Килдеғол ауылының ер-һыу атамалары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
258 юл:
 
'''Мөнир Фәйзуллин'''
 
'''*Тәбиғәт һәм беҙ'''
 
==Ҡарағастар – ҡыҙыл ағастар==
 
Минең тыуған, торған төбәгем Бөрйәндең бер мөйөшөнә лә оҡшамағандыр. Беҙҙең яҡта ҡыштар ҡатыраҡ, йәйҙәр ҡырыҫыраҡ. Шуғамылыр, ҡарағайҙар һынлыраҡ, ә, кем әйтмешләй, “ҡыҙағас"тар—япраҡланыр, япраҡ ҡойор ҡайындар һирәгерәк. Таштар ҙа беҙҙә башҡаса. Шулай ҙа иң үҙенсәлеклеһе—бәһлеүән ҡарағастарҙың төйәге беҙҙә. Төбәк тамғаһы һымаҡ та улар. Ер-һыу атамаларында ла улар сағылыш ала. Ауыл ҡаршыһындағы бейек тауҙы Ҡарағаслыбейек тип йөрөтәбеҙ, Ә яҡындағы Ҡарағасйорт тигән еребеҙ боронғо йәйләү урыны. Ҡыҙыл китапҡа ингән ҡарағастар беҙҙә айырым иғтибарҙа һәм ҡәтғи һаҡлауҙа. Сөнки улар бик һирәгәйеп ҡалған. Йөҙйәшәрҙәрен барлаһаҡ, тарафыбыҙҙа ҡырҡлап ҡына иҫәпләнә. Шуларҙың бер-нисәһе ауыл тирәһендә, дүртәүһе зыяратта. Ғәлиә(1908 йылғы) һәм Нәғимә(1912 йылғы) инәйҙәрҙең һөйләп ҡалдырыуҙарынса, ул ҡарағастарҙың төбөнә ауылға тәү килеп нигеҙ ҡорған бер туған дүрт уҙаман—Килдеғол, Миндеғол, Исҡужа, Һағынбай олатайҙар ерләнгән.
 
Ҡарағастар, ҡыҙыл ағастар…Нисә йәш икән был төбәк баһадирҙарына?..Берәүҙәр, биш йөҙ, икенселәр унан да күберәк, ти. Әйткәндәй, эш йәштә лә түгел. Типһә тимер өҙөрҙәй ир-егеттәр ҙә уйламаған-нитмәгәндә аяҡтан йығыла ла баһа... Шуның һымаҡ мөһабәт ҡарағастарҙың да сығырынан сығыр, сабырлығын юйыр, көнө бөтөр саҡтары бар икән.
 
1997 йылдың 17 июне ине. Һеҙ һүрәттә күргән олпат ҡарағас ҡояшлы йылы йәйге көндә, елһеҙ-ниһеҙ мәлдә бөтәһен ғәжәпкә ҡалдырып, гөрһөлдәп ергә ауҙы. Тәүҙә һыҙланыуға оҡшаш әсе һыҙғырыу ишетелде. Унан тирә-яҡты һелкендереп көслө гөрһөлдәү яңғыраны һәм ҡуйы, һоро туҙан болото күтәрелде. Йыуан, оҙон ағастың ер тиңенән тамырҙарын ташлап бәйһеҙ ҡолауы һәм дүрт-бишкә тураҡланып барып төшөүе ауыл халҡын һағайтты ла, аптыратты ла. Яҡшыға ғына юрарға тырыштылар, ил-йорттоң именлеген теләнеләр.
 
Ә шулай ҙа күңелдә бер ауыр тойғо-һөрән ҡалды: “Кешеләр! Ни аҙаплайһығыҙ тәбиғәт менән?!. Тәбиғәт—үҙегеҙҙең әсәгеҙ, тәбиғәтһеҙ кешелек, тимәк һеҙ юҡ! Бысратмағыҙ, ҡыйратмағыҙ тирә-яҡ мөхитегеҙҙе!”-тип иҫкәртә һымаҡ ине ҡарағастың аяуһыҙ яҙмышы. Ҡарағас ҡолағас, байтаҡ иҫәнгерәгән һымаҡ уйға батып йөрөнөм һәм ошондай шиғыр күңелдә тыуҙы…
 
'''Ҡарағастар…'''күп йөҙ йәшәр ағастар,
 
Олатайҙарҙан да артҡа ҡалғастар,
 
Күргәндәрҙер улар оло тормошто,
 
Беләләрҙер сал ҡарт ише тарихты.
 
