Тормош һабаҡтары. 8 класс: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
186 юл:
Ошо йылдарҙан башлап башҡорт халҡының бик күп музыка ҡоралдары, шул иҫәптән думбыра, яңынан ҡай- ' тарыла. Думбыра менән бергә сәсәнлек маһирлығы ла йөнләнә. Был ижад төрөн беренселәрҙән булып профессиональ сәхнәгә фольклорсы ғалимә, сәсәниә Розалия Солтангәрәева сығара.
==Розалия Солтангәрәева==
{{Өҙөмтә
| Выравнивание = right
| Ширина = 210px
| Фон = #3FFF00
| Заголовок =<center>[[File:Wikipedia-logo-ba.png|35px]] [[w:Солтангәрәева Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы|Розалия Солтангәрәева]]
| Заголовок снизу = 1
| Содержание =<center> '''Википедияла'''
}}
Р. Солтангәрәева Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылында 1955 йылда тыуа. Филология фәндәре докторы. Халыҡ йолаларын йыйыу, йола фольклорын өйрәнеү менән шөғөлләнә. Үҙе ижад иткән ҡобайырҙарҙы башҡарыу менән киң танылыу ала. Мифтахетдин Аҡмул- лаға, Зәки Вәлидигә, Зәйнәб Биишеваға, БР-ҙың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа, Ишмулла Дилмөхә- мәтовҡа, Рәми Ғариповҡа арналған ҡобайырҙарын халыҡ яратып ҡабул итә. Ул, Алматыла Халыҡ-ара аҡындар һәм сәсәндәр конкурсында ҡатнашып, юғары баһаға лайыҡ була — лауреат исеме ала, Смоленск ҡалаһында үткәрелгән Халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың Бөтөн Рәсәй һәм шулай уҡ халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика конкурстары лауреаты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәбиәт премияһы лауреаты.
 
Юл 199 ⟶ 207:
#Ауылығыҙҙа ҡурайсылар бармы? Мәктәбегеҙҙә ҡурай түңәрәге эшләйме?
#Розалия Солтангәрәеваның берәй ҡобайырын өйрәнегеҙ.
 
==ХАЛЫҠ МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫ ЭШЛӘҮСЕЛӘР==
Ҡурай эшләү оҫтаһы Вәкил Шөғәйепов ағас ҡурай уйлап сығарған осорҙа байтаҡ ҡына һөнәрмәндәр башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарын аяҡҡа баҫтырыу эшенә тотона. Өфө сәнғәт институты эргәһендә "Моң" оҫтаханаһы ойошторолоп, Әнсәр Йәнғужин, Рәшит Аллаяров, Рәшит Ғәлимов, Азамат Байрамғоловтар думбыраны тергеҙә башлай. Фольклорсы ғалим Риф Сөләймәнов таүҙенсәлекле думбыра өлгөһө яһай. Күмертауҙан Зыя Хәлилов, Белорет районы Шығай ауылынан Ханнан Үҙәнбаев, Өфөнән Айрат Ғафаров, Салауат ҡалаһынан Миңнулла Дәүләтбаевтар ҡумыҙ яһай, Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылынан Ғәлим Ҡобағошов думбыра, дөңгөр, даңра тигән һуҡма музыка ҡоралдарын тергеҙеү хыялы менән йәшәй. Батыр Иҫәнсурин, Өлфәт Ҡоба- гошов башҡорт музыка ҡоралдарын аяҡҡа баҫтырыу хәстәрлеген күрә. Батыр Иҫәнсурин хатта һорнай тигән музыка ҡоралын да эшләй.