Ишмулла Дилмөхәмәтовты һәр ваҡыт йырларға, ҡурай уйнарға кәрәк булған ролдәрҙә уйнаталар. Ул саҡта спектаклдәр, нигеҙҙә, йырлы-уйынлы була.
===Дәриғә Фәйзуллина===
Дәриғә Закир ҡыҙы Фәйзуллина-Ғәлимова Стәрлетамаҡ районы Аллағыуат ауылында 1932 йылда тыуа. Өфө театр-художество училищеһын тамамлағас, Башҡорт академия драма театрында эшләй. 1995 йылдан Өфө "Нур" татар театрына күсә.
 
Д. Фәйзуллина киң планлы актриса. Ул комик ролдәрҙе лә, трагиктарын да оҫта башҡара. Тамашасылар уның башҡарыуында леди Макбет (Шекспир, "Макбет"), леди Мильфорд (Ф. Шиллер, "Мәкер һәм мөхәббәт), королева Мария (В. Гюго, "Мария Тюдор"), крәҫтиән ҡыҙы Анисья (Л. Н. Толстой, "Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә") ролдәрен бик йылы ҡабул итә. "Ҡара йөҙҙәр" спектаклендәге Ғәлимә образын тамашасылар бик оҡшата. Башҡорт академия драма театрында ҡуйылған
Д. Фәйзуллина киң планлы актриса. Ул комик ролдәрҙе лә, трагиктарын да оҫта башҡара. Тамашасылар уның башҡарыуында леди Макбет (Шекспир, "Макбет"), леди Мильфорд (Ф. Шиллер, "Мәкер һәм мөхәббәт), королева Мария (В. Гюго, "Мария Тюдор"), крәҫтиән ҡыҙы Анисья (Л. Н. Толстой, "Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә") ролдәрен бик йылы ҡабул итә. "Ҡара йөҙҙәр" спектаклендәге Ғәлимә образын тамашасылар бик оҡшата. Башҡорт академия драма театрында ҡуйылған спектаклдәрҙә тиҫтәләгән башҡа ролдәрҙе лә онотолмаҫлыҡ итеп оҫта башҡара.
104
спектаклдәрҙә тиҫтәләгән башҡа ролдәрҙе лә онотолмаҫлыҡ итеп оҫта башҡара.
Дәриғә Закир ҡыҙы Фәйзуллина — БАССР-ҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артисткаһы.
===Асия Нафиҡова (1932—1995)===
Асия Закуан ҡыҙы Нафиҡова Шишмә районы Уразбахты ауылында тыуа. Өфө театр-художество училищеһының театр бүлексәһен тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә. Шунан уны Башҡорт академия драма театрына эшкә саҡыралар. Бик күп образдар ижад итә. Тамашасының яратҡан актрисаларының береһе була ул.
(1932—1995)
 
Асия Закуан ҡыҙы Нафиҡова Шишмә районы Уразбахты ауылында тыуа. Өфө театр-художество училищеһының театр бүлексәһен тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә. Шунан уны Башҡорт академия драма театрына эшкә саҡыралар. Бик күп образдар ижад итә. Тамашасының яратҡан актрисаларының береһе була ул. Төп геройҙарҙы уйнамаған осраҡта ла уның геройҙары һәр саҡ иҫтә ҡалырлыҡ һәм аҙаҡ, һоҡланып, телгә алып һөйләрлек тәьҫир ҡалдыра. Мостай Кәрим әҫәрҙәренән "Йырланмаған йыр"ҙа — Мәстүрә, "Ҡыҙ урлау"ҙа — Туҡтабикә, "Айгөл иле"ндә — Миңлекәй, "Киске табын"да —- Ҡорбанбикә, Ибраһим Абдуллиндың "Айһылыуҙың айлы кистәре"ндә — Марфа, Нәжиб Асанбаевтың "Миләш- Миләүшә"һендә — Хәтимә һәм башҡа тиҫтәләгән образдарҙы А. Нафиҡова, ул уйнаһын өсөн генә тәғәйен яҙылған кеүек, тормошсан, ышандырырлыҡ итеп оҫта башҡара. Асия Нафиҡова Башҡорт академия драма театры үҫешенә ҙур өлөш индерә.
Төп геройҙарҙы уйнамаған осраҡта ла уның геройҙары һәр саҡ иҫтә ҡалырлыҡ һәм аҙаҡ, һоҡланып, телгә алып һөйләрлек тәьҫир ҡалдыра. Мостай Кәрим әҫәрҙәренән "Йырланмаған йыр"ҙа — Мәстүрә, "Ҡыҙ урлау"ҙа — Туҡтабикә, "Айгөл иле"ндә — Миңлекәй, "Киске табын"да —- Ҡорбанбикә, Ибраһим Абдуллиндың "Айһылыуҙың айлы кистәре"ндә — Марфа, Нәжиб Асанбаевтың "Миләш- Миләүшә"һендә — Хәтимә һәм башҡа тиҫтәләгән образдарҙы А. Нафиҡова, ул уйнаһын өсөн генә тәғәйен яҙылған кеүек, тормошсан, ышандырырлыҡ итеп оҫта башҡара. Асия Нафиҡова Башҡорт академия драма театры үҫешенә ҙур өлөш индерә.
 
Асия Закуан ҡыҙы Нафиҡова — БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы.
==1959 ЙЫЛДА ГИТИС ТАМАМЛАП ҠАЙТЫУСЫ АРТИСТАР==
===Гөлли Мөбәрәкова (1936)===
(1936)
Башҡорт академия драма театрының өс артисы иң юғары исемгә — СССР-ҙың халыҡ артисы исеменә лайыҡ була. Уларҙың өсөнсөһө — актриса, педагог, режиссер Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова.
 
105
Гөлли үҙенең атаһын — Арыҫлан Мөбәрәковты иң бөйөк уҡытыусыһы тип иҫәпләй. Әсәһе — БАССР-ҙың халыҡ һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы Рәғиҙә Янбулатова.
А. В. Луначарский исемендәге ГИТИС эргәһендәге студияны тамамлап, бер төркөм йәштәр ҡайта: Илшат Йомағолов, Гөлли Мөбәрәкова, Роза Кәримова, Шамил Рәхмәтуллин, Зинира Атнабаева, Хәмит Яруллин, Марат Солтанов, Хәкимйән Сәғитов, Гүзәл Сәғитова, Әмир Абдразаҡов, Муллаян Ьөйәрғоловтар.

Был артистар барыһы ла әҙерлекле, сәхнә тормошона ғашиҡ йәштәр була. Улар ҡайтҡанға тиклем театрҙа йәштәр ролдәрен дә өлкән йәштәге артистар уйнаһа, бер төркөм йәштәр көслө бер яңы ағым булып килеп инә. Театрҙа үҙенсәлекле тамаша ойошторола. Хәбибулла Ибраһимовтың "Башмағым" комедияһын үҙенсәлекле сәхнәләштереп, өлкәндәр үҙ ролдәрен тантаналы рәүештә йәштәргә тапшыра.

Гөлли Арыҫлан ҡыҙы бөтөн спектаклдәрҙә лә төп ролдәрҙе башҡара һәм һәр образы менән тамашасы күңелендә онотолмаҫлыҡ булып урынлаша. Ул, образға тотош инеп, онотолоп, шул тиклем бирелеп уйнай, тамашасы күп кенә героиняларҙы уның үҙе һымаҡ күреп ҡабул итә.
 
— "Ай тотолған төндө" трагедияһында Тәңкәбикәне уйнағандан һуң, бер нисә тамашасы яныма килеп сәскә бүләк итте. Мин уларға рәхмәт әйттем, эштәрендә уңыш теләнем. Күрәм, былар миңә аптырап ҡарап тик торалар. Шунан береһе: "һеҙҙең үҙ тауышығыҙ ниндәй йомшаҡ, ниндәй наҙлы. Э Тәңкәбикәнең тауышы ҡайҙан сыҡты ул?" — тип, аптырауҙарының сәбәбен әйттеләр, — тип хәтерләй актриса.
 
Әсғәт Мирзаһитовтың "Әсәләр көтәләр улдарын" дра- маһындағы Хафаса-Сибәр инәй ролен уйнау өсөн, Гөлли атаһының тыуған ауылы Ассыға барып, өлкән инәйҙәр менән һөйләшеп, уларҙы күҙәтеп, ғәҙәттәрен, кәлеп- холоҡтарын, хәрәкәттәрен өйрәнә. Шуның өсөн дә, үҙе башҡарған ролдән күпкә йәшерәк актриса (ул саҡта Гөлли Арыҫлан ҡыҙына 32 йәш була) ышандырырлыҡ образ тыуҙыра. Хафасаны тамашасы бик ярата, уның менән бергә ҡыуана, бергә ҡайғыра, сәхнәгә сығып, нурлы йөҙө менән күңелдәрҙе яҡтыртып ебәреүен көтөп ултыра. Ауыр ҡайғы килгән саҡта ла донъяның шат-
Әсғәт Мирзаһитовтың "Әсәләр көтәләр улдарын" драмаһындағы Хафаса-Сибәр инәй ролен уйнау өсөн, Гөлли атаһының тыуған ауылы Ассыға барып, өлкән инәйҙәр менән һөйләшеп, уларҙы күҙәтеп, ғәҙәттәрен, кәлеп- холоҡтарын, хәрәкәттәрен өйрәнә.
106
 
лығын күберәк күреп, уға өҫтөнлөк биреп, кешеләр менән бергә йәшәп кенә ҡайғы таратып булғанлығын Хафаса инәй роле аша ышандырырлыҡ итеп аңлата актриса.
Шуның өсөн дә, үҙе башҡарған ролдән күпкә йәшерәк актриса (ул саҡта Гөлли Арыҫлан ҡыҙына 32 йәш була) ышандырырлыҡ образ тыуҙыра. Хафасаны тамашасы бик ярата, уның менән бергә ҡыуана, бергә ҡайғыра, сәхнәгә сығып, нурлы йөҙө менән күңелдәрҙе яҡтыртып ебәреүен көтөп ултыра.
 
Ауыр ҡайғы килгән саҡта ла донъяның шатлығын күберәк күреп, уға өҫтөнлөк биреп, кешеләр менән бергә йәшәп кенә ҡайғы таратып булғанлығын Хафаса инәй роле аша ышандырырлыҡ итеп аңлата актриса.
 
Гөлли Мөбәрәкова, ғөмүмән, үҙе башҡарған героинялары аша донъяла яҡты, нурлы бәхет барлығына ышандырып, кешеләрҙе уға ышанырға, ынтылырға өндәй, күңел матурлығына өҫтөнлөк бирергә өйрәтә.
 
Ул уйнаған героиняларҙы һанап үтеү генә лә актрисаның ниндәй киң ҡоласлы оҫта икәнлеген күреп була. Вольтерҙың "Мөхәммәт" трагедияһында — Пальмира, Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндө" трагедияһында — Шәфәҡ, И. Йомағоловтың "Нәркәс" трагедияһында — Нәркәс, С. Айытматовтың "Әсә — Ер-әсә" повесы буйынса эшләнгән спектаклдә — Ал иман, "Ай тотолған төндө" кинофильмында (режиссер Б. Халзанов) — Тәңкәбикә, Ғәзим Шафиҡовтың "һәҙиә" исемле әҫәрендә Һәҙиә һәм башҡа ролдәре менән ул ҡабатланмаҫ актриса булыуын күрһәтә.
 
Гөлли Мөбәрәкова Өфө дәүләт сәнғәт академияһында актерҙар әҙерләү буйынса ла күп көс һала. Байтаҡ йәштәр сәхнә оҫталығына унан өйрәнә.
Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова — СССР-ҙың, РСФСР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы.
===Актер, драматург, педагог Илшат Йомағолов (1932)===
(1932)
Илшат Йомағолов — ҙур талант эйәһе, сәхнә сәнғәте әлкәһе ҡаҙаныштары һәм башҡорт драматургияһы үҫешенә берәгәйле һәм тос өлөш индергән шәхес.
"Минең һушымды алып һоҡландырған беренсе бөйөк зат Арыҫлан Мөбәрәков булһа, икенсеһе — Илшат Йомағолов, — тип яҙа Аҫылғужа Баһуманов. — Ысын талант эйәһе Илшат Йомағолов ярты быуат буйы башҡорт сәхнәһенең күрке була, халҡыбыҙҙың күңел түрен биләп, биҙәп-яҡтыртып тора, үҙе лә милләтебеҙҙең күңел күркенә, оло ҡаҙанышына әүерелә. Бөгөнгө көндә Илшат Йомағолов — башҡорт театрының сағыу бер бите, сағыу күренеше".
 
107
Илшат Хәлил улы Йомағолов 1932 йылда Көйөргәҙе районының Тимербай ауылында тыуа. Өфө сәнғәт училищеһында Хажи Бохарский класында уҡый, шунан һуң бер төркөм башҡорт йәштәре менән Мәскәүгә ГИТИС-ҡа китә. Юғары белемле актер Өфөгә Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә ҡайта һәм ғүмере буйы театрҙан айырылмай.

50-нән ашыу образ тыуҙыра. Уларҙың бөтөнөһө лә төп ролдәр. Бер төрлө генә түгел, төрлө-төрлө характерлы геройҙар. Бер күренештә генә әллә нисә төрлө сифатҡа инә торған геройҙар. Ундайҙарҙы уйнау өсөн оло талант кәрәк, әлбиттә.
 
Шекспирҙың "Макбет"ында — Макбет, Л. Толстой- ҙың "Тере мәйет"ендә — Протасов, А. Чеховтың "Аҡсарлаҡ" әҫәрендә — Треплев, Мәжит Ғафуриҙың "Ҡара йөҙҙәр"ендә — Закир, Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндө" трагедияһында — Аҡйегет, "Ташлама утты, Прометей "ҙа — Прометей, Назим Хикмәттең "Онотолған әҙәм "ендә — Доктор һәм башҡалар.
Шекспирҙың "Макбет"ында — Макбет, Л. Толстойҙың "Тере мәйет"ендә — Протасов, А. Чеховтың "Аҡсарлаҡ" әҫәрендә — Треплев, Мәжит Ғафуриҙың "Ҡара йөҙҙәр"ендә — Закир, Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндө" трагедияһында — Аҡйегет, "Ташлама утты, Прометей "ҙа — Прометей, Назим Хикмәттең "Онотолған әҙәм "ендә — Доктор һәм башҡалар.
 
Илшат Йомағолов — БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, әммә халыҡ күптән инде уны халыҡ артисы тип ҡабул иткән.
 
Сәхнәлә тыуҙырған халыҡсан образдары өсөн генә түгел, ә "Нәркәс" трагедияһында башҡорт халҡының милләт булараҡ формалаша башлаған осоро сағылдырылғанға, халыҡ күңеленә яҡын булған мәңгелек ҡиммәттәрҙең намыҫ, бурыс, мөхәббәт, яуаплылыҡ тигән төшөнсәләрҙең төп идея итеп күтәрелгәне өсөн уны халыҡ үтә лә яҡын итеп ҡабул итә. Бынан тыш И. Йомағолов "Ебәк ҡороҡ", "Семәрле тәхет", "Сәсәндәр" тигән һәм башҡа тиҫтәләгән сәхнә әҫәрҙәре авторы. "Нәркәс" трагедияһының сәхнә ғүмере оҙон. Ул башҡорт театры сәхнәһендә генә түгел, республикабыҙҙың Рус театрында һәм шулай уҡ илебеҙҙең башҡа бик күп сәхнәләрендә төрлө телдәрҙә ҡуйыла.
Сәхнәлә тыуҙырған халыҡсан образдары өсөн генә түгел, ә "Нәркәс" трагедияһында башҡорт халҡының милләт булараҡ формалаша башлаған осоро сағылдырылғанға, халыҡ күңеленә яҡын булған мәңгелек ҡиммәттәрҙең намыҫ, бурыс, мөхәббәт, яуаплылыҡ тигән төшөнсәләрҙең төп идея итеп күтәрелгәне өсөн уны халыҡ үтә лә яҡын итеп ҡабул итә.
 
