Тормош һабаҡтары. 6 класс: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
283 юл:
Ә хәҙер тарих тигән фән бар. Архив йыйыла. Унда илдәге, кешелек донъяһындағы бар нәмә теркәлә бара. Тик ғаилә тарихы ғына теркәлмәй. Ул һәр ғаиләнең үҙендә алып барылырға һәм һаҡланырға тейеш. •
 
===ШӘЖӘРӘНЕ БЕЛМӘҮ НИМӘГӘ КИЛТЕРӘ?===
 
Уҡыусылар, шәжәрәне дауам итмәүҙең нимәгә килтергәнен аңлағанһығыҙҙыр? ЭӘ бына уны бөтөнләй белмәүҙең нимәгә килтергәнен әлегә аңламайбыҙ.
 
*Беренсенән, һәр тәрбиәле кеше үҙ халҡының, ырыуының, ғаиләһенең тарихы менән ҡыҙыҡһынырға тейеш. Уларҙы белмәү — наҙанлыҡ билдәһе ул.
 
*Икенсенән, башҡорт ете быуынын ятҡа белергә тейеш, тип әйткәндәр боронғолар. Сөнки яҡын туған кешеләр үҙ-ара өйләнешһә, балалар йә физик, йә аҡыл яғынан зәғиф була.
 
*Өсөнсөнән... Ҡәҙерле уҡыусылар! Әгәр «Йәншишмә» гәзитен даими уҡып барһағыҙ, үҙегеҙ ҙә һығымта яһарһығыҙ. Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш райондарынан бик күп балалар «Беҙ кем?» тип һорап яҙалар. «Татар булһаҡ, ни өсөн беҙҙең холоҡ-фиғелебеҙ башҡортса һәм боронғолар, беҙ башҡорт инек, тиҙәр. Башҡорт булһаҡ, ни өсөн татарса уҡыталар?» — тип яҙалар улар, әрнеп.
 
Билдәле булыуынса, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына буләр, иректе, юрмый, бәйләр, йәнәй, гәрә, ҡырғыҙ, йылан, ҡаңлы, ғәйнә, уран, балыҡсы, ун, танып һәм башҡа төркөмдәр инә.
Билдәле булыуынса, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына буләр, иректе, юрмый, бәйләр, йәнәй, гәрә, ҡырғыҙ, йылан, ