Тормош һабаҡтары. 8 класс: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
413 юл:
 
===Хөсәйен Әхмәтов (1914—1993)===
{{Өҙөмтә
| Выравнивание = right
| Ширина = 210px
| Фон = #3FFF00
| Заголовок =<center>[[File:Wikipedia-logo-ba.png|35px]] [[w:Хөсәйен Әхмәтов|Хөсәйен Әхмәтов]]
| Заголовок снизу = 1
| Содержание =<center> '''Википедияла'''
}}
Башҡорт музыка сәнғәтенең күренекле вәкиле, композитор, музыка эшмәкәре Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтов Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуа. Атаһы үлеп киткәс, алты бала менән тороп ҡалған әсәһенә ярҙам итеү өсөн, Хөсәйен хеҙмәт юлын бик иртә башлай. Ун йәштән үк ҡыуғынсылар менән һал ағыҙыу эшендә эшләй. Ҡыуғынсылар араһында оҫта ҡурайсылар, йырсылар була.
 
Юл 431 ⟶ 439:
Хөсәйен Әхмәтов ижады — башҡорт музыка сәнғәте- нең ҡабатланмаҫ күренештәренең береһе, беҙҙең рухи донъябыҙҙың ысын мәғәнәһендә йәйғор балҡышы ул. Халҡыбыҙҙың бөйөк милли шағиры Шәйехзада Бабич һымаҡ уҡ, бар ғаләмгә яңғыратырлыҡ итеп: "Ал да нур сәс халҡыңа!" тип әйтергә уның да хаҡы бар, әлбиттә. Ғәзиз тыуған еребеҙгә, туған халҡыбыҙға, быуындарҙан быуындарға аҫыл аманат булып тапшырыла килгән йыр-моңдарыбыҙға олонан да оло мөхәббәт һаҡлап, шул мөхәббәт хаҡына арымай-талмай ижад итеп, донъяла һирәк була торған бай һәм ҡабатланмаҫ мираҫ ҡалдырҙы Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтов.
Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтов — РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы лауреаты.
 
===Хәбибулла Ибраһимов (1894—1959)===
Профессиональ музыкаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе — Хәбибулла Ибраһимов. Ул Ырымбур ҡалаһында тыуа. Башҡорт композиторы, драматург, музыка һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1922—1926 йылдарҙа Ленинградта Көнсығыш халыҡтары институтының музыка факультетында уҡый.