Бынан тыш И. Йомағолов "Ебәк ҡороҡ", "Семәрле тәхет", "Сәсәндәр" тигән һәм башҡа тиҫтәләгән сәхнә әҫәрҙәре авторы. "Нәркәс" трагедияһының сәхнә ғүмере оҙон. Ул башҡорт театры сәхнәһендә генә түгел, республикабыҙҙың Рус театрында һәм шулай уҡ илебеҙҙең башҡа бик күп сәхнәләрендә төрлө телдәрҙә ҡуйыла.
 
Илшат Хәлил улы Йомағолов оҙаҡ йылдар Өфө сәнғәт училищеһында, унан һуң Өфө дәүләт сәнғәт институтында дәрестәр алып бара, йәштәрҙе сәхнә оҫталығына өйрәтә. Театрҙа иһә башҡорт теленең сафлығы, дөрөҫ әйтелеше, матур тел өсөн көрәшә.
 
1 0 8
Стәрлетамаҡта башҡорт театры асыу өсөн байтаҡ көс һала.
Илшат Хәлил улы Йомағолов — РСФСР-ҙың, БАССР- ҙың атҡаҙанған артисы.
===Зинира Атнабаева (1934)===
Зинира Ҡасим ҡыҙы Атнабаева Тәтешле районының Күрҙем ауылында 1934 йылда тыуа. Ғаиләлә береһенән- береһе бәләкәйерәк ете бала үҫә. Әлбиттә, туйғансы икмәк ашамаған көндәре лә, өҫтөнә кейер кейеме булмаған саҡтары ла байтаҡ булғандыр. Әммә улары онотолған. Ә бына кистәрен буйҙан-буйға ҡыҙыл буҫтауҙан һуғылған шаршау эленгән оҙон һикенең (урындыҡтың) сәхнәгә әйләнеүе... Былары инде иҫтән сығырлыҡ түгел. Ьөнәр күрһәтергә күрше балалары ла килә. Зинира үҙе йырлай, үҙе бейей. Әсәһе уға, күҙ теймәһен өсөн, ҡырҡ төрлө ҡораманан сәхнә күлдәге тегеп бирә. Ошо күлдәге арҡаһында ҡыҙыҡайға "Мәскәү ҡыҙы” тигән ҡушамат тағыла.
(1934)
 
Зинира Ҡасим ҡыҙы Атнабаева Тәтешле районының Күрҙем ауылында 1934 йылда тыуа. Ғаиләлә береһенән- береһе бәләкәйерәк ете бала үҫә. Әлбиттә, туйғансы икмәк ашамаған көндәре лә, өҫтөнә кейер кейеме булмаған саҡтары ла байтаҡ булғандыр. Әммә улары онотолған. Ә бына кистәрен буйҙан-буйға ҡыҙыл буҫтауҙан һуғылған шаршау эленгән оҙон һикенең (урындыҡтың) сәхнәгә әйләнеүе... Былары инде иҫтән сығырлыҡ түгел. Ьөнәр күрһәтергә күрше балалары ла килә. Зинира үҙе йырлай, үҙе бейей. Әсәһе уға, күҙ теймәһен өсөн, ҡырҡ төрлө ҡораманан сәхнә күлдәге тегеп бирә. Ошо күлдәге арҡаһында ҡыҙыҡайға "Мәскәү ҡыҙы” тигән ҡушамат тағыла. Зинира артистка булырға хыяллана. Уның хыялы тормошҡа аша. Ул Луначарский исемендәге Мәскәү Дәүләт театр сәнғәте институтына уҡырға инә. Диплом спектакле — Карпенко-Карыйҙың "Бәхетһеҙ мөхәббәт "ендә уйнаған София роле уға ҙур уңыш килтерә һәм был әҫәр егерме йыл сәхнәнән төшмәй, егерме йыл буйы Зинира алмаштырғыһыҙ София була. А. Чеховтың "Ивановтың фажиғәһе"ндә — Сарра, И. Юзеевтың "Көйгәнемдең тыуған көнө"ндә — Баныу, Ә. Мирзаһитовтың "Әсәйемдең сал сәстәре"ндә — Йәмилә, Сәхиб Ямалдың "Упҡын"ында — Несрин һәм башҡа тиҫтәләгән образдар тыуҙыра ул. Бер туған ағаһы — танылған шағир һәм драматург Әнғәм Атнабаевтың "Ул ҡайтты", "Балаҡай- ҙарым”, "Законлы никах менән", "Шоңҡар", "Игеҙәктәр", "Ут" һәм башҡа драмаларында һәм комедияларында төп ролдәрҙе башҡара Зинира Ҡасим ҡыҙы.
Зинира артистка булырға хыяллана. Уның хыялы тормошҡа аша. Ул Луначарский исемендәге Мәскәү Дәүләт театр сәнғәте институтына уҡырға инә. Диплом спектакле — Карпенко-Карыйҙың "Бәхетһеҙ мөхәббәт"ендә уйнаған София роле уға ҙур уңыш килтерә һәм был әҫәр егерме йыл сәхнәнән төшмәй, егерме йыл буйы Зинира алмаштырғыһыҙ София була. А. Чеховтың "Ивановтың фажиғәһе"ндә — Сарра, И. Юзеевтың "Көйгәнемдең тыуған көнө"ндә — Баныу, Ә. Мирзаһитовтың "Әсәйемдең сал сәстәре"ндә — Йәмилә, Сәхиб Ямалдың "Упҡын"ында — Несрин һәм башҡа тиҫтәләгән образдар тыуҙыра ул.
 
Бер туған ағаһы — танылған шағир һәм драматург Әнғәм Атнабаевтың "Ул ҡайтты", "Балаҡай- ҙарым”, "Законлы никах менән", "Шоңҡар", "Игеҙәктәр", "Ут" һәм башҡа драмаларында һәм комедияларында төп ролдәрҙе башҡара Зинира Ҡасим ҡыҙы.
 
Зинира үҙен бәхетле һанай. Тамашасылар ярата уны. Артистканың үҙе һөйләгән бер ваҡиға аша уның тамашасы һөйөүен генә түгел, ә уны ышандыра алыу көсөнә эйә булыуын да аңларға мөмкин:
 
1 0 9
— Ауылдарҙа гастролдә йөрөгән саҡта, төрлө шарттарҙа уйнарға тура килә. Бәләкәй ауыл халҡын да урап үтке килмәй. Ялан ерҙә таҡта түшәп уйнаған саҡтар ҙа йыш була ине. Шундай осраҡтарҙың береһе — ҡола яланда таҡта өҫтөндә "Бәхетһеҙ мөхәббәт "те ҡуябыҙ. Кейем алмаштырыу, артистарға сығып тороу өсөн машина ҡулайлаштырғанбыҙ. "Бәхетһеҙ мөхәббәт"те уйнайбыҙ. Илшат Йомағолов — Гнат, мин — София. Бына Гнат Софияны үлтерә лә күтәреп алып сыға. Уны ергә һалып, һуңғы һүҙҙәрен әйтергә тейеш. Мине ергә һалыуы булды, ҡойоп ямғыр яуып ебәрҙе. Йоҡа ғына күлдәк кейгәнмен, ерҙә ятам. Халыҡ тын да алмай Гнаттың үкенеү-ғазап монологын тыңлай, ҡымшанмай ҙа. Ямғырға иғтибар ҙа итмәй.
Бына шундай донъя ығы-зығыларын онотторорлоҡ оҫта актриса ул Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Зинира Атнабаева.
===Шамил Рәхмәтуллин (1930-2002)===
(1930-2002)
Шамил Рахман улы Рәхмәтуллин Томск әлкәһенең Каргасок районының Пашня ауылында тыуа.
Башҡорт дәүләт музыка училищеһының театр бүлексәһен, унан һуң ГИТИС тамамлап, Ауырғазы колхоз-совхоз театрына эшкә килә. Шунан һуң Башҡорт академия драма театрына эшкә саҡырыла.

Башҡорт милли театр комедияһының иң яҡшы традицияларын дауам итеүселәрҙең иң сағыу вәкилдәренең береһе. Хужа Насретдин (Н. Иҫәнбәт, "Хужа Насретдин"), Низами (X. Ибраһимов, "Еҙнәкәй"), Әбләй Эүәлбаев (И. Абдуллин, "Бажалар"), Талип (Мостай Кәрим, "Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!") ролдәрен Шамил Рәхмәтуллин үҙенсә генә алымдар менән иҫтә ҡалырлыҡ итеп башҡара. Э

Ә инде Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндө" трагедияһында- ғытрагедияһындағы Диуана образын классик кимәлдә уйнай, һәм Диуана ул саҡтағы тамашасы хәтерендә фәҡәт Шамил Рәхмәтуллин уйнауында ғына ҡалғандыр. Ғөмүмән, Шамил Рәхмәтуллин үҙе уйнаған геройҙарының эске донъяһын асыуға ҙур көс һала, һәр һүҙ, фраза өҫтөндә ентекле эшләй торған артист. Бергә эшләгән артистарҙың әйтеүенә ҡарағанда, спектаклдә уйнай торған көндә ул артыҡ күп һөйләшмәгән, иғтибарын ситкә йүнәлтмәгән. Бер нисә көн фәҡәт үҙе уйнаясаҡ образында йәшәгән.
 
110
асыуға ҙур көс һала, һәр һүҙ, фраза өҫтөндә ентекле эшләй торған артист. Бергә эшләгән артистарҙың әйтеүенә ҡарағанда, спектаклдә уйнай торған көндә ул артыҡ күп һөйләшмәгән, иғтибарын ситкә йүнәлтмәгән. Бер нисә көн фәҡәт үҙе уйнаясаҡ образында йәшәгән.
Ул үҙе байтаҡ спектаклдәрҙе сәхнәләштерә һәм драма әҫәрҙәре яҙа. "Әжәл алдынан”, "Түгелмә, шатлығым", "Алмағастар сәскә атҡан саҡта", "Уйындан уймаҡ" әҫәрҙәренең авторы.
Шамил Рахман улы Рәхмәтуллин — РФ-тың һәм БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы.
===Хәмит Яруллин (1935)===
Хәмит Ғатаулла улы Яруллин Салауат районының Ахун ауылында 1935 йылда тыуа. ГИТИС тамамлап, Башҡорт академия драма театрына эшкә ҡайта һәм бөтөн ижади ғүмерен ошо театрға бағышлай. X. Яруллин сәхнәлә һәр саҡ төп йәки спектаклдә әһәмиәтле урында торған ролдәрҙе уйнай. Уның уйнауы тәбиғилеге менән айырылып тора.
(1935)
Хәмит Ғатаулла улы Яруллин Салауат районының Ахун ауылында 1935 йылда тыуа. ГИТИС тамамлап, Башҡорт академия драма театрына эшкә ҡайта һәм бөтөн ижади ғүмерен ошо театрға бағышлай. X. Яруллин сәхнәлә һәр саҡ төп йәки спектаклдә әһәмиәтле урында торған ролдәрҙе уйнай. Уның уйнауы тәбиғилеге менән айырылып тора. Ниндәй генә роль булмаһын, ул әллә ни көс һалмай ғына, үҙен генә уйнап сыҡҡан һымаҡ тойғо ҡалдыра. Әммә образдарҙы шул тиклем оҫта аса, тамашасы уға шул тиклем ышана, башҡа ҡуйылышта дублер уйнауын ҡабул итә алмай.

Уның репертуары бик бай: Гнат (И. Карпенко-Карый, "Бәхетһеҙ мөхәббәт"), Фердинанд (Ф. Шиллер, "Мәкер һәм мөхәббәт"), Закир (Мәжит Ғафури, "Ҡара йөҙҙәр"), Тибальд (Шекспир, "Ромео һәм Джульетта"), Джильберт (В. Гюго, "Мария Тюдор"), Язалаусы (М. Кәрим, "Салауат. Өн аралаш ете төш"), Сергей Чекмарев (Азат Абдуллин, "Онотма мине, ҡояш"), Бабаев (А. Н. Островский, "Бәлә кеше башынан йөрөй"), Нәжиб Асанбаев әҫәрҙәрендә Айбулат ("Зәйтүнгөл"), Әбүбәкер ("Ҡыҙыл паша").
 
Хәмит Ғатаулла улы Яруллин — БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы.
 
111
===Роза Кәримова (1935)===
Роза Шәйхетдин ҡыҙы Кәримова Нуриман районының Иҫке күл ауылында 1935 йылда тыуа. ГИТИС тамамлағас, Башҡорт академия драма театрына эшкә килә һәм бөтөн ижади ғүмерен ошо театрға бағышлай.
(1935)
 
Роза Шәйхетдин ҡыҙы Кәримова Нуриман районының Иҫке күл ауылында 1935 йылда тыуа. ГИТИС тамамлағас, Башҡорт академия драма театрына эшкә килә һәм бөтөн ижади ғүмерен ошо театрға бағышлай. Театрҙа ул 80-дән ашыу ролдә уйнай. Улар араһында төп ролдәр ҙә, икенсел ролдәр ҙә бар. Ниндәй генә роль бирелмәһен, Роза Кәримованың үҙ бурысын оло ихласлыҡ менән үтәгәне күренә. Ул уйнаған ролдәр исемлегендә Мирандолина (К. Гольдони, "Ҡунаҡхана хужабикәһе"), Джульетта (Шекспир, "Ромео һәм Джульетта"), Нина Заречная (А. П. Чехов, "Аҡсарлаҡ"), Джен (В. Гюго, "Мария Тюдор"), Мария ("Салауат. Өн аралаш ете төш"), Рәсимә (Ә. Атнабаев, "Игеҙәктәр"), Маруся (С. Мифтахов, "Зимагорҙар") һәм башҡалар.
Театрҙа ул 80-дән ашыу ролдә уйнай. Улар араһында төп ролдәр ҙә, икенсел ролдәр ҙә бар. Ниндәй генә роль бирелмәһен, Роза Кәримованың үҙ бурысын оло ихласлыҡ менән үтәгәне күренә. Ул уйнаған ролдәр исемлегендә Мирандолина (К. Гольдони, "Ҡунаҡхана хужабикәһе"), Джульетта (Шекспир, "Ромео һәм Джульетта"), Нина Заречная (А. П. Чехов, "Аҡсарлаҡ"), Джен (В. Гюго, "Мария Тюдор"), Мария ("Салауат. Өн аралаш ете төш"), Рәсимә (Ә. Атнабаев, "Игеҙәктәр"), Маруся (С. Мифтахов, "Зимагорҙар") һәм башҡалар.
 
Роза Шәйхетдин ҡыҙы — БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы.
 
