Тормош һабаҡтары. 9 класс: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
871 юл:
===Аш-һыу менән дауалау===
Башҡорт халҡы тәбиғи ысул менән дауаланған. Бындай дауалау ысулына аш-һыу ҙа инә.
*'''Йылҡы ите''' — башҡорт халҡының иң яратҡан ите. Әйтеп үтеүебеҙсә, башҡорт халыҡ медицинаһын медик- ғалим Вәрис Ғүмәров өйрәнә. Ул, мәҫәлән, былай тип яҙа: «Аҡһаҡалдарҙың фекеренсә, һимеҙ йылҡы ите менән дауамлы туҡланған кеше һыуыҡ тейеүгә бирешеп бармай, өшөмәй. Һуңғы йылдарҙа үткәрелгән ғилми тикшеренеүҙәр шуны күрһәтә: йылҡы итендә һәм майында май кислоталары башҡа хайуан майҙарынан ныҡ айырыла, улар тиҙерәк үҙләштерелә.
 
Тимәк, йылылыҡ та, энергия ла күберәк бүленә. Ошо хәл кешене һыуыҡҡа сыҙамлыраҡ итәлер ҙә. Әлбиттә, халыҡтың был күҙәтеүен тәрәнерәк өйрәнеү кәрәктер. «Әгәр иҫбат ителә ҡалһа, йылҡысылыҡты арттырып, илебеҙҙең үтә һалҡын региондарында эшләүселәрҙе йылҡы ите менән тәьмин итеү тураһында уйларға мөмкин булыр ине».
881 юл:
Йылҡы ите яҡшы үҙләштерелһен өсөн, һурпаны мотлаҡ ҡоротлап эскәндәр.
 
*'''Ҡымыҙ'''. Был ғәжәп эсемлектең файҙаһы тураһында тиҫтәләрсә хеҙмәт баҫылып сыҡты. Уны һаман өйрәнәләр. Күренекле ғалим, яҙыусы һәм врач Владимир Даль: «Ҡымыҙҙы алмаштырырлыҡ башҡа бер ниндәй ҙә эсемлек тә, ашамлыҡ та табыу мөмкин түгел», — тип яҙа. Бөйөк рус яҙыусылары Л.Н. Толстой, В. Даль һәм башҡа бик күптәр үҙҙәренең һаулыҡтары менән ҡымыҙға бурыслылар, тип әйтеү һис тә яңылыш булмаҫ.
 
*'''Кәзә һөтөнән яһалған ҡымыҙ''' ҙа файҙалы. Ғалимдарҙың фекеренсә, әсә һөтөнә иң яҡыны — бейә һөтө менән кәзә һөтө.
*'''Һары май'''. Бары май менән дауалау ысулы ла халҡы- быҙҙа борон-борондан килә. Әйтәйек, күҙ йәшкәҙәй башлаһа, уймаҡҡа иретелгән май һалып лепкә тапҡырына ҡаплағандар. Йүткергән саҡта, иртән ас ҡарындан иретеп май бирер булғандар. Тән боҙолһа, май иретеп, йылылай ғына һөрткәндәр. Эс ҡатҡанда йәки газ-колика йонсотҡанда ла, эсәктәрҙә паразит селәүсәндәр килеп сыҡҡанда ла һары май менән дауалағандар.
 
*'''Ҡороттоң файҙаһы''' ныҡлап тикшерелмәгән. Башҡорттар уны бик киң ҡулланған. Эренле яраны, ҡутырҙы ҡорот йәки эркет өҫтөндәге үңеҙ йәки ҡаҫмаҡ һөртөп бөтөргәндәр. Ҡорт, йылан саҡҡан урынға ла, йәш баланың кендеге уңалмаһа ла, ауыҙы ҡутырлаһа ла ҡорот һөрткәндәр. Һыуыҡ тейгәндә һурпаға йәки ҡайнар һыуға ҡорот татытып әсеүҙән дә яҡшыраҡ дарыу булмаған. Тамаҡҡа аш бармағанда, имеҙеүсе әсәнең һөтө кәмеһә лә ҡорот һыулап биргәндәр.
 
