Умартасылыҡ серҙәре/26-сы дәрес: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Dcljr (фекер алышыу | өлөш)
standardize attribution line; localize category prefix; keep only more-specific category; other minor
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
15 юл:
Күсте йыйырға тотонорҙан алда һеҙгә аҡ халат һәм биткә селтәр кейергә (ҡорттар яуыз булмаһа ла), күректе тоҡандырырға, күсереп алыу өсөн һоҫҡо (ҙур ағас ҡалаҡ), моҙға йәки япма менән ябып, ниндәйҙер бер йәшник йәки ҡап әҙерләргә кәрәк.
 
Моҙғаны үҙегеҙ эшләй алаһығыҙ. Ул 100 см оҙонлоғондағы, 20–25 см киңлегендәге йүкә ҡабығынан йәки фанеранан әҙерләнә. Уны дуға һымаҡ бөгәләр (фанераны тәүҙә үк парландырып алырға кәрәк), аҫтан бер башын һындыралар, шулай итеп, моҙғаның төбөн барлыҡҡа килтерәләр. Остарҙы тоташтырып, моҙғаны арттан таҙа ваҡ тимер сыбыҡ селтәре менән тарттыралар, алдан уға киндер туҡыманан асып -ябылмалы ҡорма, ә өҫтөн ырғаҡлы бау менән нығытып ҡуялар. Әгәр ҙә күс тәпәш ағасҡа һырыһа, ул саҡта уҡмашып ултырған ҡорттар аҫтына асыҡ моҙғаны (йәки күсермәле йәшник) ҡуялар, уға ҡалаҡ ярҙамында ҡорттар суғын күсерәләр, ә ҡалғанын киҫкен хәрәкәт менән ботаҡтан һелкетеп төшөрәләр. Бынан һуң моҙғаны, шул уҡ ағасҡа элеп, асыҡ килеш ҡалдырырға кәрәк. Моҙғаға эләкмәгән ҡорттар оҙаҡ ваҡыт та үтмәҫтән үҙҙәре үк уға йыйыласаҡ. Ҡорттарҙы индереү өсөн күрек тә файҙаланыла.
 
Ҡайһы саҡта шулай ҙа була: күс яңынан һауаға күтәрелеп осоп, умарталыҡ өҫтөндә өйөрөлә-өйөрөлә лә үҙенең умартаһына йәки башҡа урынға ҡуна. Был иһә ҡорттарҙы моҙғаға һелккән ваҡытта инә ҡорттоң эләкмәүе тураһында һөйләй. Ҡорттар тынысланғас, күсте күсереп ябыуҙы ҡабатларға кәрәк.