Тормош һабаҡтары. 6 класс: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
147 юл:
Артабан ҡыпсаҡтар Ағиҙелде аша сығып, уның үрге ағымына төйәкләнә. Дим, Сөн, Ыҡ буйҙарын, Бөгөлмә ҡалҡыулығын, Асылыкүл буйҙарын биләй. Улар Һаҡмарҙың көньяғында ла күпләп йәшәгән. Соран, Туҡ, Ырғыҙ һәм Кәмәлек буйҙарына ла йәйелеп ултырған.
 
===Меңдәр===
 
Мең башҡорттары XVII — XIX быуаттарҙа Дим йылғаһы буйында ҙур ғына майҙанда урынлашҡан. Улар шулай уҡ Өршәк, Сәрмәсән йылғаларының үрге ағымында, Ҡандракүл һәм Асылыкүл араһындағы ерҙәрҙе биләгән. Төньяҡтан уларҙың биләмәләре Ҡариҙелдең түбәнге ағымына барып тоташҡан.
153 юл:
Мең ырыуы XII — XIII быуаттарҙа ҡыпсаҡ донъяһының бер өлөшөн тәшкил иткән. XIV быуатта меңдәр Башҡортостандың көнбайышына, Ыҡ, Зәй, Минзәлә, Сөн йылғалары буйына күсенгән. Ошо уҡ осорҙа улар, Ағиҙел аша сығып, Димдең Ағиҙелгә ҡойған еренә, Ҡариҙел тамағына килеп сыҡҡан. Уларҙың бер өлөшө хатта Миәс, Златоуст тирәһендә лә телгә алына. Ә төп йәшәгән урындары — Дим буйҙары.
 
===Әйлеләр===
Әйле башҡорттары ете ырыуҙан торған: эй, куҙәй, мырҙалар, һыҙғы, дыуан, -ҡошсо, һәм өпәй. Уларҙың төп төйәкләнгән урыны — Ҡариҙел, Эй, Йүрүҙән, Эҫем, Ләмәҙ буйҙары, Әйлеләр үҙҙәренең ата-бабаларының Һырдаръя буйҙарынан йылҡы өйөрө артынан килеп сығыуҙары хаҡында легендалар һөйләйҙәр. Төрки халыҡтарының үзбәк, төрөкмән, ҡырғыҙ милләттәрендә «әй» формаһы осрай. Әйҙәр сығышы буйынса боронғо уғыҙҙарға барып тоташа, хатта ырыу атамаһы ла Уғыҙҙың икенсе улының исемен йөрөтә.
 
Күҙәйҙәр хаҡында тарихта мәғлүмәттәр бар. Әйтәйек, шайтан-куҙәйҙәрҙең ата-бабалары — Кавказдан, төрөкмән-куҙәйҙәр — Урта Азиянан килгән тигән фекерҙәр бар. Дыуан һәм -ҡошсо ырыуҙары Алтайҙан килгән. Һыҙғы менән әпәйҙәр башҡорттарҙың бик боронғоларына ҡайтып ҡала. Әпәйҙәр XVIII быуаттарҙа утрау-утрау булып урыҫ һәм татар ауылдары араһында урынлашҡан, шуға ла телдәрендә үҙгәрештәр барлыҡҡа килгән.
 
 
==Ҡатайҙар==
 
Ҡатай ҡәбиләһе алты ырыуҙан тора. Инйәр-тсатай, ҡоҙғон-тсатай, иҙел-ҡатайҙар көнбайышта йәшәй. Ә оло-ҡатай, бала- катай, ялан-ҡатайҙар Урал аръяғында төбәкләнгән. Ҡатайҙарҙың тарихы бик ҡыҙыҡлы.
 
Бик борон замандарҙа Үҙәк Азия ерҙәрендә киданъ тигән халыҡ йәшәгән. Беҙҙең эраның III — VIII быуаттарында улар бер нисә ырыу берләшмәһе төҙөгән. Х быуатта Ляо (Тимер) тигән дәүләт төҙөгәндәр.
 
Х быуаттың урталарында уларҙың башлығы Дегуан ҡытай ғәскәрен тар-мар итеп илдәрен баҫып ала ла, үҙен Ҡытай императоры тип иғлан иттерә. Бер ай буйы Ҡытай императоры булып ултырғандан һуң: «Был яҡтарҙа үтә эҫе», — ти ҙә, ҡаҙналағы бар байлығын тейәп, үҙ иленә ҡайтып китә.
 
1125 йылда Ляо империяһын чжурчжендар баҫып алалар. Кидандар Урта Азияға ҡасалар. Унда Көнбайыш Ляо дәүләтен булдыралар, ә үҙҙәрен ҡара -3ытай тип атай башлайҙар, төрки халыҡтар араһында йәшәгәнлектән, телдәре лә төркиләшә башлай.
 