к к к
Башҡорт академия драма театрының иң тәүге йылдарҙағы традицияһын лайыҡлы дауам итеүсе артистарҙан Марат Солтановты, Хәкимйән Сәғитовты, Гүзәл Сәғитованы, Физа Латипованы, Муллаян һөйәрғол ов- тарҙыҺөйәрғоловтарҙы әйтеп үтергә кәрәк. Шулай уҡ Сибай театрынан саҡырылған талантлы артист Заһир Вәлитов театр мәртәбәһен күтәреүҙә ҙур өлөш индерә.
#ЭШ. ''Уҡыусылар! Үҙ яҡташығыҙ булған артистарға айырым альбом башлағыҙ. Улар тураһында ваҡытлы матбуғатта баҫылып сыҡҡан яҙмалар менән тулыландыра барығыҙ. Яҡташығыҙға хөрмәт күрһәтеү ҙә, үҙегеҙ өсөн өлгө лә булыр.''
ЭШ.
 
Уҡыусылар! Үҙ яҡташығыҙ булған артистарға айырым альбом башлағыҙ. Улар тураһында ваҡытлы матбуғатта баҫылып сыҡҡан яҙмалар менән тулыландыра барығыҙ. Яҡташығыҙға хөрмәт күрһәтеү ҙә, үҙегеҙ өсөн өлгө лә булыр.
===Режиссер Әмир Абдразаҡов===
112
Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡов 1934 йылда Ырымбур әлкәһенең Александровка районы Ҡайыпҡол ауылында тыуа. 1959 йылда А. В. Луначарский исемендәге ГИТИС-та Башҡорт студияһын тамамлап, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына эшкә ҡайта.
Режиссер Әмир Абдразаҡов
 
Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡов 1934 йылда Ырымбур әлкәһенең Александровка районы Ҡайыпҡол ауылында тыуа. 1959 йылда А. В. Луначарский исемендәге ГИТИС-та Башҡорт студияһын тамамлап, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына эшкә ҡайта. "Бәхетһеҙ мөхәббәт"тә (Карпенко-Карый) — Степан, "Ул ҡайтты"ла (Ә. Атнабаев) — Тимербулат, Хәйернас (Н. Нәжми, "Егет егетлеген итә") һәм башҡа байтаҡ ҡына ролдәр башҡарып, тамашасы күңелен яулай. 1962 йылда БАССР Министрҙар Советы эргәһендәге Радио тапшырыуҙары һәм телевидение комитетына режиссер булып эшкә күсә. 50-гә яҡын телевизион фильм төшөрә. "Халҡым һағышы", "Туй", "Күңел ҡанаттары", "Кәләш әйттергәндә", "Заһир Исмәғилев", "Халыҡ шағиры", "Кинйә" (Ғәли Ибраһимов әҫәре буйынса, сценарий авторы Фуат Биишев), "Бөртөкләп йыйыла алтын" (сценарий авторы Фуат Биишев), "Өмөт" (сценарий авторы Ғата Имаев); "Каумы, шаңдау!", "Беҙ ышанабыҙ!", "Белорет — Шишмә" тимер юлы" тигән документаль фильмдары бар. Артабан "Башҡортостан" киностудияһын ойоштороуҙа ҡатнаша һәм уның тәүге директоры була.
"Бәхетһеҙ мөхәббәт"тә (Карпенко-Карый) — Степан, "Ул ҡайтты"ла (Ә. Атнабаев) — Тимербулат, Хәйернас (Н. Нәжми, "Егет егетлеген итә") һәм башҡа байтаҡ ҡына ролдәр башҡарып, тамашасы күңелен яулай.
 
1962 йылда БАССР Министрҙар Советы эргәһендәге Радио тапшырыуҙары һәм телевидение комитетына режиссер булып эшкә күсә.
 
50-гә яҡын телевизион фильм төшөрә. "Халҡым һағышы", "Туй", "Күңел ҡанаттары", "Кәләш әйттергәндә", "Заһир Исмәғилев", "Халыҡ шағиры", "Кинйә" (Ғәли Ибраһимов әҫәре буйынса, сценарий авторы Фуат Биишев), "Бөртөкләп йыйыла алтын" (сценарий авторы Фуат Биишев), "Өмөт" (сценарий авторы Ғата Имаев); "Каумы, шаңдау!", "Беҙ ышанабыҙ!", "Белорет — Шишмә" тимер юлы" тигән документаль фильмдары бар. Артабан "Башҡортостан" киностудияһын ойоштороуҙа ҡатнаша һәм уның тәүге директоры була.
 
Әмир Абдразаҡов — БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
 
БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫНЫҢ БӨГӨНГӨҺӨ
==БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫНЫҢ БӨГӨНГӨҺӨ==
Башҡорт академия драма театрының хәҙерге өлкән быуынын тәшкил иткән быуын, нигеҙҙә, 1960 йылдар аҙаҡтарында Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап килә. Яҡшы әҙерлекле, көслө, һәләтле йәштәр була улар. Рифҡәт Исрафилов, Фәтих Ихсанов, Ғайса Хәсәнов, Сафура Аҫылбаева, Нурия Ирсаева, Илһөйәр Ғизетдинова, Фидан Ғафаров, Хәнә Минһажева, Тәнзилә Хисамова, Әхәт Хөсәйенов, Ринат Миңнебаевтар килеүҙәре менән иҫтә ҡалырлыҡ образдар тыуҙыра, төп ролдәрҙә уйнай. Тамашасылар "Айгөл иле"ндә Айгөл булып уйнаған Хәнә Минһажеваны, Илшат Йомағоловтың "Нәркәс"
Башҡорт академия драма театрының хәҙерге өлкән быуынын тәшкил иткән быуын, нигеҙҙә, 1960 йылдар аҙаҡтарында Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап килә.
8 И-461
 
113
Яҡшы әҙерлекле, көслө, һәләтле йәштәр була улар. Рифҡәт Исрафилов, Фәтих Ихсанов, Ғайса Хәсәнов, Сафура Аҫылбаева, Нурия Ирсаева, Илһөйәр Ғизетдинова, Фидан Ғафаров, Хәнә Минһажева, Тәнзилә Хисамова, Әхәт Хөсәйенов, Ринат Миңнебаевтар килеүҙәре менән иҫтә ҡалырлыҡ образдар тыуҙыра, төп ролдәрҙә уйнай.
трагедияһында иң беренсе булып ғорур Нәркәс, "Ай тотолған төндө" трагедияһында Зөбәржәт образдарын тыуҙырған Рәмзиә Хисамованы бик йылы ҡаршылай. Рәмзиә Хисамова театрҙа байтаҡ үҙенсәлекле образдар тыуҙыра. Оҫта, ихлас уйнауы, тел яңғырашына үтә лә иғтибарлы булыуы, тел моңон тойоу ы менән тамашасы күңелен яулай.
 
Таңсулпан Бабичева
Тамашасылар "Айгөл иле"ндә Айгөл булып уйнаған Хәнә Минһажеваны, Илшат Йомағоловтың "Нәркәс" трагедияһында иң беренсе булып ғорур Нәркәс, "Ай тотолған төндө" трагедияһында Зөбәржәт образдарын тыуҙырған Рәмзиә Хисамованы бик йылы ҡаршылай.
(1953)
 
Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Бабичеваны республикала ғына түгел, ә илебеҙҙең бик күп төбәктәрендә белмәгән кеше юҡтыр. Ул үҙенең илаһи матурлығы, ҡатын-ҡыҙҙың күңел донъяһының тәрәнлеген, серлелеген асыусы, эҙләнеүсән, үҙенсәлекле шәхес булыуы менән ихтирам һәм абруй ҡаҙанған. Сәхнәлә ул тыуҙырған Зөбәржәт һәм Шәфәҡ (М. Кәрим, "Ай тотолған төндө"), Айһылыу (И. Абдуллин, "Айһылыуҙың айлы кистәре"), Илона Альгрен (X. Вуолийки, "Ят йондоҙ"), Аҡйондоҙ (М. Кәрим, Р. Исрафилов, "Яҙмыштарҙан уҙмыш бар"), Һәҙиә Дәүләтшина (Ғ. Шафиҡов, "һәҙиә") һәм башҡа ҡатын- ҡыҙ образдары. "Мин тамашасыларға үҙем тыуҙырған образдар менән үҙҙәрен сағыштырып, яҡшы яҡтарынан үрнәк алып, тағы ла матурыраҡ булырға, уңыштарын баһаларға мөмкинлек бирергә тырышам. Үҙҙәренә оҡшамаған сифаттарҙан арынырға тырышһындар ине. "Айгөл иле"ндә Зөлхәбирәне Зәйтүнә Бикбулатова уйнағайны. Зөлхәбирәне йәшәтеүсе төп көс — ул донъяла ҡыҙының барлығы һәм уның саҡырыуы. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙың төп йәшәү көсө — мөхәббәттә. Иленә, ғаиләһенә, иренә, балаһына, ҡыҫҡаһы, тотош донъяға булған һөйөү хисендә", — ти актриса үҙ маҡсаты тураһында.
Рәмзиә Хисамова театрҙа байтаҡ үҙенсәлекле образдар тыуҙыра. Оҫта, ихлас уйнауы, тел яңғырашына үтә лә иғтибарлы булыуы, тел моңон тойоу ы менән тамашасы күңелен яулай.
Таңсулпан бәләкәй саҡтан бейергә яратҡан. Балерина булырға хыялланған. Әммә балет артисы булыу өсөн күнекмәләрҙе бик иртә башларға кәрәк. Ә ул урта
===Таңсулпан Бабичева (1953)===
114
Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Бабичеваны республикала ғына түгел, ә илебеҙҙең бик күп төбәктәрендә белмәгән кеше юҡтыр. Ул үҙенең илаһи матурлығы, ҡатын-ҡыҙҙың күңел донъяһының тәрәнлеген, серлелеген асыусы, эҙләнеүсән, үҙенсәлекле шәхес булыуы менән ихтирам һәм абруй ҡаҙанған.
мәктәпте тамамлағас ҡына килә. һуңлай. Шунан сәнғәт институтына уҡырға инә.
 
Сәхнәлә ул тыуҙырған Зөбәржәт һәм Шәфәҡ (М. Кәрим, "Ай тотолған төндө"), Айһылыу (И. Абдуллин, "Айһылыуҙың айлы кистәре"), Илона Альгрен (X. Вуолийки, "Ят йондоҙ"), Аҡйондоҙ (М. Кәрим, Р. Исрафилов, "Яҙмыштарҙан уҙмыш бар"), Һәҙиә Дәүләтшина (Ғ. Шафиҡов, "һәҙиә") һәм башҡа ҡатын- ҡыҙ образдары. "Мин тамашасыларға үҙем тыуҙырған образдар менән үҙҙәрен сағыштырып, яҡшы яҡтарынан үрнәк алып, тағы ла матурыраҡ булырға, уңыштарын баһаларға мөмкинлек бирергә тырышам. Үҙҙәренә оҡшамаған сифаттарҙан арынырға тырышһындар ине.
 
"Айгөл иле"ндә Зөлхәбирәне Зәйтүнә Бикбулатова уйнағайны. Зөлхәбирәне йәшәтеүсе төп көс — ул донъяла ҡыҙының барлығы һәм уның саҡырыуы. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙың төп йәшәү көсө — мөхәббәттә. Иленә, ғаиләһенә, иренә, балаһына, ҡыҫҡаһы, тотош донъяға булған һөйөү хисендә", — ти актриса үҙ маҡсаты тураһында.
 
Таңсулпан бәләкәй саҡтан бейергә яратҡан. Балерина булырға хыялланған. Әммә балет артисы булыу өсөн күнекмәләрҙе бик иртә башларға кәрәк. Ә ул урта мәктәпте тамамлағас ҡына килә, һуңлай. Шунан сәнғәт институтына уҡырға инә.
 
"Күп кенә бөйөк таланттар үҙҙәренән һуң алмаш әҙерләмәүҙәре менән ижад ғүмерҙәрен ҡыҫҡарталар. Мин ошо хатаны иҫәпкә алып, үҙ тәжрибәмде килер быуынға, йәштәргә тапшырыу ниәте, хыялы менән янам. Бына-бына сәхнә түрен яулар йәштәрҙе сәхнә оҫталығына ғына түгел, ә ижад кешеһе өсөн ҡурҡыныс булған яңылыш аҙымдарҙан ҡурсалау, уларҙы сәхнәгә яҡтылыҡ алып килеүсе остазлыҡ юлына йүнәлтеү минең маҡсатым , — ти сәнғәт институтында сәхнә оҫталығы дәрестәре алып барған артистка...
 
Теоретик белем генә түгел, ә ғәмәли яҡтан да тәрән белем бирә алырлыҡ актриса ул Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева. Уның ижад иткән образдары, уға һоҡланған тамашасыларҙың фекерҙәре лә ошо хаҡта һөйләй. Мәскәүҙә гастролдәрҙә ваҡытта сәхнә оҫталығына үтә лә талапсан баш ҡала тамашасыһы ла уның юғары оҫталығына хайран ҡала.
ЭӘ был оҫталыҡ тәбиғәттән генә түгел, ә туҡтауһыҙ, арыу-талыу белмәй түккән хеҙмәт һөҙөмтәһе.
===Нурия Ирсаева (1942)===
 
(1942)
"...Әйтерһең, Мостай ағай Әсхәтте минең бала сағымдан күсереп алған. Ситтән генә ҡарап торған да күсереп яҙған төҫлө. Әллә бөтәһенең дә бала сағы бер-береһенә оҡшаш буламы икән? Мин үҙем Миәкә районының Ҡанбәк ауылында ҙур ғаиләлә алтынсы бала булып тыуғанмын. Әсәйем һөйләүенсә, ауылдың йәш балаға танһыҡҡай апайҙары мине сиратлап үҙҙәренә ҡунырға йөрөткән. Шулай итеп, бөтә ауылға йыуаныс булғанмын.

Атайым һуғыштан, Дахау концлагеры тамуҡтарын үтеп, әйләнеп ҡайтты һәм тағы ла ике ҡыҙ һәм бер малайға ғүмер бирҙе. Балалыҡ йылдарымды иҫкә алһам, өй эсе тулы бала-саға күҙ алдына килә. Беребеҙ рәсем төшөрә, икенсебеҙ уҡый, өсөнсөбөҙ ойоҡ бәйләй, мин иһә, өләсәйемдең камзулын кейеп, Заһира апайымдың таҡмағына бейейем," — тип хәтерләй бала сағын Нурия Ирсаева.
 
115
мин иһә, өләсәйемдең камзулын кейеп, Заһира апайымдың таҡмағына бейейем," — тип хәтерләй бала сағын Нурия Ирсаева.
һәнәр һайлар саҡ еткәс, бәләкәйҙән йыр-бейеүгә оҫта Нурия туп-тура Өфөгә сәнғәт училищеһына килә.
 
Күренекле драматург Нәжиб Асанбаев уның тураһында былай тип һөйләй:
— Алтмышынсы йылдар башында, мин театрҙа директор булып эшләй башлаған осорҙа, академия театрының ауыр мәле булғандыр, моғайын. Ни өсөн тигәндә, труппалағы илле артистың күбеһе олоғайып бара, шуға режиссер Шәүрә Мортазина менән һөйләшеп, был турала Бәҙәр Йосоповаға ла әйттек.
Юл 1263 ⟶ 1308:
— Нурия Ирсаеваны әйтәһегеҙме? — тине Шәүрә Мортазина.
— Эйе, эйе, тап үҙе. Училищеға күптән ундай таланттар килгәне юҡ ине. Уның һәр күҙәнәгендә — театр! Тауышында ла, йөрөшөндә лә, күҙ ҡараштарында ла — театр! Хоҙайым, биргән бит кешегә шул тиклем оло байлыҡ!
 
