Тормош һабаҡтары. 9 класс: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
1541 юл:
*'''Өфө дәүләт авиация техник университеты.''' Был юғары уҡыу йорто Рыбинскиҙа авиация институты була һәм, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылда Өфөгә күсерелә. 1942 йылдан Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институты тип йөрөтөлә. Көндөҙгө бүлектә 7 факультет эшләй. Авиация двигателдәре, авиация технологияһы, авиация приборҙары эшләү системалары, иҡтисад, информатика һәм робот техникаһы, гуманитар белем биреү, дөйөм ғилем кафедраһы факультеттары, ә Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Күмертау авиация производство предприятиеһы, Ишембай транспорт машиналары эшләү заводы эргәһендәге киске бүлексәләрҙә 3 факультет эшләй.
 
*'''Өфө дәүләт нефть техник университеты'''. 1941 йылда И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институты филиалы эвакуациялана. 1948 йылда ошо филиал базаһында айырым институт ойошторола. 1993 йылдан башлап Өфө дәүләт нефть техник университеты итеп үҙгәртелә. 6 факультеты бар: тау-нефть, технология, үткәргес торба транспорты, иҡтисад һәм производствоны автоматлаштырыу, геология-геофизика, төҙөлөш-архитектура. Салауат, Стәрлетамак, Октябрьский ҡалаларында 3 филиалы эшләй.
 
*'''Өфө дәүләт сәнғәт академияһы'''. 1968 йылда асыла. 2003 йылда академия исеме бирелә. Бөгөнгө көндә институтты ойоштороусы һәм тәүге ректоры композитор Заһир Исмәғилев исемен йөрөтә. 3 факультет эшләй. Музыка, театр һәм художество. Академия башҡарыусы музыканттар, композиторҙар, йырсылар, актерҙар, театр һәм кино режиссерҙары, педагогтар, методистар, ижади тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүсе белгестәр, рәссамдар, дизайнерҙар, сәхнә биҙәү рәссамдары әҙерләй.