Шаһит булғандарҙыр:бынау ерҙәрҙән,
 
Бабсаҡ үткән, ҡайтышлай ят ерҙәрҙән.
 
Батыр эҙе һыуынһа ла еремдә,
 
Рухы йәшәй ҡарағастар йөҙөндә.
 
Улар күргән, бында бик тәүәккәлләп,
 
Нигеҙ ҡорған Килдеғол ҡарт тәү килеп.
 
Ырыу-йорт ишәйеп быуын-быуынға,
 
Утар әүерелгән бик ҙур ауылға.
 
Ҡарағастар күргән: беҙҙең яҡтарға,
 
Килгән, торған хатта ете яттар ҙа.
 
Тунап ян-яҡтағы ҡуйы урманды,
 
Һарағынан башлағандар ҡыуғынды.
 
Петр I һаҙлыҡҡа ҡала һалдырған,
 
Нигеҙлеккә ҡарағастар алдырған *.
 
Төбәк тулы метр ярым түңгәктәр,
 
Янап торған хас һуҡ бармаҡ кеүектәр.
 
Ҡарағастар шаһит: урман ҡырҡыла,
 
Һаман…Һаман ерем бите йыртыла,
 
Күптән инде ағас ашап өйрәндек,
 
“Урманыбыҙ—туныбыҙ(!) ”бит—төрөндөк.
 
Ҡыҙыл ағас барыһын да күрәлер,
 
Ана тора күҙгә ҡарап, терәлеп,
 
Бер йәй хатта, ауҙы сәсрәп сыралай,
 
Дәү ҡарағас шул хаслыҡҡа сыҙамай.
 
Ҡарағастар…күп йөҙ йәшәр ағастар,
 
Беҙҙән һуң да ҡалып,оҙаҡ торғастар(?)...
 
Алдарында кеше булып ҡалһаҡсы,
 
Төбәк данын изге һаҡлай алһаҡсы,
Ҡарағастар —шәжәрәләр ағасы!..
 
Мөнир Фәйзуллин.
 
*1992 йылда Бөрйәндән беҙ утыҙ уҡытыусы Изге Петр, йәғни Санкт-Петрбург ҡалаһына экскурсияға барғанда, ҡала менән таныштырыусы: “Беҙҙең ҡала Башҡортостандан килтерелгән ҡарағас свайҙар өҫтөндә ултыра”-тине.
'''Фотоларҙа:'''
#Бына ул аңһыҙҙан ҡолаған дәү ҡарағас. 1997 йылдың апрель урталары ине. Райондан дуҫым, яҙыусы, фоторәссам Флүр Ғазин килде. Ҡарағас минең йорт ҡаршыһында ғына. Флүр:“Әйҙә, Мөнир, анауы ҡарағас төбөндә һине фотоға төшөрәйем, бер иҫтәлек булһын,”--тине. Ысынлап та, ҙур иҫтәлек хәҙер был фото.
#Ә был фотоны дуҫым, шағир Булат Тимерғәлиевтан үҙем төшөрттөм.Ҡарағасһыҙ--ағасһыҙ(!) йәнтөйәгем нисегерәк күренер икән тип. Шунда ул:“Теге ваҡыт һин ҡарағастың теге яғынан һөйәнһәң, шул ваҡытта уҡ ҡолар ине, һин ғәйепле булыр инең,”--тип көлә. (Ана тегендә Ҡарағаслыбейектең ҡарағастары һарыға мансылып, ауылға йәм бирә.)
##Ҡарағасйорт яғында һаҡланған тарихи ҡарағас түңгәк. (Олоно баяғы Санкт-Петрбургка китмәне микән?..) Тамғалы, күп тарихтарға шаһит түңгәк. Бындай уҡ тамға архив материалдарында бар. 1816 йылда был тирәләге ауылдарға Алтынбай Ильясов старшина булып тора.
 
Халыҡ һанын алған ревизия мәғлүмәттәрен раҫлап старшина ошондай уҡ тамғаһын(уйым өҫтөнән аҡбур менән йөрөттөм)ҡуйған.Был түңгәкте беҙ "Сабирйән түңгәге" тип йөрөтәбеҙ.
 
Күренекле яҡташыбыҙ, Әбделмәмбәт ауылы кешеһе хәлфә һәм сәсән Сабирйән Мөхәмәтҡолов((репрессия ҡорбаны) 1932 йылдың июлендә ошо уҡ түңгәктең ҡояш төшмәгән арғы яғына химик ҡәләм менән “Түңгәккә”исемле шиғырын яҙған.
 
==Һылтанма==