Бына шулай итеп, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына яңы талант килә.
Нурия Ирсаева өлкән коллегаларының ышанысын аҡлай. Уға бер аҙҙан төп ролдәрҙе ышанып тапшыра башлайҙар. Ул башҡарған йәш лирик героинялар театр тарихында үҙе бер сағыу битте тәшкил итә. Партнерҙарынан да уңа актриса. Әхтәм Абушахманов, Рәфил Нәбиуллин, Олег Ханов. Ә "Ғәлиәбаныу" (Мирхәйҙәр Фәйзи), "Ғәлиә" (Т. Таһиров) кеүек спектаклдәрҙәге йырлы ролдәрҙә алмаштырғыһыҙ партнеры Фидан Ғафаров була.
 
Нурия Исхаҡ ҡыҙы — Башҡортостандың, Татар- стандың, Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты.
Нурия Исхаҡ ҡыҙы — Башҡортостандың, Татарстандың, Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты.
116
 
Фидан Ғафаров
===Фидан Ғафаров (1947)===
(1947)
"Театр — минең тормошом, йәшәү рәүешем, мөхәббәтем", — ти Фидан Ғафаров. "Нәркәс"тә (И. Йомағолов) — көслө рухлы, ҡаты ихтыярлы Тимерханды һәм был образға ҡапма-ҡаршы тиерлек роль — А. Островскийҙың "Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр "ендә мөхәббәт уйыны уйнарға яратҡан Миловзоров. Ошондай ролдәрҙе берҙәй оҫта башҡара.
 
Фидан Ғафаров 1947 йылда Дүртөйлө районының Яңы Уртай ауылында тыуа. Мәктәптә уҡыған сағында ояла-ояла ғына сәхнәгә сығып, гармунда уйнаған. Шунан спектаклдәргә лә ылыҡтыра башлайҙар. 1961 йылда Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлексәһенә уҡырға инә. Тамамлағас та, Башҡорт академия драма театрына эшкә килә. Уға тәүҙән үк төп ролдәрҙе ышанып тапшыра башлайҙар. Әнғәм Атнабаевтың "Мөхәббәт тураһында йыр" драмаһында Илһам булып уйнай. Оҡшаталар. Бынан һуң Ибраһим Абдуллиндың "Тиле йәшлек" спектаклендә Зөлҡәрнәй ролен башҡара. Ул шундай оҫта уйнай, хатта урамда осраған тамашасылар уны Зелҡәр- нәйҙең үҙе тип уйлайҙар. Бынан һуң режиссер Шәүрә Муса ҡыҙы уға У. Шекспирҙың "Ромео һәм Джульетта "һында РЬмеоны ышанып тапшыра. Рәфҡәт Исрафилов иһә уға "Ғәлиәбаныу "ҙағы Хәлилде тәҡдим итә. Ғәлиәбаныу булып Нурия Ирсаева уйнай. Ошо спектаклдән һуң улар тамашасыларҙың иң яратҡан актерҙарына әйләнәләр һәм егерме ике йыл буйы бергә уйнайҙар.
Фидан Ғафаров 1947 йылда Дүртөйлө районының Яңы Уртай ауылында тыуа. Мәктәптә уҡыған сағында ояла-ояла ғына сәхнәгә сығып, гармунда уйнаған. Шунан спектаклдәргә лә ылыҡтыра башлайҙар.
 
1961 йылда Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлексәһенә уҡырға инә. Тамамлағас та, Башҡорт академия драма театрына эшкә килә. Уға тәүҙән үк төп ролдәрҙе ышанып тапшыра башлайҙар.
 
Әнғәм Атнабаевтың "Мөхәббәт тураһында йыр" драмаһында Илһам булып уйнай. Оҡшаталар. Бынан һуң Ибраһим Абдуллиндың "Тиле йәшлек" спектаклендә Зөлҡәрнәй ролен башҡара. Ул шундай оҫта уйнай, хатта урамда осраған тамашасылар уны Зелҡәрнәйҙең үҙе тип уйлайҙар.
 
Бынан һуң режиссер Шәүрә Муса ҡыҙы уға У. Шекспирҙың "Ромео һәм Джульетта "һында РЬмеоны ышанып тапшыра. Рәфҡәт Исрафилов иһә уға "Ғәлиәбаныу "ҙағы Хәлилде тәҡдим итә. Ғәлиәбаныу булып Нурия Ирсаева уйнай. Ошо спектаклдән һуң улар тамашасыларҙың иң яратҡан актерҙарына әйләнәләр һәм егерме ике йыл буйы бергә уйнайҙар.
 
"Спектаклдең премьераһы алдынан мин фәҡәт үҙ ролем менән генә йәшәйем. Башҡа бер ни тураһында ла уйламаҫҡа, һөйләшмәҫкә тырышам. Сөнки сәхнәлә хатта бер ни әйтмәгән саҡта ла һин булмышың, торошоң, ым-ишараң менән "ниҙер әйтеп" торорға тейешһең", — ти Фидан оҫта уйнау серҙәренең береһен асып.
 
Театрҙа эшләгән йылдарында ул 40-тан ашыу роль уйнаған. Фабиано (В. Гюго, "Мария Тюдор"), Илдар (Ғ. Әхмәтшин, "Тальян гармун"), Ҡотләхмәт (М. Кәрим, "Ҡыҙ урлау"), Ырыҫҡол (М. Кәрим, "Ай тотолған
Театрҙа эшләгән йылдарында ул 40-тан ашыу роль уйнаған. Фабиано (В. Гюго, "Мария Тюдор"), Илдар (Ғ. Әхмәтшин, "Тальян гармун"), Ҡотләхмәт (М. Кәрим, "Ҡыҙ урлау"), Ырыҫҡол (М. Кәрим, "Ай тотолған төндө"), Шайморатов генерал (Ф. Бүләков, "Шайморатов генерал"), Булат (К. Тинчурин, "Зәңгәр шәл"), Рәхмәт (Э. Атнабаев, "Игеҙәктәр"), Тимербәк (Ә. Мирзаһитов, "Ғүмер ике килмәй"), Заһир (Т. Таһиров, "Ғәлиә") һәм башҡалар.
117
 
төндө"), Шайморатов генерал (Ф. Бүләков, "Шайморатов генерал"), Булат (К. Тинчурин, "Зәңгәр шәл"), Рәхмәт (Э. Атнабаев, "Игеҙәктәр"), Тимербәк (Ә. Мирзаһитов, "Ғүмер ике килмәй"), Заһир (Т. Таһиров, "Ғәлиә") һәм башҡалар.
Фидан Сафа улы Ғафаров — РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың, Татарстандың халыҡ артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы.
 
Хөрмәт Үтәшев
===Хөрмәт Үтәшев===
Хөрмәт Ғаззали улы Үтәшев Хәйбулла районының Таштуғай ауылында тыуа. Уҡытыусы булырға хыяллана. Армиянан ҡайтҡас, Магнитогорск педагогия институтының әҙерлек курстарына инә. Шул уҡ ваҡытта бейеү-йыр түңәрәктәренә лә ихлас йөрөй. Тауышы һәйбәт, ҡурайға оҫта, буй-һыны килешле егеткә дуҫтары артислыҡҡа барырға кәңәш итәләр. Үҙенең дә күңеле йыр-музыкаға тартыла. Урау-урау юлдар үтеп, Өфө сәнғәт институтына килеп инә һәм бик тырышып уҡый башлай. Күп яҡлы талант эйәһе Хөрмәт Үтәшевте Башҡорт академия драма театрына эшкә алалар һәм, нигеҙҙә, төп ролдәрҙе ышанып тапшыра башлайҙар. Ҡарағол (Д. Юлтый, "Ҡарағол"), Рифат (Э. Атнабаев, "Балаҡайҙарым"), Шатморат (Баязит Бикбай, "Ҡарлуғас"), Малик (Ф. Богданов, "Төнгө ҡунаҡ"), Фән Ғәлимов (Ҡол-Дәүләт, "Шартлап китһен донъяһы!"), Тимербулат (Э. Атнабаев, "Ул ҡайтты") һәм башҡа күп төрлө, төрлө мөхиттә йәшәгән, төрлө холоҡ-ғәҙәтле образдарҙы оҫта асыуға һәләтле.
Хөрмәт Ғаззали улы Үтәшев Хәйбулла районының Таштуғай ауылында тыуа. Уҡытыусы булырға хыяллана. Армиянан ҡайтҡас, Магнитогорск педагогия институтының әҙерлек курстарына инә. Шул уҡ ваҡытта бейеү-йыр түңәрәктәренә лә ихлас йөрөй.
Әхтәм Абушахманов
 
(1948)
Тауышы һәйбәт, ҡурайға оҫта, буй-һыны килешле егеткә дуҫтары артислыҡҡа барырға кәңәш итәләр. Үҙенең дә күңеле йыр-музыкаға тартыла. Урау-урау юлдар үтеп, Өфө сәнғәт институтына килеп инә һәм бик тырышып уҡый башлай.
Әхтәм Әхәт улы Абушахманов 1948 йылда Әбйәлил районы Буранғол ауылында тыуа. Үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә ихлас ҡатнаша, ауыл сәхнәләрендә уйнай. Ғәжәп тауышы, буй-һыны, уйнау оҫталығы, ҡыҫҡаһы, тәбиғәттән килгән актерлыҡ булмышы Өфө белгестәренең
 
118
Күп яҡлы талант эйәһе Хөрмәт Үтәшевте Башҡорт академия драма театрына эшкә алалар һәм, нигеҙҙә, төп ролдәрҙе ышанып тапшыра башлайҙар. Ҡарағол (Д. Юлтый, "Ҡарағол"), Рифат (Э. Атнабаев, "Балаҡайҙарым"), Шатморат (Баязит Бикбай, "Ҡарлуғас"), Малик (Ф. Богданов, "Төнгө ҡунаҡ"), Фән Ғәлимов (Ҡол-Дәүләт, "Шартлап китһен донъяһы!"), Тимербулат (Э. Атнабаев, "Ул ҡайтты") һәм башҡа күп төрлө, төрлө мөхиттә йәшәгән, төрлө холоҡ-ғәҙәтле образдарҙы оҫта асыуға һәләтле.
иғтибарын йәлеп итә һәм уны Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға саҡыралар. Ул театр бүлегенең 2-се курсында уҡый башлай. 1970 йылда училище тамамлағас, Башҡорт академия драма театрына эшкә алына һәм спек- таклдәрҙә иң яуаплы төп ролдәрҙе ышанып тапшыра башлайҙар. Мостай Кәримдең "Салауат. Өн аралаш ете төш" әҫәрендә — Салауат, "Ташлама утты, ПрометейГҙа — Көс, "Ай тотолған төндө"лә — Аҡъегет, Дауыт Юл- тыйҙың "Ҡарағол"онда — Ҡарағол, Азат Абдуллиндың "Ун өсөнсө председатель" спектаклендә — Саҙрый, У. Шекспирҙың "Ромео һәм Джульетта "һында — Парис һәм башҡалар. Иң ҙур дан килтергәне — Нәжиб Асанба- евтың "Ҡыҙыл паша'Ъында Кәрим Хәкимов роле. Ул тормошта реаль йәшәгән был күренекле шәхесте шул тиклем оҫта башҡара, хатта Кәрим Хәкимовтың ҡыҙы ғәжәпкә ҡала. Әхтәм Абушахмановты Йәштәр театрына ла, Стәрлетамаҡ башҡорт театрына ла, телевизион фильмдарҙа уйнарға ла саҡыралар. Ул — Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе.
===Әхтәм Абушахманов (1948)===
Әхтәм Әхәт улы Абушахманов 1948 йылда Әбйәлил районы Буранғол ауылында тыуа. Үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә ихлас ҡатнаша, ауыл сәхнәләрендә уйнай. Ғәжәп тауышы, буй-һыны, уйнау оҫталығы, ҡыҫҡаһы, тәбиғәттән килгән актерлыҡ булмышы Өфө белгестәренең иғтибарын йәлеп итә һәм уны Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға саҡыралар.
 
Ул театр бүлегенең 2-се курсында уҡый башлай. 1970 йылда училище тамамлағас, Башҡорт академия драма театрына эшкә алына һәм спектаклдәрҙә иң яуаплы төп ролдәрҙе ышанып тапшыра башлайҙар. Мостай Кәримдең "Салауат. Өн аралаш ете төш" әҫәрендә — Салауат, "Ташлама утты, ПрометейГҙа — Көс, "Ай тотолған төндө"лә — Аҡъегет, Дауыт Юл- тыйҙың "Ҡарағол"онда — Ҡарағол, Азат Абдуллиндың "Ун өсөнсө председатель" спектаклендә — Саҙрый, У. Шекспирҙың "Ромео һәм Джульетта "һында — Парис һәм башҡалар.
 
Иң ҙур дан килтергәне — Нәжиб Асанбаевтың "Ҡыҙыл паша'Ъында Кәрим Хәкимов роле. Ул тормошта реаль йәшәгән был күренекле шәхесте шул тиклем оҫта башҡара, хатта Кәрим Хәкимовтың ҡыҙы ғәжәпкә ҡала. Әхтәм Абушахмановты Йәштәр театрына ла, Стәрлетамаҡ башҡорт театрына ла, телевизион фильмдарҙа уйнарға ла саҡыралар. Ул — Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе.
 
Әхтәм Әхәт улы Абушахманов — РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы.
 