*'''Күбекмай'''. Ашҡаҙаны ауыртҡан, ашауҙан яҙған кешегә, йәш балаға күбекмай ашатҡандар. Күбекмайҙың дауалау үҙенсәлеге бөтөнләй тикшерелмәгән.
*Яңы һауылған һөт. Яңы һауылған һөт эсереп дауалау ҙа киң таралған. Ныҡ ябыҡҡанда, берәй төрлө ауырыуға бирешкән осраҡта, дауамлы сире булғанда, үҙәк көйгәндә, ағыуланғанда, буйға үҫеү тотҡарланғанда, һөт эсергәндәр. Һалҡын тейгән осраҡта бал ҡушып һөт эсергәндәр.
 
*'''Ҡатыҡ''' ашҡаҙанды таҙарта. Туҡлыҡлы ла, файҙалы ла. Аҙ ғына әсеңкерәгән ҡатыҡтан айран яһап эсеү һыуһынды ла ҡандыра, туҡлыҡлы ла була.
*'''Эркет һыуы''' (ҡорот һарҡытҡандан һуң ҡалған ҡатыҡ һыуы) менән баш йыуыу файҙалы. Борон башҡорттарҙың сәстәре бик ҡуйы, ә ҡатын-ҡыҙҙарыныҡы оҙон булған. Эркет шулай уҡ ашҡаҙан ауырыуын да дауалай. Ашауҙан яҙған кешеләргә лә аҙлап ҡына эркет эсереп дауалағандар. Эркет һыуының файҙаһы ҙур, әммә тикшерелмәгән.
 
Был ашамлыҡтарҙың бөтөнөһөн дә фәнни күҙлектән ныҡлап тикшерергә һәм халыҡҡа еткерергә кәрәк.
 
Вәрис Ғүмәров үҙенең китабында түбәндәге ашамлыҡтар хаҡында ла яҙа: «Йүткереү йонсотҡанда, йылҡы, һарыҡ, ҡаҙ майы иретеп эскәндәр, ә дауамлы үпкә ауырыуы йонсотҡанда, бурһыҡ һәм айыу майы ла ҡулланылған. Тын юлдары, үпкә ауырыуында ошо майҙың береһен күкрәк тирәһенә һөртөп, массаж да яһағандар. Баш ауырыуы ныҡ йонсотҡанда, лепкә тапҡырына тауыҡтың эс майын ҡаплап яулыҡ бәйләгәндәр. Күк йүтәл менән йонсоған балаға күгәрсен ите ашатҡандар. Үт ташы ауырыуы йә гастрит булғанда, тауыҡ ашҡаҙанындағы лайлалы тиресәһен киптереп, онтап ашағандар. Һары ауырыуынан һауығыу өсөн йомортҡа һарыһы, һарғылт төҫтәге табан балығы ашарға кәңәш иткәндәр.(Ғумәров В. Башҡорт халыҡ медицинаһы. Өфө, 1991).
 
*'''Ыумас'''.Ашҡаҙаны ауыртҡан кешегә ыумас эсергә кәңәш иткәндәр. Ыумасты ҡоротлап эсеү айырыуса файҙалы. Аш үтмәй ауырыған кешегә лә шулай ашарға кәңәш ителгән.
 
Аш-Һыу менән дауалау иң дөрөҫ дауалау юлдарынан һаналған. Сөнки һәр халыҡтың үҙ милли ашы була. Кеше организмы быуаттар буйы уға өйрәнә, күнегә. Төрлө ауырыуҙарға ҡаршы сынығыу ҙа шул ризыҡтан алынған файҙалы матдәләр аша бара. Кеше үҙ мөхите ризығынан йәшәү сығанағы ала.