Умартасылыҡ серҙәре/21-се дәрес: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Dcljr (фекер алышыу | өлөш)
standardize attribution line at top; wikify list; localize category prefix; keep only more-specific category; other minor
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
9 юл:
Инә ҡорт “йыры” буйынса улар әле оялағы көбөләрҙә көндәштәренең барлығын белә. Икенсе күстәр тәүгеһенә ҡарағанда йонсоу көндәргә аҙыраҡ иғтибар итә. Шуға ла улар, көслө ел иҫеп торһа ла, ҡояш балҡып торған көндә лә осоп сыға. Күстә иһә инә ҡорттар ояһынан бер үк ваҡытта сыҡҡан ике-өс инә ҡорт була.
 
Икенсе күс сыҡҡандан һуң, икенсе йәки өсөнсө көндәрҙә аталанмаған йәш инә ҡорттар менән өсөнсө күс тә осоп сығырға мөмкин. Артабан һәр күс айырған һайын ҡорттар һаны кәмей бара. Күс айырыу туҡтағандан һуң йәки ҡапыл көслө бал йыйыу (бигерәк тә йүкәнән, ҡандала үләненән, көнбағыштан) башланған осраҡта ҡорттарҙа көслө аҙыҡ әҙерләү — һут йыйыу инстинкты “эшләп китә”. Был иһә үрсеү — күс айырыу процесын туҡтата, һәм ҡорттар, шунда уҡ инә ҡорттарҙың көбөләрен кимереп, улар эсендәге инәләрҙе юҡ итә. Йәш инә ҡорт, тыуып 7 көн үткәс, умартанан осоп сыға, умарталыҡтан 1–2 йәки 5–6 саҡрым самаһы алыҫлыҡта һауала әре ҡорттар менән осрашып ҡушыла (бер нисә инә ҡорт 6–8 әре ҡорт менән “ҡауышып” аталана). Ғаиләлә яңынан ғәҙәти тәртип урынлаша.
 
Бал ҡорттары, бал йыйыу насарыраҡ, өҙөк-өҙөк барһа ла, ул бөтөнләйгә туҡтап ҡалмаған осраҡта, күс айырыуға әүәҫ була, сөнки улар үҙҙәре менән аҙыҡ запасын — балды һәм һеркәне бер нисә көнлөк алып китә. Ә йыйым булмағанда йәки көслө бал йыйыу мәле килеп етһә, күс айырыуҙы туҡтата.
26 юл:
* ҡорттар күс айырыу хәлендә һүлпән була, һутты һәм һеркәне бик әкрен йыя, кәрәҙҙәр төҙөмәй. Күс айырыу мәле мул бал йыйыу (мәҫәлән, йүкәнән) мәленә тура килгәндә, бал йыйыуҙы шаҡтай кәметә;
* күстәрҙе тотоу, уларҙы умартаға ябыу өсөн күп хеҙмәт түгеү талап ителә;
* айырым йылдарҙа күс айырыу шул тиклем көслө була, әгәр ҙә сараһын күрмәһәң, ҡорт ғаиләләре, бер нисә тапҡыр күс айырып, аҙ ғына ла бал бирмәҫкә мөмкин;
* тоҡомсолоҡ эшен ауырлаштыра, сөнки күңелгә хуш килмәгән сифатҡа эйә булған ҡорт ғаиләләре лә күс айыра;
* тәбиғи күс айырыу умартасының хеҙмәт етештереүсәнлеген кәметә, иң мөһиме — бал ҡорто аҫрауҙың интенсив технологияһын индереүгә ҡамасаулай.