ТЕАТР РЕЖИССЕРҘАРЫ
==ТЕАТР РЕЖИССЕРҘАРЫ==
Театрҙың йөҙө режиссерҙан тора, тиҙәр. Ысынлап та, бер үк әҫәрҙе лә хатта төрлө режиссер төрлөсә ҡуя. Әҫәрҙең йөкмәткеһен бирә алыу, актерҙар менән эшләү, образды асыу, художник менән кәңәшләшеп, декорация һәм костюмдар һайлау, музыкаль яҡтан биҙәүҙә үҙ фекереңде булдырыу — бөтөнөһө лә режиссерҙың әҙерлегенә, оҫталығына, тәжрибәһенә бәйләнгән. Башҡорт драма театрын академик кимәлгә күтәреүҙә режиссерҙарҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ ҙур була. Вәли Морта- зин-Иманский, Ғиниәт Ушанов, Хажи Бохарский, Мәкәрим Мәһәҙиев, Вәли Ғәлимов, Булат Имашев, Рәфғәт Фәйзи, Шәүрә Мортазина, Фәйез Вәхитов, Ғабдулла Ғиләжев, Рифҡәт Исрафилов, Вәзих Сәйфуллин, Ҡадир Бакиров, Лек Вәлиев кеүек ғәжәп оҫта режиссерҙары булды театрҙың. Ҡайһы бер актерҙар, мәҫәлән, Ғәлләм Саттаров, Арыҫлан Мөбәрәков, Әхмәт Садыҡов,
Театрҙың йөҙө режиссерҙан тора, тиҙәр. Ысынлап та, бер үк әҫәрҙе лә хатта төрлө режиссер төрлөсә ҡуя. Әҫәрҙең йөкмәткеһен бирә алыу, актерҙар менән эшләү, образды асыу, художник менән кәңәшләшеп, декорация һәм костюмдар һайлау, музыкаль яҡтан биҙәүҙә үҙ фекереңде булдырыу — бөтөнөһө лә режиссерҙың әҙерлегенә, оҫталығына, тәжрибәһенә бәйләнгән.
119
 
Сәхи Сәйетовтар актерлыҡ менән бергә режиссерлыҡта ла үҙҙәрен һынап ҡарайҙар.
Башҡорт драма театрын академик кимәлгә күтәреүҙә режиссерҙарҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ ҙур була. Вәли Мортазин-Иманский, Ғиниәт Ушанов, Хажи Бохарский, Мәкәрим Мәһәҙиев, Вәли Ғәлимов, Булат Имашев, Рәфғәт Фәйзи, Шәүрә Мортазина, Фәйез Вәхитов, Ғабдулла Ғиләжев, Рифҡәт Исрафилов, Вәзих Сәйфуллин, Ҡадир Бакиров, Лек Вәлиев кеүек ғәжәп оҫта режиссерҙары булды театрҙың. Ҡайһы бер актерҙар, мәҫәлән, Ғәлләм Саттаров, Арыҫлан Мөбәрәков, Әхмәт Садыҡов, Сәхи Сәйетовтар актерлыҡ менән бергә режиссерлыҡта ла үҙҙәрен һынап ҡарайҙар.
Вәли Ғәлимов. 1908 йылда Татарстандың Бейектау районы Сатламыш ауылында тыуа. 1930 йылда Өфө сәнғәт техникумын тамамлай һәм хеҙмәт юлын драма артисы булып башлай. 1956 йылдан 1971 йылға тиклем режиссерлыҡ эшен алып бара һәм ул эшләгән йылдарҙа театр бик ҙур уңыштарға өлгәшә, Иманский-Мәһәҙиев- Имашевтар башлаған традиция дауам итә. Бер үк ваҡытта башҡорт яҙыусыларының байтаҡ ҡына әҫәрҙәре буйынса пьесалар яҙа. Ул сәхнәгә ҡуйған әҫәрҙәрҙән "Ҡара йөҙҙәр", "Иҙеүкәй менән Мораҙым”, "Салауат Юлаев" һәм "Ҡаһым түрә, йәки 1812 йыл" (Баязит Бикбай әҫәрҙәре), "Мария Тюдор" (В. Гюго) һәм башҡалар. Үҙе ижад иткән ролдәрҙең трагиктарын да, комиктарын да бик оҫта уйнай.
===Вәли Ғәлимов===
Рәфғәт Фәйзи. 1904 йылда Ырымбур ҡалаһында тыуа. Илебеҙҙең бик күп театрҙарында эшләй. Ҙур тәжрибә туплаған актер һәм режиссер Рәфғәт Фәйзи 1934 йылда Башҡорт академия драма театрына эшкә килә һәм өс тиҫтә йылға яҡын актерлыҡ һәм режиссерлыҡ эшен алып бара. Халыҡ күңелендә Ягоны ("Отелло") оҫта уйнауы менән айырыуса ныҡ иҫтә ҡала.
 
Шәүрә Мортазина. Шәүрә Муса ҡыҙы Мортазина А. В. Луначарский исемендәге ГИТИС-ты тамамлай ҙа 1948 йылда Башҡорт академия драма театрына эшкә килә. Ул 100-ҙән ашыу спектакль ҡуя. Әҙерлекле, талантлы режиссер классик әҫәрҙәрҙе лә ҡыйыу рәүештә сәхнәләштерә һәм бик уңышлы эшләй. Дауыт Юлтый- ҙың "Ҡарағол", Баязит Бикбайҙың "Салауат Юлаев" һәм "Ҡаһым түрә, йәки 1812 йыл", Ә. Мирзаһитовтың "Утлы өйөрмә", Азат Абдуллиндың "Онотма мине, ҡояш", Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндө" әҫәрҙәре менән бер рәттән донъя классиктары У. Шекспир, Ф. Вольтер, П. Кальдерон, А. Н. Островский, А. П. Чехов, Дж. Лондон, Б. Шоу әҫәрҙәрен дә берҙәй үк оҫталыҡ менән ҡуя. Ш. Мортазина һәр саҡ эҙләнә, әҫәр йөкмәткеһен аңлайышлы һәм асыҡ итеү, ҡатмарлы образдарҙы ла классик кимәлдә, әммә шул уҡ ваҡытта ябай
1908 йылда Татарстандың Бейектау районы Сатламыш ауылында тыуа. 1930 йылда Өфө сәнғәт техникумын тамамлай һәм хеҙмәт юлын драма артисы булып башлай.
120
 
һыҙаттар менән дә асыу өсөн саралар эҙләй һәм таба. Ошо үҙенсәлеге арҡаһында ла ул ҡуйған спектаклдәргә халыҡ күпләп йөрөй. Ябай халыҡ классик әҫәрҙәрҙе аңлап етмәй, тигән фекерҙе Ш. Мортазина юҡҡа сығара.
1956 йылдан 1971 йылға тиклем режиссерлыҡ эшен алып бара һәм ул эшләгән йылдарҙа театр бик ҙур уңыштарға өлгәшә, Иманский-Мәһәҙиев- Имашевтар башлаған традиция дауам итә. Бер үк ваҡытта башҡорт яҙыусыларының байтаҡ ҡына әҫәрҙәре буйынса пьесалар яҙа.
 
Ул сәхнәгә ҡуйған әҫәрҙәрҙән "Ҡара йөҙҙәр", "Иҙеүкәй менән Мораҙым”, "Салауат Юлаев" һәм "Ҡаһым түрә, йәки 1812 йыл" (Баязит Бикбай әҫәрҙәре), "Мария Тюдор" (В. Гюго) һәм башҡалар. Үҙе ижад иткән ролдәрҙең трагиктарын да, комиктарын да бик оҫта уйнай.
===Рәфғәт Фәйзи===
 
1904 йылда Ырымбур ҡалаһында тыуа. Илебеҙҙең бик күп театрҙарында эшләй. Ҙур тәжрибә туплаған актер һәм режиссер Рәфғәт Фәйзи 1934 йылда Башҡорт академия драма театрына эшкә килә һәм өс тиҫтә йылға яҡын актерлыҡ һәм режиссерлыҡ эшен алып бара. Халыҡ күңелендә Ягоны ("Отелло") оҫта уйнауы менән айырыуса ныҡ иҫтә ҡала.
===Шәүрә Мортазина===
Шәүрә Муса ҡыҙы Мортазина А. В. Луначарский исемендәге ГИТИС-ты тамамлай ҙа 1948 йылда Башҡорт академия драма театрына эшкә килә. Ул 100-ҙән ашыу спектакль ҡуя. Әҙерлекле, талантлы режиссер классик әҫәрҙәрҙе лә ҡыйыу рәүештә сәхнәләштерә һәм бик уңышлы эшләй.
 
Дауыт Юлтыйҙың "Ҡарағол", Баязит Бикбайҙың "Салауат Юлаев" һәм "Ҡаһым түрә, йәки 1812 йыл", Ә. Мирзаһитовтың "Утлы өйөрмә", Азат Абдуллиндың "Онотма мине, ҡояш", Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндө" әҫәрҙәре менән бер рәттән донъя классиктары У. Шекспир, Ф. Вольтер, П. Кальдерон, А. Н. Островский, А. П. Чехов, Дж. Лондон, Б. Шоу әҫәрҙәрен дә берҙәй үк оҫталыҡ менән ҡуя.
 
Ш. Мортазина һәр саҡ эҙләнә, әҫәр йөкмәткеһен аңлайышлы һәм асыҡ итеү, ҡатмарлы образдарҙы ла классик кимәлдә, әммә шул уҡ ваҡытта ябай һыҙаттар менән дә асыу өсөн саралар эҙләй һәм таба. Ошо үҙенсәлеге арҡаһында ла ул ҡуйған спектаклдәргә халыҡ күпләп йөрөй. Ябай халыҡ классик әҫәрҙәрҙе аңлап етмәй, тигән фекерҙе Ш. Мортазина юҡҡа сығара.
 
Шәүрә Муса ҡыҙы Өфө сәнғәт училищеһында һәм Өфө сәнғәт институтында педагогик эшмәкәрлек менән дә шөғөлләнә. Ул күренекле хәрби һәм дәүләт эшмәкәре Муса Мортазиндың ҡыҙы. 1925 йылда Мәскәү ҡалаһында тыуа. Ғүмеренең һуңғы йылдарын Мәскәү ҡалаһында үткәрә.
===Ҡадир Бакиров===
Ҡадир Бакиров. Мәскәү консерваторияһы эргәһендә башҡорт студияһын асыуға өлгәшкәс, Ғәзиз Әлмөхәмәтов башҡорт ауылдары буйлап һәләтле йәштәр эҙләүҙе ойоштора. Ул төркөмдә Ҡадир Бакиров та була. һәм байтаҡ ҡына һәләтле йәштәрҙе, шул иҫәптән йырсы Сөләймән Абуллинды, Мәғфирә Ғәлиеваны ла оло юлға ул сығара.
 
Ҡадир һаҙый улы Бакиров 1905 йылда Ейәнсура районының Өмбәт ауылында тыуа һәм 1931 йылда Ленинград дәүләт академия драма театры эргәһендәге режиссура лабораторияһын тамамлай һәм хеҙмәт юлын Баймаҡ колхоз-совхоз театрында башлай. А. Таһиров- тың "Алатау", Дауыт Юлтыйҙың "Ҡарағол", Н. Гогол- дең "Әйләнеү", С. Мифтаховтың "Һаҡмар", "Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт" әҫәрҙәрен сәхнәләштерә. 1935 йылда Баймаҡ колхоз-совхоз театры Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй смотрында "Ҡарағол" менән "Алатау" спектаклдәрен күрһәтә һәм юғары баһа ала. Ғәзиз Әлмөхәмәтов тырышлығы менән П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһында башҡорт студияһы асылғас, Ҡадир Бакиров бында уҡытырға килә. А. В. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтында ла уҡытыусылыҡ эше алып бара. Аҙаҡ Өфө сәнғәт техникумында уҡыта. Өфө сәнғәт техникумында уҡытҡан йылдарҙа Башҡорт академия драма театрында режиссерлыҡ эшен дә алып бара.
Мәскәү консерваторияһы эргәһендә башҡорт студияһын асыуға өлгәшкәс, Ғәзиз Әлмөхәмәтов башҡорт ауылдары буйлап һәләтле йәштәр эҙләүҙе ойоштора. Ул төркөмдә Ҡадир Бакиров та була. һәм байтаҡ ҡына һәләтле йәштәрҙе, шул иҫәптән йырсы Сөләймән Абуллинды, Мәғфирә Ғәлиеваны ла оло юлға ул сығара.
 
Ҡадир һаҙый улы Бакиров 1905 йылда Ейәнсура районының Өмбәт ауылында тыуа. 1931 йылда Ленинград дәүләт академия драма театры эргәһендәге режиссура лабораторияһын тамамлай һәм хеҙмәт юлын Баймаҡ колхоз-совхоз театрында башлай.
 
А. Таһировтың "Алатау", Дауыт Юлтыйҙың "Ҡарағол", Н. Гоголдең "Әйләнеү", С. Мифтаховтың "Һаҡмар", "Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт" әҫәрҙәрен сәхнәләштерә.
 
1935 йылда Баймаҡ колхоз-совхоз театры Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй смотрында "Ҡарағол" менән "Алатау" спектаклдәрен күрһәтә һәм юғары баһа ала. Ғәзиз Әлмөхәмәтов тырышлығы менән П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһында башҡорт студияһы асылғас, Ҡадир Бакиров бында уҡытырға килә.
 
А. В. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтында ла уҡытыусылыҡ эше алып бара. Аҙаҡ Өфө сәнғәт техникумында уҡыта. Өфө сәнғәт техникумында уҡытҡан йылдарҙа Башҡорт академия драма театрында режиссерлыҡ эшен дә алып бара.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, һуғыштан һуң Башҡорт академия драма театрында, Сибай театрында режиссерлыҡ эше алып бара.
Ҡадир һаҙый улы Бакиров — БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
 
121
===Вәзих Кашап улы Сәйфуллин===
Вәзих Кашап улы Сәйфуллин. Шишмә районының Әмин ауылында 1929 йылда тыуа. Өфө театр-художество училищеһын тамамлағандан һуң Ауырғазы колхоз- совхоз театрында актер булып эш башлай. Был театрҙа (1956 йылдан башлап Салауат драма театры) дүрт тиҫтәгә яҡын роль башҡара. Улар, нигеҙҙә, төп геройҙар була. Әммә Вәзих Кашап улы үҙендә режиссерлыҡ һәләте тоя һәм Ленинград дәүләт театрының музыка һәм кинематография институтының режиссерлыҡ факультетын тамамлай ҙа Салауат драма театрында баш режиссер, бер аҙҙан Башҡорт академия драма театры директоры һәм баш режиссер булып эшләй. Ул бик күп әҫәрҙәрҙе сәхнәгә ҡуя. Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндө", Ә. Мирзаһитовтың "Әсәләр көтәләр улдарын”, "Ғүмер ике килмәй", Шамил Рәхмәтуллиндың "Әжәл алдынан", Л. Н. Толстойҙың "Тере мәйет", Нәжиб Асан- баевтың "Миләш-Миләүшә", Ғәзим Шафиҡовтың "һуңғы алыш", "Бында минең төйәгем", Хәбибулла Ибраһимовтың "Еҙнәкәй", Әнғәм Атнабаевтың "Бала- ҡайҙарым" һәм башҡа спектаклдәр ҙур уңыш менән бара.
 
Шишмә районының Әмин ауылында 1929 йылда тыуа. Өфө театр-художество училищеһын тамамлағандан һуң Ауырғазы колхоз- совхоз театрында актер булып эш башлай.
 
Был театрҙа (1956 йылдан башлап Салауат драма театры) дүрт тиҫтәгә яҡын роль башҡара. Улар, нигеҙҙә, төп геройҙар була. Әммә Вәзих Кашап улы үҙендә режиссерлыҡ һәләте тоя һәм Ленинград дәүләт театрының музыка һәм кинематография институтының режиссерлыҡ факультетын тамамлай ҙа Салауат драма театрында баш режиссер, бер аҙҙан Башҡорт академия драма театры директоры һәм баш режиссер булып эшләй.
 
Ул бик күп әҫәрҙәрҙе сәхнәгә ҡуя. Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндө", Ә. Мирзаһитовтың "Әсәләр көтәләр улдарын”, "Ғүмер ике килмәй", Шамил Рәхмәтуллиндың "Әжәл алдынан", Л. Н. Толстойҙың "Тере мәйет", Нәжиб Асанбаевтың "Миләш-Миләүшә", Ғәзим Шафиҡовтың "һуңғы алыш", "Бында минең төйәгем", Хәбибулла Ибраһимовтың "Еҙнәкәй", Әнғәм Атнабаевтың "Балаҡайҙарым" һәм башҡа спектаклдәр ҙур уңыш менән бара.
 
