Тормош һабаҡтары. 9 класс: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
1391 юл:
 
==ХАЛЫҠ МӘҒАРИФЫ ҮҪЕШЕ==
<!— — >
Тәрбиә тигән төшөнсә кешелек донъяһы менән бергә бар булған. Кәр быуын үҙен алмаштыраһы быуын хаҡында хәстәрлек күргән: кешелек донъяһы алға барһын, киләсәк быуын аҡыллыраҡ, зиһенлерәк, белемлерәк, һәр яҡлап камилыраҡ, сәләмәтерәк үҫһен, тәрбиәләнһен өсөн тырышҡан, бар көсөн һалған. Шулай булмаһа, беҙҙең быуын бөгөнгө көндә Йыһанды өйрәнә башламаҫ, йәки компьютер аша ғына ҡитғаның төрлө төбәктәре менән хәбәрләшә алмаҫ ине. Заманға ҡарап, тәрбиә алымдары ла үҙгәрә бара. Әммә һәр халыҡтың үҙенә генә хас тәрбиә алымдары булған һәм ул, замандар үҙгәреүенә ҡарамай, төп нигеҙ булып килә. Бына шуның өсөн дә һуңғы йылдарҙа башҡорт халҡының тәрбиә ҡанундарын өйрәнеүсе ғалимдарыбыҙ ҙа арта бара. Был — заман талабы. Был йүнәлештә эшләйһе эшебеҙ хәтһеҙ. Халҡыбыҙҙың тәрбиә ҡанундары ижадыбыҙҙа, йолаларыбыҙҙа, ғөрөф-ғәҙәтебеҙҙә, уйындарҙа, балалар уйындарында һаҡланған. Беҙ был хаҡта байтаҡ белдек. Халыҡ, үҙ фекерен үҙгәрттер- мәй генә, һәр ҡиммәтле аманатын ҡәҙерләп киләһе быуынға еткерер өсөн, бик күп эпостарын шиғри ҡалыпҡа һалып ижад иткән. Куңғы йылдарҙа ҡобайырҙарыбыҙға, бигерәк тә «Урал батыр» эпосына, иғтибарҙың артыуы — ҡыуаныслы хәл. Мәғрифәтселәребеҙ халыҡтың тәрбиәүи ҡанундары менән элек-электән ҡыҙыҡһына килгәндәр. Әммә халыҡтың тәрбиә мәктәбе әлегәсә ныҡлап өйрәнелмәгән. Әйтәйек, Башҡортостанда белем биреү мәктәптәренең тәү башлап асылыуын ислам диненең инеүе һәм мәсеттәр эргәһендә тәрбиә һәм белем биреү учреждениеларының барлыҡҡа килеүе менән бәйләйҙәр. Әммә халыҡ мәктәптәр булмаған осорҙа ла киләһе быуынды тәрбиәләү, уға үҙ белгәндәрҙе өйрәтеү, ғилемле, уҡымышлы абыз-