Тормош һабаҡтары. 6 класс: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
228 юл:
 
Түбәндә башҡорт халҡының тарихи үткәненә ҡағылышлы ҡайһы бер тамғаларҙы һәм уларҙың исемдәрен килтерәбеҙ. Улар Өфө, Мәскәү, Силәбе, Ырымбур һәм башҡа ҡалаларҙағы архивтарҙа һаҡланған XVIII — XIX быуаттарҙағы акттар материалдарынан алынған.
==ЫРЫУ АТРИБУТТАРЫ==
 
===Ырыу ағасы===
 
«Шәжәрә» темаһын үткән саҡта ағастың әһәмиәте тураһында яҙғайныҡ инде. Халҡыбыҙҙа бик тапҡыр әйтем бар: ағас тамыры менән әҙәм тамыры бер: ағас тамыры ер үтә керә, әҙәм тамыры халҡы үтә керә.Бына ни өсөн халҡыбыҙ һәр ырыуға ағас тәғәйенләгән, сөнки ырыу үҙ тамырын белергә, нығытырға, тармаҡландырырға тейеш»
 
===Ырыу ҡошо===
 
Кеше ерҙә йәшәһә лә, күңеле юғарыла — ҡоштар осар бейеклектә. Кеше күңеле һәр саҡ ҡоштай азат, ул ҡанатлы, гел үргә ынтылһын, тигән мәғәнә һалынған ырыуға ҡош тәғәйенләгәндә. Үҫәргәндәрҙә киң таралған «Сәғиҙә бәйете»ндә ошондай юлдар бар:
 
Ырыуымдың тамғаһы бар,
 
Торна тигән ҡошо бар.
 
Ҡоштай талпына күңелем
 
Төрмә диуарҙары тар.
 
Диуар — таш стена артында төрмәлә ултырған Сәғиҙә үҙе тотҡонда булһа ла, күңелен ҡоштай осороп ебәргеһе килә. Ошондай талпыныу кеше күңелен көр итә, йәшәүгә өмөт һәм дәрт бирә.
 
===Ырыу ораны===
 
Хәл иткес мәлдәрҙә оран ҡысҡырып ебәреү кешенең зиһененә ныҡ тәьҫир итә. Оран шулай уҡ ырыу туплауға, икенсе ырыу менән үҙ ырыуыңды таныштырыуға ярҙам итә. Икенсе бер әһәмиәтле яғы — ул кешенең һәм тотош ырыуҙың тарихи хәтерен оҙайтыуы. Милләттең сифаты һан менән түгел, тарихи хәтер оҙайлылығы, милли ғорурлыҡ һаҡлауы, зиһен яҡтылығы, шәхестәре менән билдәләнә.
==ШӘЖӘРӘНЕ НИ ӨСӨН ӨЙРӘНЕРГӘ КӘРӘК==
 
— Үҙ халҡыбыҙҙың тарихын белеү өсөн, — тип яуап бирергә әҙерләндегеҙ. Дөрөҫ. Быны аңлагас, бик һәйбәт. Сөнки беҙ әйткәйнек бит инде — бөгөнгө быуыныбыҙ ҙа, киләсәгебеҙ ҙә тамырыбыҙҙан — тарихыбыҙҙан һут ала, тип. Тарихыбыҙ ни тиклем тәрән, ни тиклем данлы — шул хәтлем беҙҙә гөрурлыҡ тойғоһо һәм халҡыңа ышаныс нығыраҡ була.
 
Ә тағы ни өсөн өйрәнәбеҙ икән шәжәрәбеҙҙе? Дөрөҫ. Йәшәгән ерҙәребеҙҙе белер өсөн. Данлыҡлы мәшһүр шәхестәребеҙҙе белер өсөн.
 
Ә тағы ни өсөн? Һәм иң мөһиме? Әйтә алмаһағыҙ, бер миҫал килтерәбеҙ. Бына таҡтаға бер ғаиләнең ҡыҫҡаса ғына шәжәрәһен яҙабыҙ. Бер тармағын ғына.
 
Арыҫландан Ҡолҡаман, Ҡолҡамандан Миңзаман, Миңзамандан Айҙар, Айҙарҙан Руслан, Русландан Иван... һәм шул урында шәжәрә өҙөлә. Өҙөлөү генә лә түгел, был шәжәрәнең һис бер кемгә лә кәрәге ҡалмай. Ниндәй осраҡта шәжәрә өҙөлмәҫ ине? Дөрөҫ.
 
