Иҫке Мөсәт ауылының ер-һыу атамалары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
40 юл:
==УЙ БУЙЫ==
Иҫке Мөсәттән сығып Иҫке Собханғолға барған юлдан ярты саҡырым тирәһе барғас, юл айырылып Алағуян тауына, уң яҡҡа инеп китә. Был оҙон һәм текә юл менән Алағуян тауына үрләйһең. Тауҙы менеп еткәнсе әллә нисә уй уйлап өлгөрәһең, шуға ла бын урынды беҙҙең ата-бабайҙар Уй буйы тип атаған.
''Садиҡ БАЙҒУСҠАРОВ.''
==Шыйыҡ бутҡа==
Иҫке Мөсәт ауылын үтеп Байназар юлында һул яҡ ялан ята. Һаранлығы менән даны сыҡҡан байҙың сабынлығы булған. Эшкә ҡушҡан кешеләрен шыйыҡ бутҡа менән һыйлаған. ''Финат Гильмутдинов Бөрйән районы''
 
==Тәкә һуйған буйы==
Борон ул ерҙә ялан булған. Ауыл халҡы унда бесән сапҡан. Мөсәт ауылы халҡының шундай бер йолаһы булған. Һәр йәй еткән һайын тәкә һуйып байрам итә торған булғандар. Шунан бирле был ерҙе Тәкә һуйған буйы тип атап йөрөтәлә. ''Финат Гильмутдинов Бөрйән районы''
 
 
[[Category:Ер-һыу атамалары]]
[[Category:Бөрйән районы]]