Тормош һабаҡтары. 8 класс: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
1564 юл:
#Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына кем нигеҙ һалған?
#Ҡурсаҡ театрында ниндәй трагедиялар һәм комедиялар ҡуйыла?
 
<!— — >
==БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ФИЛАРМОНИЯНЫ==
Башҡорт дәүләт филармонияһы 1939 йылдың 20 ғинуарында асыла. Башҡорт дәүләт бейеүҙәре ансамблен, бер нисә хорҙы, ҡурайсылар ансамблен, тынлы оркестрҙар һәм халыҡ уйын ҡоралдары оркестрын, эстрада бригадаларын, күсмә оперетта коллективтарын берләштерә. Тәүге мәлдә филармония коллективы Башҡорт музыка техникумының театр бүлеген тамамлаусы йәштәрҙән, шулай уҡ үҙешмәкәр түңәрәктәрҙән килгән оҫталарҙан туплана. 1941 йылда әҙәби-музыкаль лекторий ойошторола. Был лекторийҙарҙа М. Кугушева, Л. Лебединский, Л. Троицкая, М. Черданцева, А. Либерман кеүек исемдәре киң билдәле сәнғәт әһелдәре әүҙем ҡатнаша. Тәүге концерттарҙа Башҡорт драма һәм опера театры артистары А. Мөбәрәков, 3. Бикбулатова, Ғ. Ҡарамышев, Ғ. Туҡаевтар, йырсыларҙан Б. Вәлиева, Ғ. Хәбибуллин, А. Сутягин, Д. Нурмөхәмәтова, X. Ғәлимовтар ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронттарҙа 17 бригада эшләй. Улар 1789 концерт бирә.