Беҙ шәжәрәне тарихты, үткәнебеҙҙе, йәшәгән ерҙәребеҙҙең ҡайҙарға йәйелеп ятҡанлығын, бөйөк шәхестәребеҙҙе белеү өсөн генә өйрәнеп ҡалмайбыҙ, ә уны дауам итеү хәстәрлеген дә күрергә тейешбеҙ.
 
Ә уны дауам итеү есөн ниндәй шарт кәрәк? Һинең шәжәрәңде, рухыңды, халҡыңды, телеңде, моңоңдо, ғөрөф-ғәҙәтеңде аңлаған һәм дауам итерлек, һинең атай-олатайҙарыңды һанға һуғырлыҡ кәләш алырға кәрәк икән. Шул саҡта ғына кеше тамырлы була.
 
Ә тамырһыҙ кеше ерҙә ышаныслы баҫып тора алмай, ышаныслы йәшәмәй. Быуынһыҙ, тамырһыҙ, маҡсатһыҙ, рухһыҙ була. Кәр кеше үҙ халҡы менән бергә йәшәп, уның рухи байлығын үҫтереү хәстәрлеген күрмәһә, кешелек донъяһында үҫеш булмай.
 
Сөнки тамырһыҙ ҡалған кеше халҡы тарихы менән ҡыҙыҡһынмай, уның рухи байлығына эйә булмай, шулай булғас, үҫтерә лә алмай. Уны бер генә нәмә — фәҡәт матди байлыҡ ҡына ҡыҙыҡһындыра. Ә матди байлыҡҡа ғына ынтылып йәшәгән кеше бәхетле була алмай. Киләсәккә бәхетһеҙ быуын, бәхетһеҙ бала ҡалдырмайбыҙ, шәжәрәбеҙҙе дауам итәбеҙ, нығытабыҙ, байытабыҙ, тип уйлаһағыҙ, хәҙерҙән үк зиһенегеҙгә үрҙә әйтелгәндәрҙе һеңдереп ҡуйһағыҙ бик яҡшы.
 
Башҡорт халҡының йәшәү бәхете шулай булған: үҙ халҡыңды дауам итеү, бергә йәшәү һәм башҡа халыҡтар менән татыу булыу; шәжәрәңде үҙ телеңде, моңоңдо белгән рухлы башҡорт балалары менән дауам итеү.
 
Уралда бик-бик борондан йәшәгән халыҡ бит ул башҡорт. Урал ул — Башҡорт иле. Ә инде һәр беребеҙ үҙ шәжәрәбеҙгә вайымһыҙ булып, һуңғы нөктәне ҡуйып йәшәһәк, халҡыбыҙ ҙа йотолоп бөтөр, Башҡорт иле — Башҡортостан Республикаһы ла булмаҫ, үҙ телебеҙҙә уҡый ҙа алмабыҙ, китаптар ҙа, гәзит-журналдар ҙа баҫылмаҫ, сәнғәтебеҙ ҙә һүнер.
 
Беҙ, иң боронғо халыҡтарҙан һаналған башҡорттар, фәҡәт үҙебеҙгә битараф булыуыбыҙ арҡаһында ғына Ер йөҙөнән мәңгелеккә юҡ ителеү хәүефе тыуҙырабыҙ. Атай-олатайҙарыбыҙ нисәмә быуаттар буйы күпме юғалтыуҙар менән әллә күпме ҡан ҡойоп халҡыбыҙҙы, телебеҙҙе, ижадыбыҙҙы, еребеҙҙе, илебеҙҙе, рухыбыҙҙы һаҡлап килгән икән, хәҙер яҙмышыбыҙ минең, һинең, уның ҡулында. Шулай булғас, әгәр шәжәрәбеҙ һаҡланмаһа, яңынан төҙөп алайыҡ та уйланайыҡ.
 
Бына ни өсөн шәжәрәне ағас рәүешендә яҙғандар тәрәндән киләсәкте уйлай белгән зирәк аҡыллы атай-олатайҙарыбыҙ.
 