Вәзих Сәйфуллин заман талабына яуап бирерлек, сәнғәттең юғары өлгөһө булырлыҡ әҫәрҙәр ҡуйырға тырыша, күберәк әхлаҡ проблемалары күтәрелгән пьесаларҙы үҙ итә.
Вәзих Кашап улы Сәйфуллин — БАССР-ҙың, РФ-тың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
===Лек Вәли улы Вәлиев===
Лек Вәли улы Вәлиев. Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында 1935 йылда тыуа. Ленинград театр, музыка һәм кинематография институтын (1965 йыл) тамамлай һәм режиссер булараҡ эште Салауат драма театрында башлай. Аҙаҡ Башҡорт академия драма театрында, Сибай драма театрҙарында эшләй, һәләтле режиссер бик күп классик әҫәрҙәр менән бер рәттән тәүге әҫәрҙәрен алып килгән авторҙарҙың пьесаларын да сәхнәләштерә. Яңы авторҙар менән бергәләп эшләй, кәңәштәре менән ярҙам итә.
 
Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында 1935 йылда тыуа. Ленинград театр, музыка һәм кинематография институтын (1965 йыл) тамамлай һәм режиссер булараҡ эште Салауат драма театрында башлай.
 
Аҙаҡ Башҡорт академия драма театрында, Сибай драма театрҙарында эшләй, һәләтле режиссер бик күп классик әҫәрҙәр менән бер рәттән тәүге әҫәрҙәрен алып килгән авторҙарҙың пьесаларын да сәхнәләштерә. Яңы авторҙар менән бергәләп эшләй, кәңәштәре менән ярҙам итә.
 
Лек Вәли улы Вәлиев — РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
 
122
 
* * *
Башҡорт академия драма театрында һәм Йәштәр театрында танылған режиссер Азат Нәҙерғолов, Мәскәүҙән режиссерлыҡҡа уҡып ҡайтҡан Айрат Абушахманов, Илнур Муллабаев, Рөстәм Хәкимовтар данлыҡлы режиссерҙарыбыҙҙың традицияһын заманса яңғыраш менән дауам итәләр.
 
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙенең элекке традицияларын уңышлы дауам итә. Ҡыҙыҡлы асыштар һәм матур ҡаҙаныштар үҙәге ул. Күренекле актерҙар ғына түгел, режиссерҙар ҙа бында сынығыу ала, оло һынау үтә. Театр сит республикаларҙан, Мәскәүҙән дә режиссерҙар саҡыра, уларҙың тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Йәш режиссерҙар, "Яҙмыштарҙан уҙмыш бар", "Нәркәс", "Айгөл иле" әҫәрҙәрен яңы ҡуйылышта сәхнәгә сығаралар. Был спектаклдәрҙә талантлы артистар, Башҡорт академия драма театрының традицияһын лайыҡлы дауам итеүселәр Азат Йыһаншин, Азамат Ғафаров, Алмас Әмиров, Сәғиҙулла Баййегетов, Сара Буранбаева, Хәким Мортазин, Айһылыу Йомағоловалар уйнай.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙенең элекке традицияларын уңышлы дауам итә. Ҡыҙыҡлы асыштар һәм матур ҡаҙаныштар үҙәге ул. Күренекле актерҙар ғына түгел, режиссерҙар ҙа бында сынығыу ала, оло һынау үтә.
НУР" ТАТАР ДРАМА ТЕАТРЫ
 
"Нур" Өфө дәүләт татар театры ошо уҡ исемдәге театр студияһы нигеҙендә төҙөлә. 1992 йылда тәүге сезонын аса. Директоры — М. Т. Мөҙәрисов, баш режиссеры — Б. Н. Ибраһимов. Тәүге артистар Башҡорт драма театрынан күсә һәм театрҙың төп нигеҙен тәшкил итә. Р. Ғән- дәлипова-Еникеева, Р. Ф. Латипова, Р. Ғәйфуллина, С. Сираева, Д. Фәйзуллина-Ғәлимова, Р. Мырҙабулатова, М. Исхаков, И. Кәлимуллин, А. Шәйхетдиновтар төп йөктө күтәрәләр. 1995 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институты татар бүлеген тамамлаусыларҙы сығара һәм улар театрға өҫтәмә көс булып килә. Яңы театр үткән быуат башында тирә-яҡта дан алған һәм бик популяр булған "Нур" театрының нигеҙ һалыусыһы беренсе татар һәм башҡорт артисткаһы С. Ғ. Ғиззәтуллина-Волжская традицияларын ҡайтанан ҡайтарыу һәм заманса үҫтереү
Театр сит республикаларҙан, Мәскәүҙән дә режиссерҙар саҡыра, уларҙың тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Йәш режиссерҙар, "Яҙмыштарҙан уҙмыш бар", "Нәркәс", "Айгөл иле" әҫәрҙәрен яңы ҡуйылышта сәхнәгә сығаралар. Был спектаклдәрҙә талантлы артистар, Башҡорт академия драма театрының традицияһын лайыҡлы дауам итеүселәр Азат Йыһаншин, Азамат Ғафаров, Алмас Әмиров, Сәғиҙулла Баййегетов, Сара Буранбаева, Хәким Мортазин, Айһылыу Йомағоловалар уйнай.
123
 
маҡсаты менән эшләй. У. Шекспирҙың "Ромео менән Джульетта "һын, Ғаяз Исхаҡи әҫәре буйынса эшләнгән "Зөләйха" һәм "Көҙ" драмаларын ҡуя. Мирхәйҙәр Фәйзи, Ф. Сәйфи-Ҡаҙанлы, Кәрим Тинчурин, Хәй Вәхит әҫәрҙәре уңышлы бара. Татар театрын Татарстан тамашасылары ла яратып һәм көтөп ала.
==НУР" ТАТАР ДРАМА ТЕАТРЫ==
"Нур" Өфө дәүләт татар театры ошо уҡ исемдәге театр студияһы нигеҙендә төҙөлә. 1992 йылда тәүге сезонын аса. Директоры — М. Т. Мөҙәрисов, баш режиссеры — Б. Н. Ибраһимов. Тәүге артистар Башҡорт драма театрынан күсә һәм театрҙың төп нигеҙен тәшкил итә. Р. Ғән- дәлипова-Еникеева, Р. Ф. Латипова, Р. Ғәйфуллина, С. Сираева, Д. Фәйзуллина-Ғәлимова, Р. Мырҙабулатова, М. Исхаков, И. Кәлимуллин, А. Шәйхетдиновтар төп йөктө күтәрәләр.
 
1995 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институты татар бүлеген тамамлаусыларҙы сығара һәм улар театрға өҫтәмә көс булып килә. Яңы театр үткән быуат башында тирә-яҡта дан алған һәм бик популяр булған "Нур" театрының нигеҙ һалыусыһы беренсе татар һәм башҡорт артисткаһы С. Ғ. Ғиззәтуллина-Волжская традицияларын ҡайтанан ҡайтарыу һәм заманса үҫтереү маҡсаты менән эшләй.
 
У. Шекспирҙың "Ромео менән Джульетта "һын, Ғаяз Исхаҡи әҫәре буйынса эшләнгән "Зөләйха" һәм "Көҙ" драмаларын ҡуя. Мирхәйҙәр Фәйзи, Ф. Сәйфи-Ҡаҙанлы, Кәрим Тинчурин, Хәй Вәхит әҫәрҙәре уңышлы бара. Татар театрын Татарстан тамашасылары ла яратып һәм көтөп ала.
 
"Нур" Өфө татар дәүләт театры татар мәҙәниәтенең үҙенсәлекле үҙәге. Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазан мәҙәниәт усаҡтары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. "Нур"ҙа Салауат Нурисламов, Эльмир Ғәзизуллин, Резеда Зарипова, Айһылыу Ғүмәрова кеүек һәләтле актерҙар тамашасыларҙы үҙ оҫталыҡтары менән һөйөндөрә.
===Байрас Надим улы Ибраһимов===
Байрас Надим улы Ибраһимов. Тәтешле районының Күрҙем ауылында 1953 йылда тыуа. Атаһы ла, әсәһе лә сәнғәткә ғашиҡ кешеләр була, үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә ҡатнашалар. Шуға ла Байрас бәләкәйҙән артист булыу тураһында хыялланып үҫә. Армиянан ҡайтҡас, Өфөгә килеп, сәнғәт институтына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын Салауат драма театрында актер булараҡ башлай. Шунан Мәскәүҙәге Юғары режиссерлыҡ курстарын тамамлай. Б. Ибраһимов кешенең эске кисерештәрен, ҡатмарлы образдарҙы асыуҙа оҫта алымдар таба һәм маҡсатына ирешә. Режиссерға ваҡиғалар ағышына ҡарағанда кешенең үҙе, уның тәбиғәте, булмышы ҡы- ҙығыраҡ. Артистарҙың тәбиғи уйнауына ынтыла.
 
Тәтешле районының Күрҙем ауылында 1953 йылда тыуа. Атаһы ла, әсәһе лә сәнғәткә ғашиҡ кешеләр була, үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә ҡатнашалар. Шуға ла Байрас бәләкәйҙән артист булыу тураһында хыялланып үҫә. Армиянан ҡайтҡас, Өфөгә килеп, сәнғәт институтына уҡырға инә.
 
Хеҙмәт юлын Салауат драма театрында актер булараҡ башлай. Шунан Мәскәүҙәге Юғары режиссерлыҡ курстарын тамамлай. Б. Ибраһимов кешенең эске кисерештәрен, ҡатмарлы образдарҙы асыуҙа оҫта алымдар таба һәм маҡсатына ирешә. Режиссерға ваҡиғалар ағышына ҡарағанда кешенең үҙе, уның тәбиғәте, булмышы ҡы- ҙығыраҡ. Артистарҙың тәбиғи уйнауына ынтыла.
 
Байрас Ибраһимов ҡуйған спектаклдәр: М. Фәйзи, "Аҡ ҡалфаҡ"; Зәйнәб Биишева, "Мөхәббәт һәм нәфрәт"; Фәтих Әмирхан, "Тиң түгелдәр"; Илдар Юзеев, "Кейек ҡаҙҙар артынан" һ. б.
==РЕСПУБЛИКА РУС ДРАМА ТЕАТРЫ==
Республика рус академия драма театры Башҡортостанда иң боронғо театрҙарҙан һанала. 1861 йылда Өфөлә беренсе театр бинаһы барлыҡҡа килгәс тә, рус драма сәнғәте тыуа. Ә 1919 йылда ул С. Т. Аксаков Халыҡ йортонда "Өфө дәүләт үрнәк театры" булараҡ ойошторола һәм иң тәүҙә Р. Лотарҙың трагикомедияһы буйынса "Король Арлекин, йәки Тәхеттәге диуана" спектаклдәре менән асыла.
 
124
асыла. 1922—1930 йылдарҙа уның бинаһында килешеү буйынса Мәскәү, Пермь, Әстрхан, Ростовтың театр труппалары уйнай.
Рус драма театры, ныҡлы төркөм йыйып алып, 1930 йылдың 5 ноябрендә В. Вишневскийҙың "Первая Конная” тигән спектаклдең премьераһын ҡуя. Режиссер Д. Касьянов етәкселегендә ҡуйылған ошо спектакль менән Рус драма театры үҙенең эшмәкәрлеген башлай һәм был көн театрҙың тыуған көнө тип иҫәпләнә.
 
1939 йылда театр Гоголь урамында филармония бинаһынан урын ала һәм 1982 йылда махсус бина һалынғанға тиклем шунда эшләй.
 
Рус академия драма театры үҙенең иң тәүге принциптарына тоғро. Театр тарихы халыҡ тарихынан айырылғыһыҙ.
 
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, бик күп һәләтле артистар, 80-дән ашыу кеше, үҙ теләктәре менән фронтҡа китә, театр тормошо бер аҙ һүрәнләнә биреп ҡала. Был йылдарҙа патриотик рухлы спектаклдәр сәхнәләштерелә. А. Корнейчуктың "Фронт", Л. Леоновтың "Нашествие", К. Симоновтың "Русские люди" тигән пьесалары буйынса эшләнгән спектаклдәр ҡуйыла. Артистар фронттарҙа ла, хәрби госпиталдәрҙә лә сығыш яһайҙар.
 
Республика рус академия драма театрында классик әҫәрҙәр ҙә, фольклор ҙа, хәҙерге драматургияның иң яҡшы өлгөләре лә ҡуйыла.
Рус театры үҙ тамашасыларын башҡорт әҫәрҙәре менән шатландыра.

Иң тәүге башҡорт пьесаһы — Афзал Таһировтың "Алатау" драмаһы уйнала. Баязит Бик- байҙыңБикбайҙың "Салауат"ы, Ҡадир Даяндың "Таңсулпан"ы, Илшат Йомағоловтың "Нәркәс"е, Мостай Кәримдең "Ҡыҙ урлау" менән "Айгөл иле" рус тамашасыларына бик оҡшай.

2000 йылдарҙа театр Ғәзим Шафиҡовтың әҫәрен сәхнәләштерә.
 
Театр бәләкәй балаларҙы ла онотмай. Улар өсөн әкиәттәр буйынса спектаклдәр ҡуйыла.
 
1982 йылда яңы бинала яңыса эш башлай театр. Уға киңерәк ҡолас менән эшләргә мөмкинлек тыуа. Театрҙың Ҙур һәм Бәләкәй залдары бар. Театрҙың художество етәксеһе, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Михаил Исаакович Рабинович үҙ йүнәлешен тормошҡа
1982 йылда яңы бинала яңыса эш башлай театр. Уға киңерәк ҡолас менән эшләргә мөмкинлек тыуа. Театрҙың Ҙур һәм Бәләкәй залдары бар. Театрҙың художество етәксеһе, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Михаил Исаакович Рабинович үҙ йүнәлешен тормошҡа ашыра.
125
 
ашыра. Ә уның төп йүнәлеше — үткәндәргә һөйөү, бөгөнгөгә — ышаныс, киләсәккә — өмөт, сәхнәлә ҡуйылған әҫәр геройҙарының эске донъяһын асыу аша тамашасыларға ошо фекерҙе һалыу. А. Казанцевтың, Ж.-Б. Мольерҙың, А. Козловскийҙың, М. Рощиндың, У. Шекспирҙың һәм башҡа бик күп авторҙарҙың әҫәрҙәре менән Башҡортостан һәм илебеҙҙең башҡа тарафтарындағы театр сәхнәләрендә сығыш яһап, маһирлыҡтарын күрһәтеп, һәр саҡ маҡталып ҡайта был театр. Бер нисә тапҡыр Мәскәүҙә гастролдәрҙә була һәм Ялталағы театр фестивалендә лә ҡатнаша.
Ә уның төп йүнәлеше — үткәндәргә һөйөү, бөгөнгөгә — ышаныс, киләсәккә — өмөт, сәхнәлә ҡуйылған әҫәр геройҙарының эске донъяһын асыу аша тамашасыларға ошо фекерҙе һалыу. А. Казанцевтың, Ж.-Б. Мольерҙың, А. Козловскийҙың, М. Рощиндың, У. Шекспирҙың һәм башҡа бик күп авторҙарҙың әҫәрҙәре менән Башҡортостан һәм илебеҙҙең башҡа тарафтарындағы театр сәхнәләрендә сығыш яһап, маһирлыҡтарын күрһәтеп, һәр саҡ маҡталып ҡайта был театр. Бер нисә тапҡыр Мәскәүҙә гастролдәрҙә була һәм Ялталағы театр фестивалендә лә ҡатнаша.
 
