Тормош һабаҡтары. 6 класс: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
197 юл:
Дөйөм алғанда, тамғаларға арналған ғилми хеҙмәттәр байтаҡ. Себер халыҡтары, уғырҙар, Рәсәйҙәге славян халыҡтары тамғаларын өйрәнеүгә айырым иғтибар бирелгән. Үкенескә ҡаршы, төрки халыҡтарҙың тамғалары бик аҙ өйрәнелгән.
 
Ғалимдарҙан Н. А. Аристов, Г. И. Карповтың төрки халыҡтар тамғаларына арналған хеҙмәт-хеҙмәттәре бар. Башҡорт тамғаларына килгәндә, был хаҡта Д. Н. Соколовтың яҙған хеҙмәте әһәмиәтле. Ул унда башҡорт тамғаһы ярҙамында йорт хужаһы ғаилә милкен билдәләгән, акттарға тамға ярҙамында ҡул ҡуйыу иһә уны яңы функцияла — ғаилә мисәте рәүешендә ҡулланыу булып тора, тип раҫлаған.
 
Ғалим шулай уҡ тамғаларҙы һүрәтләү үҙенсәлегенә лә иғтрхбар иткән. Мәҫәлән, ул башҡорт тамғаларына тура һәм һыныҡ һыҙыҡтар файҙаланыу хас, тип күрһәткән, башҡорт тамғалары төрлө ҡорал һәм мал-тыуарҙың стилләштерелгән һүрәте булып тора, тип билдәләгән. Д. Н. Соколовка тағы шул хас: ул, башҡорт тамғалары уларҙың хужалары өсөн бөтөнләй абстракт билдә булып торған һәм ырыуҙа дөйөм ҡабул ителгән ниндәй ҙә булһа атамаға эйә булмаған, тип һыҙыҡ өҫтөнә алған.
 
Тамғаларға арналған ғилми хеҙмәттәрҙе киңерәк байҡағанда ғалимдарҙың уларҙы Орхон-Йәнәсәй ҡомартҡыларындағы руник алфавиттың ҡайһы бер хәрефтәре менән бәйләүе күренә. Был хаҡта ике фараз бар: тамғалар руник хәрефтәргә барып тоташа; орхон-руник хәрефтәр — тамғаларҙы һүрәтләү ул. '
 
Хәҙерге ваҡытта башҡорт тамғаларын йыйыу һәм өйрәнеү буйынса Р. Ғ. Кузеев күп эшләгән.
 
Ырыу тамғалары килеп сығышы буйынса иң боронғолар тип билдәләнгән, улар ярҙамында теге йәки был ырыуға ҡарауы күрһәтелгән. Кешенең шәхесе йәки шәхси мил ке хаҡындағы тамғалар иһә, ғалимдар фекеренсә, һуңғараҡ килеп сыҡҡан.
 
Ижтимағи мөнәсәбәттәр үҫеше барышында ырыу билдәләре функциялары тарайған, ә шәхси тамғаларҙың ҡулланылышы киңәйгән. Был иһә дөйөм ырыу милке әһәмиәтенең кәмеүе һәм ғаилә милкенең әһәмиәте артыуы менән аңлатыла, милек мөнәсәбәттәре ҡатмарлашҡан. Ваҡыт үтеү менән төрлө алыш-биреш акттарын рәсмиләштереү осраҡтары йышайған. Ғаилә башлыҡтары араһындағы алыш-бирештәрҙә шәхси тамға юридик тамға булараҡ ҡулланылған. Быны иһә ҡултамға менән түгел, ә *тамға менән рәсмиләштерелгән документтарҙа һаҡланған бик күп юридик текстар раҫлай.
 
Һәр тамғаның үҙенең аталышы бар. Шуның өсөн дә тамғалар тарихсыларға ғына түгел, телселәргә лә әһәмиәтле.
 
'''Башҡорт тамғаларының аталышына ҡағылышлы һүҙҙәрҙе көнкүреш, кеше эшмәкәрлеге менән бәйле төркөмдәргә, шулай уҡ йорт хайуандары, ҡоштар, һөйрәлеүселәр һәм башҡа атамаларға бәйле тематик төркөмдәргә бүлергә була.''' Мәҫәлән,
*'''''баҫыусылыҡ менән бәйле хеҙмәт ҡоралдары атамалары''''': тырма, урачс, һәнәк һ. б.
*'''''өҫ кейеме әҙерләүгә бәйле''': кәләп, орсоҡ, әуернә''.
*йорт кәрәк-яраҡтарына бәйле һүҙҙәр: таған, ылаш, сумес, көйәнтә, туҫтак һ. б.
'''
Йорт хайуандарына бәйле атамалар рәүешендәге тамғалар айырым төркөм тәшкил итә. Мәҫәлән,'''
'''''*йорт хайуандары, уларҙың кәүҙәһенең бер өлөшө атамаһындағы тамғалар:''''' дөйә муйыны, мөгөҙ, кәзә мөгөҙө.
'''''*Малсылыҡта ҡулланылған йәки уларға бәйле әйберҙәр''''': даға, ҡойошҡан, сана табаны, өҙәңге.
'''''*Ҡырағай хайуандар йә уларҙың тән өлөштәре атамаһына бәйле''''': таҙаяҡ, тауығаяҡ, һуйыраяҡ.
 
Тамға атамаларын сағылдырған һүҙҙәрҙең яһалышы төрлө. Уларҙың синтетик һәм аналитик юлдар менән яһалыуы мөмкин. Шулай уҡ ике ябай исемде йәнәшә ҡуйып, яңы төшөнсә аңлатҡан тамғалар ҙа күп.
 
Шулай итеп, тамғаларҙа телселәр өсөн ҡыҙыҡлы материалдар ята. Тамғаларҙы, уларҙың исемдәрен өйрәнеү башҡорт теленең үҫешен, теге йәки был нормаларының барлыҡҡа килеүен асыҡларға ярҙам итәсәк.
 
Уларҙы өйрәнеүҙә бөтәбеҙ ҙә ҡатнашһаҡ ине.
 
Түбәндә башҡорт халҡының тарихи үткәненә ҡағылышлы ҡайһы бер тамғаларҙы һәм уларҙың исемдәрен килтерәбеҙ. Улар Өфө, Мәскәү, Силәбе, Ырымбур һәм башҡа ҡалаларҙағы архивтарҙа һаҡланған XVIII — XIX быуаттарҙағы акттар материалдарынан алынған.
 
 
'''ББК 74.00'''