==БАШҠА ХАЛЫҠТАР ШӘЖӘРӘ ЯҘҒАНМЫ?==
 
Башҡа халыҡтар ҙа шәжәрә яҙғандар. Тик төрлөсә аталған ул һәм төрлөсә алып барылған. Мәҫәлән, урыҫ халҡы летопись тип аталған яҙма алып барған. Йылъяҙма була ул башҡорт телендә. Уны Нестор тигән бер монах башлап ебәргән. Ундай яҙмалар I меңенсе йылдарҙа теркәлә башлаған. XV быуат аҙағында берҙәм Рус дәүләте барлыҡҡа килгәс, бер генә йылъяҙма алып барыла башлай. Ул инде дәүләт кимәлендәге эш һанала.
 
Ә хәҙер тарих тигән фән бар. Архив йыйыла. Унда илдәге, кешелек донъяһындағы бар нәмә теркәлә бара. Тик ғаилә тарихы ғына теркәлмәй. Ул һәр ғаиләнең үҙендә алып барылырға һәм һаҡланырға тейеш. •
 
==ШӘЖӘРӘНЕ БЕЛМӘҮ НИМӘГӘ КИЛТЕРӘ?==
 
Уҡыусылар, шәжәрәне дауам итмәүҙең нимәгә килтергәнен аңлағанһығыҙҙыр? Э бына уны бөтөнләй белмәүҙең нимәгә килтергәнен әлегә аңламайбыҙ.
 
Беренсенән, һәр тәрбиәле кеше үҙ халҡының, ырыуының, ғаиләһенең тарихы менән ҡыҙыҡһынырға тейеш. Уларҙы белмәү — наҙанлыҡ билдәһе ул.
 
Икенсенән, башҡорт ете быуынын ятҡа белергә тейеш, тип әйткәндәр боронғолар. Сөнки яҡын туған кешеләр үҙ-ара өйләнешһә, балалар йә физик, йә аҡыл яғынан зәғиф була.
 
Өсөнсөнән... Ҡәҙерле уҡыусылар! Әгәр «Йәншишмә» гәзитен даими уҡып барһағыҙ, үҙегеҙ ҙә һығымта яһарһығыҙ. Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш райондарынан бик күп балалар «Беҙ кем?» тип һорап яҙалар. «Татар булһаҡ, ни өсөн беҙҙең холоҡ-фиғелебеҙ башҡортса һәм боронғолар, беҙ башҡорт инек, тиҙәр. Башҡорт булһаҡ, ни өсөн татарса уҡыталар?» — тип яҙалар улар, әрнеп.
 
Билдәле булыуынса, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына буләр, иректе, юрмый, бәйләр, йәнәй, гәрә, ҡырғыҙ, йылан, ҡаңлы, ғәйнә, уран, балыҡсы, ун, танып һәм башҡа төркөмдәр инә. Улар Зәй, Ыҡ, Чусовая, Сылва һәм башҡа йылғалар буйында йәшәйҙәр. Хәҙерге Ҡариҙел, Кушнаренко, Бүздәк, Дүртөйлө, Илеш, Шаран, Саҡмағош, Туймазы, Баҡалы, Асҡын, Тәтешле, Бөрө, Мишкә, Борай, Яңауыл, Краснокама, Ҡалтасы, Балтас райондары һәм Пермь өлкәһенең ҡайһы бер райондары, шулай уҡ Татарстандың Аҡтаныш, Миңзәлә, Мөслим, Туҡай, Баулы райондары биләгән ерҙәрҙә йәшәй башҡорттар. Әммә һөйләштәрендә «с», «з», «ч» өндәренең йышыраҡ осрауынан сығып, Татарстан ғалимдарының тырышлығы менән улар татарса уҡып алып китәләр. Бер быуатҡа яҡын алып барылған бындай «тырышлыҡ» үҙ һөҙөмтәһен бирҙе — ул яҡ башҡорттары шәжәрәләрен белмәгәнлектән үҙҙәрен татар тип йөрөтә башланы.
 
«Ағиҙел»1 журналында татар ғалимы Әхмәт Булатовтың тарихи мәғлүмәттәргә бай мәҡәләһе баҫылғайны. «Башҡорттар тураһында боронғо
1 Ағиҙел, 1971 йыл, 4-се һан.
 
'''ББК 74.00'''