Рус драма театры һуңғы йылдарҙа айырыуса әүҙем эшләй. Гуманистик яңғырашлы тормошсан темалы спектаклдәр ҡуйыла. Н. В. Гоголдең "Әйләнеү", А. Н. Ос- тровскийҙың "Банкрот", А. П. Чеховтың "Ваня ағай" һәм башҡа шундай пьесалар бар репертуарҙа.
==СТӘРЛЕТАМАҠ БАШҠОРТ ТЕАТРЫ==
1990 йылда Стәрлетамаҡ театр-мәҙәниәт берекмәһе ойошторола һәм 1991 йылда был берекмә үҙгәртеп ҡоролоп, рус театры, башҡорт драма театры һәм Бейеү театрҙарын берләштерә. Рус театры иһә 1946 йылда уҡ асыла. Стәрлетамаҡ халҡына был театр бик яҡын. Бында донъя классикаһы ла, рус классик әҫәрҙәре лә, башҡорт драматургтарының пьесалары ла ҡуйыла.
 
1991 йылда Башҡорт театры ойошторола. Уның художество етәксеһе һәләтле режиссер Гөлдәр Ильясова була. Был төркөм туплана башлағас, Башҡорт академия драма театрҙарынан байтаҡ артистар унда күсә һәм тәүге йылдары бик ҙур ярҙам күрһәтә. Бигерәк тә Илшат Йомағолов, Хәмит Яруллин, Әхәт Хөсәйеновтарҙың ярҙамы ҙур була.
 
Хәлил Ишбирҙин етәкселегендәге Бейеү театры ла 1991 йылда ойошторола. Был театрҙың репертуары үҙенсәлекле. Ул бәләкәй күләмле балет спектаклдәре ингән бейеү-сәхнә тамашаһы, хореографик миниатюралар, башҡорт фольклорына нигеҙләнгән бейеү композицияларын сәхнәләштерә. Бик күп бейеүҙәр һала. Ул һалған иң тәүге бейеүҙәрҙең береһе — "Аҡ яурын сал бөркөт".
 
126
Унан һуң "Ҡара тауыҡ", "Порт-Артур", "Баш бүре", "Шәғәли Шаҡман" һәм башҡа бейеүҙәр тотош бер театр- лаштырылған күренеш.
Коллектив башҡорт халҡының тарихын, яҙмышын яҡтыртҡан, шулай уҡ бөгөнгө көн, заман геройы хаҡында уйланыуҙарға ҡоролған әҫәрҙәргә мөрәжәғәт итә.
==САЛАУАТ ДРАМА ТЕАТРЫ==
Салауат ҡалаһы — Башҡортостандың иң йәш ҡалаларының береһе. Әммә уның даны ҙур нефтехимия үҙәге булараҡ ҡына түгел, ә сәнғәт үҙәге булараҡ та билдәле.

Киң билдәле Ауырғазы колхоз-совхоз театры 1956 йылда Салауат ҡалаһына күсеп килә. Салауат ҡалаһына күсеп килеп, яңыса һулыш алһа ла, театр 1933 йылдан башлап туплай килгән тәжрибәһен, педагог һәм режиссер, театрға профессиональ нигеҙ һалыусы Е. А. Шлях- тинаШляхтина-Сыртланованың һәм режиссер А. С. Садиҡовтың сәхнә оҫталығы буйынса традицияларын дауам итә.

Был театрҙа байтаҡ шәхестәр, сәхнә оҫталары ҡанат нығыта һәм артабан күтәрелә. Лек Вәлиев, Хәмит Усманов, Фәтхелислам Ғәләүетдинов, Вәзих Сәйфуллин, Ким Нәҙершин, Әнүәр Нурмөхәмәтов, Гөлдәр Ильясова кеүек исемдәре республикала ғына түгел, хәҙер инде ил күләмендә билдәле режиссерҙар үҫеп сыға.

Салауат театрында байтаҡ артистар халыҡ артистары тигән юғары исемдәр йөрөтә. Улар — Рәйсә Сәйфуллина, Илшат Вәлиев, Ғәзизә Насирова, Рим Баянов, Фәйзи Бәхтийәров, Рафаэль Сәлихов, Рим Әминев, Риф Мозаһитов, Флүрә Ниғмәтуллиналар. Театрҙың киләсәге лә ышаныслы йәштәр ҡулында.
 
Салауат театры үҙ исеменә есеме тура килһен өсөн Мостай Кәримдең "Салауат" трагедияһын сәхнәләштерә һәм ҙур уңышҡа өлгәшә. Хәҙер нисә йылдар инде был әҫәр сәхнәнән төшмәй. Шулай уҡ Мирхәйҙәр Фәйзиҙең "Ғәлиәбаныу "ы ла театрҙың "үҙ әҫәре"нә әйләнә, репертуарҙан алынмай. Театрҙа Э. Атнабаевтың "Ул ҡайтты", Флорид Бүләковтың "Әбейҙәргә ни етмәй", "Таштуғай", Л. Станкованың "Аҡ йәйҙәрем үтте инде" һәм Наил Ғәйетбайҙың байтаҡ әҫәрҙәре уңышлы бара.
 
127
Театрҙа спектаклдәрҙең ҙур уңыш менән барыуы, залдың һәр ваҡыт тамашасылар менән тулы булыуы- ның сере бар — актерҙарҙың байтағы оҫта уйнау ғына түгел, ғәжәп матур йырлайҙар ҙа. Рафаэль Сәлихов, Флүрә Ниғмәтуллина, Венера Хәсәнова, Гөлсәсәк Шәрипова, Наҙгөл Иҫәнбаева, Рйза Мәһәҙиев, Фәтих Ҡол- һариндарҠолһариндар бынамын тигән йырсылар ҙа. Режиссерҙар спектакль һайлағанда, артистарҙың был оҫталығын да, тамашасы зауығын да күҙҙә тота. Ә башҡорт халҡы йыр ярата. Йырлы-моңло спектаклдәргә бик әүәҫ йөрөй.
 
Йыл һайын март айында Театр көнөндә "Йылдың иң яҡшы актеры" тигән исемгә лайыҡ булыусы билдәләнә. Был сара ла актерҙарҙың тырышып уйнауына, үҙ тырышлыҡтарының баһаһыҙ, иғтибарһыҙ ҡалмауына ышаныс тыуҙыра, маҡсатлы, ынтылышлы эшләүгә этәргес булып тора.
Театрға йәш актерҙар Өфө дәүләт сәнғәт академияһында әҙерләнә.
 
1990 йылдарҙа художество етәксеһе итеп В. Сәйфуллин билдәләнә.
==СИБАЙ ДРАМА ТЕАТРЫ==
Сибай драма театрының даны иң халыҡсан телле, халыҡсан уйнаусы театр тип таралған. Театрға нигеҙ 1931 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында күсмә театр булараҡ һалына.

Баш режиссеры Арыҫлан Мөбәрәков була. Шуның өсөн дә Сибай театры ошо атаҡлы артистың исемен йөрөтә. Тәүге спектаклде сәхнәгә Мәкәрим Мәһәҙиев ҡуя. Был театрҙан киң билдәле Э. Абыҙгилдин, Ғ. Абыҙгилдина, И. Эбитаева, X. Әхмәтов, Ә. Ҡурсаев, X. Ҡурсаевтар үҫеп сыға.
 
Баймаҡ театры тип йөрөтөлгән данлыҡлы театрҙа сәхнә биҙәү рәссамдары М. Арыҫланов, Ғ. Имашевалар, композитор Рәүеф Мортазин, йырсылар һәм ҡурайсылар Ғата Сөләймәнов, Ишмулла Дилмөхәмәтов, йырсы Рамаҙан Йәнбәковтар үҙҙәренең ижади эшмәкәрлеген башлай.
 
Өфө дәүләт сәнғәт институтынан һәләтле йәштәр килә.
 
1 2 8
==ТУЙМАЗЫ ТАТАР ТЕАТРЫ==
Туймазы татар театры 1991 йылда асыла. 1993 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институты махсус сығарылыш әҙерләй һәм коллективҡа һәләтле йәштәр ебәрә. Бөгөнгө көндә театр үҙ йөҙөн, үҙ тамашасыларын тапҡан билдәле театрға әйләнә бара.
 
Нәләтле етәксе Ильяс Гәрәев Туймазы татар драма театрының үҙ йөҙөн булдырыу өсөн тырыша.
==МИЛЛИ ЙӘШТӘР ТЕАТРЫ==
Йәш тамашасылар театры исеме менән иң элек 1935 йылда Рус драма коллективы ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән был театрҙың эшмәкәрлеге туҡтатыла.

Фәҡәт 1989 йылда ғына башҡорт һәм рус төркөмдәренән торған Милли йәштәр театры барлыҡҡа килә. Аҙағыраҡ татар төркөмө асыла. Театрҙың тәүге аҙымдарында Башҡорт дәүләт академия драма театрының ярҙамы ҙур була.

Художество етәксеһе итеп Олег Хановтың билдәләнеүе театрҙың рухи күтәренкелек менән эшләүенә йүнәлеш бирә. һәләтле режиссер Азат Нәҙерғолов О. Ханов башлаған йүнәлеште уңышлы дауам итә.
 
БАШҠОРТ ҠУРСАҠ ТЕАТРЫ
==БАШҠОРТ ҠУРСАҠ ТЕАТРЫ==
Мостай Кәрим Башҡорт ҡурсаҡ театрының эш башлауы тураһында былай тип яҙа: "1940 йылда Ҡурсаҡ театры өсөн пьеса яҙҙым. Режиссер Н. Мусина Яҙыусылар союзына килеп инде, мин унда әҙәби консультант булып эшләй инем. Ул Ҡурсаҡ театры өсөн репертуар булдырыу тураһында яҙыусылар менән кәңәшләшмәксе икән. Был хаҡта бик ихлас һөйләне. Ошо һөйләшеүҙә өс-дүрт яҙыусы ҡатнашты. Улар нисектер, ә мин уйға ҡалдым. Үҙемдең фатир хужабикәһенән ҡыйыу әтәс тураһында әкиәт ишеткәйнем. Бер нисә көн эсендә шиғыр менән бәләкәй генә пьеса яҙып, Мусинаға алып барҙым. Оҡшатты. Музыканы күренекле композитор, үлемһеҙ "Башмағым" комедияһы авторы Хәбибулла Ибраһимов
Мостай Кәрим Башҡорт ҡурсаҡ театрының эш башлауы тураһында былай тип яҙа: "1940 йылда Ҡурсаҡ театры өсөн пьеса яҙҙым. Режиссер Н. Мусина Яҙыусылар союзына килеп инде, мин унда әҙәби консультант булып эшләй инем.
9 И-461
 
1 2 9
Ул Ҡурсаҡ театры өсөн репертуар булдырыу тураһында яҙыусылар менән кәңәшләшмәксе икән. Был хаҡта бик ихлас һөйләне. Ошо һөйләшеүҙә өс-дүрт яҙыусы ҡатнашты. Улар нисектер, ә мин уйға ҡалдым. Үҙемдең фатир хужабикәһенән ҡыйыу әтәс тураһында әкиәт ишеткәйнем. Бер нисә көн эсендә шиғыр менән бәләкәй генә пьеса яҙып, Мусинаға алып барҙым. Оҡшатты.
ижад итте. Премьера опера һәм балет театрының подва- лындағы бинала үтте. Республиканың Башҡорт ҡурсаҡ театры элек ошонда урынлашҡайны.
 
Музыканы күренекле композитор, үлемһеҙ "Башмағым" комедияһы авторы Хәбибулла Ибраһимов ижад итте. Премьера опера һәм балет театрының подвалындағы бинала үтте. Республиканың Башҡорт ҡурсаҡ театры элек ошонда урынлашҡайны.
 
Уңыштан дәртләнеп китеп, 1941 йылда Леонид Соло- вьевтың "Маҙаға тейеүсе" ("Возмутитель спокойствия") романы мотивтары буйынса "Хужа Насретдин" тигән пьеса яҙҙым. Театр уны ҡуйырға әҙерләнгәйне, үкенескә ҡаршы, һуғыш башланды. Мин фронтҡа киттем. Пьесаның артабанғы яҙмышын белмәйем, үҙемдә ҡулъяҙмаһы ҡалмаған, архивта ла һаҡланмаған.
 
Тап 40 йылдан һуң Октябрь проспектындағы бынамын тигән театрҙа талантлы Павел Мельниченко "Әтәс тирмәне"н ҡуйҙы.
Шуныһы ла аптыратты: бөйөк тылсым эйәһе Владимир Штейн минең ололар өсөн яҙған "Ташлама утты, Прометей!" һәм "Диктаторға ат бирегеҙ!" тигән әҫәрем менән ҡыҙыҡһынды ла, мин шикләнеберәк ҡараһам да, сәхнәләштерҙе һәм уны балалар ҙа, ололар ҙа ҡыҙыҡһынып ҡараны. Был мөғжизәгә бик ҡыуандым.
 
Ьуңыраҡ ошо уҡ театрҙа ”Өс таған", "Оҙон-оҙаҡ баласаҡ" повестары ның персонаждары тыуҙы. Ҡурсаҡ театры минең өсөн тормошомдоң ябай бер эпизоды ғына түгел, яҡты бер өлөшө.
Һуңыраҡ ошо уҡ театрҙа ”Өс таған", "Оҙон-оҙаҡ баласаҡ" повестары ның персонаждары тыуҙы. Ҡурсаҡ театры минең өсөн тормошомдоң ябай бер эпизоды ғына түгел, яҡты бер өлөшө.
 
Был театрҙа башҡа авторҙарҙың да һоҡланғыс спек- талдәрен ҡарарға тура килде. Барыһы ла бала сағыма алып ҡайта, мин ололар күҙе һәм сабый күңеле менән ҡабул итәм. һәр ваҡыт тылсымға, хыялдың ысынбарлыҡҡа әүерел еү енә һоҡланам, хайран ҡалам. Был тойғо һәр саҡ оҙата килә. Сәхнәләге ҡурсаҡтарҙы яратам. Уларҙа автор һалған һәм актер тарафынан асып бирелгән фекер һәм күңел яҡтылығы нурлана. Араларында ҡара йәнлеләр ҙә бар, әммә улар һәр ваҡыт еңелә. Яҡтылыҡ еңә".
 
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры М. Н. Елгаштина менән О. М. Штейнкопф етәкселек иткән үҙешмәкәр театрҙан башланып китә. 1932 йылдың 5 февралендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының беренсе спектакле ҡуйыла. "Репка" тип атала ул. Театрҙа спектаклдәр тәүҙә рус телендә генә бара. М. Н. Елгаштина был эшкә Башҡорт драма театры артисткаһы Ғәмбәрә Мансурова-
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры М. Н. Елгаштина менән О. М. Штейнкопф етәкселек иткән үҙешмәкәр театрҙан башланып китә.
130
 
ны ылыҡтыра. Ул башҡорт төркөмө ойоштора һәм уның етәксеһе була.
1932 йылдың 5 февралендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының беренсе спектакле ҡуйыла. "Репка" тип атала ул.
 
Театрҙа спектаклдәр тәүҙә рус телендә генә бара. М. Н. Елгаштина был эшкә Башҡорт драма театры артисткаһы Ғәмбәрә Мансурованы ылыҡтыра. Ул башҡорт төркөмө ойоштора һәм уның етәксеһе була.
 