Ҡара-ҡытайҙарҙың дәүләтен Сыңғыҙ хан емерә. Халыҡ тарҡала, ә бер өлөшө беҙҙең яҡтарға килә һәм башҡортлаша. Ҡатайҙар XIV быуаттың икенсе яртыһында Ағиҙелдең урта ағымына һәм Инйәрҙең урта һәм үрге ағымына күсеп ултыралар. Әлеге ваҡытта оло һәм бала ҡатайҙар Силәбе әлкәһенең Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарында ла йәшәй. Балаҡатай районында билән-ҡатайҙар төйәкләнгән. Ялан -катайҙар Тубыл йылғаһының ҡушылдығы Уй йылғаһының төньяғында күлдәр араһында урынлашҡан. Ҡурған әлкәһенең Сафакүл һәм Әлмән райондарында йәшәйҙәр. XIX быуат башында оло-ҡатайҙарҙың күп өлөшө Екатеринбург өлкәһенә күсенә.
 
===Табындар===
 
Этнографик яҡтан көнбайыш һәм көнсығыш табын башҡорттарына бүленә. Көнбайыш табындар Башҡортостандың үҙәк өлөшөндә йәшәһә, көнсығыштар Урал аръяғында көн күргән. Улар башлыса Ыҡ, Сәрмәсән, Туҡ, Кесе Уран һәм Ырғыҙ-Кәмәлек йылғаларын һыулаған. Табындарҙың шәжәрәһе Майҡы бейгә бәйле.
'''Ҡаратабын бей — Майҡы бейҙең ейәне.''' Ырыу уның исемен йөрөтә. Этник туғанлыҡ яғынан табындар, теләүҙәр һәм күбәләктәр Урта Азиялағы боронғо төркиҙәргә барып тоташа. Ҡыуаҡан менән һырҙы башҡорттары ҡаратабындар менән ныҡ бәйле булған.
 
Көнбайыш табындарҙыр тарихын, шәжәрәгә нигеҙләнеп, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев яҙған.
 
===Һалйоттар===
Силәбе әлкәһенең Ҡоншаҡ һәм Арғаяш, Ҡурған елкәһенең Сафакүл һәм Элмән райондарында йәшәгән башҡорттарҙы Урал аръяғы башҡорттары тип атайҙар. Улар — һалйоттар.
 
Этник яҡтан монголдарҙың салжиут ҡәбиләләренә барып тоташа. Урал аръяғында һалйоттар менән ҡатайҙар күршеләш урынлашҡан. Башҡортостан еренә XIII быуатта күсеп ултырғандар.
 
Һалйоттар Кама, Сылва, Чусовая йылғалары буйында йәшәгән, әммә Ермак яуы ваҡытында күсенгәндәр. Һалйоттар һеңрән, терһәк, бәкәтин ырыуҙары менән тығыҙ бәйләнгән. Ьеңрән башҡорттары Урал аръяғында ғына түгел, хәҙерге Ырымбур өлкәһе ерҙәрендә лә йәшәгән.
 
Шулай итеп, уҡыусылар, башҡорт ырыуҙары хаҡында мәғлүмәттәр алдығыҙ, үҙ ырыуығыҙ тураһында белемеғеҙҙе ныҡлап хәтергә бикләгеҙ. Профессор Рим Янғужин ағайығыҙҙың 1998 йылда «Китап» нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан «Башҡорт ырыуҙары» тигән китабын алып уҡығыҙ. Беҙҙең мәғлүмәттәр ошо китаптан алынды.
 
Өйҙә һәр берегеҙ үҙ ырыуығыҙҙың атрибуттарын төшөрөп килегеҙ, оранын яҙығыҙ.
==Башҡорт тамғалары==
 
Был мәҡәлә Вадим Толомбаевтың хеҙмәтенән алынды.
 
Тамғаларҙың килеп сығыу тарихы бик боронға барып тоташа. Тәүҙәрәк ырыу тамғаһы ғына булғандыр, унан күсмә тормошта йәшәүселәр үҙҙәре эйә булған милеккә хоҡуғын тамға ярҙамында билдәләп ҡуйған, ә һуңғараҡ теге йәки был ырыу йә айырым кеше биләмәһендәге мал-ты-уарға ла тамға һала башлағандар. Тамға айырым кешеләрҙең билдәһенә әүерелгәс, ул гербҡа йә мисәткә ярашлы була башлаған.
 
Тамғаларҙың килеп сығыуын тикшергәндә, үҫешен һәм ҡулланылышын асыҡлағанда, һәр аныҡ осраҡта ниндәй маҡсатта файҙаланылыумы нигеҙләгән саҡта ырыу төҙөлөшөн, төрҙәрен, ижтимағи мөнәсәбәттәр кимәлен, халыҡтың бер урындан икенсе ергә күсеү, этнос үҙенсәлектәрен билдәләргә була.
 
Дөйөм алғанда, тамғаларға арналған ғилми хеҙмәттәр байтаҡ. Себер халыҡтары, уғырҙар, Рәсәйҙәге славян халыҡтары тамғаларын өйрәнеүгә айырым иғтибар бирелгән. Үкенескә ҡаршы, төрки халыҡтарҙың тамғалары бик аҙ өйрәнелгән.
 
Ғалимдарҙан Н. А. Аристов, Г. И. Карповтың төрки халыҡтар тамғаларына арналған хеҙмәт-
 
'''ББК 74.00'''