Театр тәүге көндәрҙән үк төрлө халыҡ әкиәттәренә мөрәжәғәт итә. Рус, башҡорт, Кавказ һәм Балтика буйы, Урта Азия, Алыҫ Көнсығыш халыҡтарының әкиәттәрен сәхнәләштерә.
 
1980 йылда театр Мәскәүгә ижади отчет менән бара, ә 1988 йылда Һиндостанға фестивалгә бара һәм "һинд легендаһы" тигән спектакль өсөн Дж. Неру исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ була.
 
Мария Николаевна Елгаштина 1873 йылда Барнаул ҡалаһында тыуа. Рәссам, график, театр рәссамы. 1913 йылда уҡ рәссамдар А. Э. Тюлькин һәм А. П. Леж- невтар менән бергә Башҡортостан рәссамдарының тәүге ижади берләшмәһен барлыҡҡа килтереүҙә әүҙем ҡатнаша. Башҡортостанда М. В. Нестеров исемендәге Художество музейҙы ойоштороуҙа һәм музей китапханаһын туплауҙа ҙур өлөш индерә.
Мария Николаевна Елгаштина 1873 йылда Барнаул ҡалаһында тыуа. Рәссам, график, театр рәссамы.
 
1913 йылда уҡ рәссамдар А. Э. Тюлькин һәм А. П. Лежневтар менән бергә Башҡортостан рәссамдарының тәүге ижади берләшмәһен барлыҡҡа килтереүҙә әүҙем ҡатнаша. Башҡортостанда М. В. Нестеров исемендәге Художество музейҙы ойоштороуҙа һәм музей китапханаһын туплауҙа ҙур өлөш индерә.
 
1932 йылда Ҡурсаҡ театрына нигеҙ һала. Тәүге әҫәрҙәрҙе үҙе яҙа, үҙе сәхнәләштерә. Уны "ҡурсаҡтарҙың өләсәһе" тип атайҙар.
 
Шулай итеп, Ҡурсаҡ театры А. С. Пушкин, Ш. Перро, ағалы-ҡустылы Гриммдар, В. Гауф, Э. Гоффман, М. Ю. Лермонтов, П. П. Ершов, С. Т. Аксаков, П. П. Бажов, М. М. Пришвин, Е. Л. Шварц, Саломея Нерис һәм башҡаларҙың әкиәттәрен сәхнәләштерә.
 
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был театр тимер юл станцияларында, эшелондарҙа, госпиталдәрҙә хәрбиҙәр алдында сығыш яһай. Махсус антифашистик программа менән Карелия фронтында ла була.
 
Башҡорт төркөмө тәүҙә тәржемә әҫәрҙәр генә ҡуйһа, тора-бара үҙенең авторҙары барлыҡҡа килә башлай, һуғыштан һуң Мостай Кәрим, Ә. Бикчәнтәев, С. Волков- Кривуша, Э. Фәтҡуллин, Ҡадир Даян, И. Ниғмәтуллин, Ш. Насыров, А. Игебаев, Ф. Иҫәнғолов, И. Абдуллин һәм башҡалар ҡурсаҡ театры өсөн әҫәрҙәр яҙа башлай, һуңғы йылдарҙа Ғәзим Шафиҡов, Сафуан Әлибаев, Сәрүәр Сурина әүҙем эшләй. Ҡурсаҡ театрының эшен яҡшыртыу йәһәтенән директоры А. Р. Сәйетов һәм баш рәссамы менән баш режиссеры Н. Ғ. Байбурин, башҡорт
Башҡорт төркөмө тәүҙә тәржемә әҫәрҙәр генә ҡуйһа, тора-бара үҙенең авторҙары барлыҡҡа килә башлай, һуғыштан һуң Мостай Кәрим, Ә. Бикчәнтәев, С. Волков- Кривуша, Э. Фәтҡуллин, Ҡадир Даян, И. Ниғмәтуллин, Ш. Насыров, А. Игебаев, Ф. Иҫәнғолов, И. Абдуллин һәм башҡалар ҡурсаҡ театры өсөн әҫәрҙәр яҙа башлай,
131
 
төркөмө режиссеры Гөлнара Вәлитова ла күп көс һала. Геройҙар ҡурсаҡ театры сәхнәләренән балаларҙы әле батырлыҡтары, әле шуҡлыҡтары, әле тылсымдары менән ҡыуандыра, уйландыра. "Суртан әмере буйынса", "Ал сәскә", "Шүрәле", "Дюймовочка" спектаклдәрендә сарафан кейгән хәйләкәр төлкө лә, һеперткегә атланған кәкре танаулы Баба Яга ла, атлас күлдәк кейгән Петрушка ла һәм, һис уйламағандан, тамашасыларҙы хайран итеп, ошо уҡ ҡурсаҡтар башҡарыуында Сыңғыҙ Айытматовтың "Аҡ пароход"ы, Мостай Кәримдең "Ташлама утты, Прометей!", Мәжит Ғафуриҙың "Ҡара йөҙҙәр", И. Штоктың "Божественная комедия", Ғәзим Шафиҡовтың "Урал батыр"ы, А. Толстойҙың "Буратино мажаралары" ҡуйыла.
һуңғы йылдарҙа Ғәзим Шафиҡов, Сафуан Әлибаев, Сәрүәр Сурина әүҙем эшләй. Ҡурсаҡ театрының эшен яҡшыртыу йәһәтенән директоры А. Р. Сәйетов һәм баш рәссамы менән баш режиссеры Н. Ғ. Байбурин, башҡорт төркөмө режиссеры Гөлнара Вәлитова ла күп көс һала.
 
Геройҙар ҡурсаҡ театры сәхнәләренән балаларҙы әле батырлыҡтары, әле шуҡлыҡтары, әле тылсымдары менән ҡыуандыра, уйландыра. "Суртан әмере буйынса", "Ал сәскә", "Шүрәле", "Дюймовочка" спектаклдәрендә сарафан кейгән хәйләкәр төлкө лә, һеперткегә атланған кәкре танаулы Баба Яга ла, атлас күлдәк кейгән Петрушка ла һәм, һис уйламағандан, тамашасыларҙы хайран итеп, ошо уҡ ҡурсаҡтар башҡарыуында Сыңғыҙ Айытматовтың "Аҡ пароход"ы, Мостай Кәримдең "Ташлама утты, Прометей!", Мәжит Ғафуриҙың "Ҡара йөҙҙәр", И. Штоктың "Божественная комедия", Ғәзим Шафиҡовтың "Урал батыр"ы, А. Толстойҙың "Буратино мажаралары" ҡуйыла.
 
Ҡурсаҡ театры артистарына образға инеү өсөн айырым оҫталыҡ кәрәк. Хайуандарҙың холоҡтарын хәрәкәттәре аша ғына түгел, ә тауыш аша биреү өсөн генә лә күпме өйрәнергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта милли үҙенсәлек тә онотолорға тейеш түгел. Рус төркөмөндәге Әтәс башҡорт төркөмөндәге Әтәстән айырылып тора. Йәки башҡа милли әҫәрҙәрҙән татарҙарҙың ”Шүрәле"һе менән литва халҡының "Эгле — йыландар королеваһы "н уйнаған саҡта, әлбиттә, милли характерҙы өйрәнеү, уларҙы ошо әҫәр геройҙары аша дөрөҫ сағылдырыу мотлаҡ. Бала күңеле һәр яңылышлыҡҡа үтә лә һиҙгер.
 
Артистарҙан түбәндәге исемдәрҙе атап китергә кәрәк, сөнки улар хәҙер инде тәжрибәле, стажлы һәм киң танылған артистар: Айрат Әхмәтшин, Ләлә Булатова, Гүзәл Сәмиғуллина, Светлана Курепина, Миңлеғаян Сафина, Альбина Шумячер, Виталий Щербаков, Әнүзә Имаметдинова, Рәсүл Лоғманов, Ольга Дудка, Гөлсәсәк Мөхәмәтшина, Виктория Щербакова, Фәнис Имаметдинов, Венера Даянова, Антонина Дмитриева, Юрий Заяң, Ольга Шәрәфетдинова, Рәмилә Ҡобағошова, Фәтих Дәүләтбаев. Бына ошо артистарҙың береһе тураһында театрҙың әҙәби бүлеге етәксеһе Фәрҙиә Әлибаева былай тип яҙа: "Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Ҡобағошова Рәмиләне башҡаларҙан айырып торған сифаттары ниндәй тиһәләр, мин әҙәп, йомшаҡ тауыш, һөйкөмлө йылмайыу һәм иҫ китмәле аҡыл һәм эш һөйөүсәнлек, тиер инем".
Артистарҙан түбәндәге исемдәрҙе атап китергә кәрәк, сөнки улар хәҙер инде тәжрибәле, стажлы һәм киң танылған артистар: Айрат Әхмәтшин, Ләлә Булатова, Гүзәл Сәмиғуллина, Светлана Курепина, Миңлеғаян Сафина, Альбина Шумячер, Виталий Щербаков, Әнүзә Имаметдинова, Рәсүл Лоғманов, Ольга Дудка, Гөлсәсәк Мөхәмәтшина, Виктория Щербакова, Фәнис Имаметдинов, Венера Даянова, Антонина Дмитриева, Юрий Заяң, Ольга Шәрәфетдинова, Рәмилә Ҡобағошова, Фәтих Дәүләтбаев.
132
 
Бына ошо артистарҙың береһе тураһында театрҙың әҙәби бүлеге етәксеһе Фәрҙиә Әлибаева былай тип яҙа: "Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Ҡобағошова Рәмиләне башҡаларҙан айырып торған сифаттары ниндәй тиһәләр, мин әҙәп, йомшаҡ тауыш, һөйкөмлө йылмайыу һәм иҫ китмәле аҡыл һәм эш һөйөүсәнлек, тиер инем".
 
Рәмилә Сөләймән ҡыҙының үҙенән дә былай тип һорай ҡалдым:
— Рәмилә, ҡурсаҡ театры актеры булып эшләү иҫ китмәле ауыр хеҙмәт. Бында бит тойғолар көсөнән тыш, физик көс тә байтаҡ сарыф ителә. Бындай көс-ҡеүәтте ҡайҙан алаһығыҙ? Күңел байлығы ҡайҙан һеҙҙә?
 
— Тыуған еремдән. Бала-саҡта мине уратып алған мөхиттән. Минең тыуған төйәгем, унда йәшәгән кешеләр күңелдәре менән иҫ китмәле матурҙар һәм һәләтлеләр. Бына, әйтәйек, Көйөргәҙе еренән сыҡҡан Кинйә Арыҫланов, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Баязит Бикбай, Илшат Йомағолов, Диҡҡәт Бураҡаев, Марат Аҙнабаев һәм башҡалар...
— Тәүге ролдәрегеҙҙе хәтерләйһегеҙҙер?
 
— Улары — хәтерҙә иң ныҡ һаҡланғандары инде. "Бөркөттәр ҡанат ҡаҡҡанда" (А. Фәтҡуллин) — Зөләйха, "Алад- диндың тылсымлы шәме" (Н. Г. Арнет) — Зәйнәп, "Ғәлимә" ("Кара йөҙҙәр" повесы буйынса) — Ғәли ролдәре. Ул саҡтағы режиссер В. Штейнға рәхмәтлемен. Ул миңә ышанып шундай яуаплы ролдәр тапшырҙы.
 
— Һеҙгә төрлө режиссерҙар менән эшләргә тура килде. Уларҙың кемдәрен үҙегеҙҙең уҡытыусығыҙ тип иҫәпләйһегеҙ?
 
— К. Ғәҙелшин, П. Мельниченко, Р. Хәлилов, Л. Вәлиев, Г. Вәлитова, Н. Байбурин. Уларҙың һәр береһенән үҙ һәнәремә кәрәкле бик күп оҫталыҡҡа өйрәндем. Улар мине һәнәремде яратыу ғына түгел, ә эштең төп уңыштарының береһе — тамашасыны яратырға өйрәттеләр".
===Венера Рәхимова===
Ҡурсаҡ театры артисткаһы, БАССР-ҙың халыҡ артисткаһы Венера Тимерхан ҡыҙы Рәхимова Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты. Ул Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһын тамамлағандан һуң, Башҡорт ҡурсаҡ театрына эшкә килә һәм үҙ эшенә мөкиббән бирелеп, башҡорт һәм рус төркөмдәрендә уйнай. Ул һәр ваҡыт төп ролдәрҙе башҡара. Шуныһы ҡыҙыҡ, ҡурсаҡ театрының үҙенсәлеген ул тиҙ үҙләштерә.

Башҡа театрҙар менән сағыштырғанда, ҡурсаҡ театры күпкә ҡатмарлы. Бында хайуандар булып уйнарға, тауыш менән уларҙың холҡон-ғәҙәтен сағылдырырға кәрәк. Шулай уҡ кешеләрҙе уйнарға ла тура килгеләй. Венера Рәхимова тураһында: "Буратино булып уйнаһа,
 
133
Венера Рәхимова тураһында: "Буратино булып уйнаһа, Буратино тип ҡабул итәһең, ә Агазия йәки Ғәлимә ролдәрен башҡара икән, ысынлап та, Буратиноны уйнаған Рәхимовамы был, тип аптырайһың. Тәбиғәттән артислыҡ һалынған кеше генә шулай үҙен танытмау кимәленә тиклем үҙгәрә алалыр", — тиҙәр.
В. Рәхимова Башҡорт ҡурсаҡ театрында бик күп образдар тыуҙыра.
ЬОРАУҘАР.
1. #Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына кем нигеҙ һалған?
2. #Ҡурсаҡ театрында ниндәй трагедиялар һәм комедиялар ҡуйыла?
<!— — >
БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ФИЛАРМОНИЯНЫ
==БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ФИЛАРМОНИЯНЫ==
Башҡорт дәүләт филармонияһы 1939 йылдың 20 ғинуарында асыла. Башҡорт дәүләт бейеүҙәре ансамблен, бер нисә хорҙы, ҡурайсылар ансамблен, тынлы оркестрҙар һәм халыҡ уйын ҡоралдары оркестрын, эстрада бригадаларын, күсмә оперетта коллективтарын берләштерә. Тәүге мәлдә филармония коллективы Башҡорт музыка техникумының театр бүлеген тамамлаусы йәштәрҙән, шулай уҡ үҙешмәкәр түңәрәктәрҙән килгән оҫталарҙан туплана. 1941 йылда әҙәби-музыкаль лекторий ойошторола. Был лекторийҙарҙа М. Кугушева, Л. Лебединский, Л. Троицкая, М. Черданцева, А. Либерман кеүек исемдәре киң билдәле сәнғәт әһелдәре әүҙем ҡатнаша. Тәүге концерттарҙа Башҡорт драма һәм опера театры артистары А. Мөбәрәков, 3. Бикбулатова, Ғ. Ҡарамышев, Ғ. Туҡаевтар, йырсыларҙан Б. Вәлиева, Ғ. Хәбибуллин, А. Сутягин, Д. Нурмөхәмәтова, X. Ғәлимовтар ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронттарҙа 17 бригада эшләй. Улар 1789 концерт бирә.
һуғыштан һуң республикала мәҙәни тормош йәйләнә. Мәғәфүр Хисмәтуллин, Эсмә Шайморатова, Петр Кукотовтарҙың даны республикала ғына түгел, ә башҡорттар һәм татарҙар йәшәгән тирә-яҡ республика, әлкәләрҙә лә киң билдәле була.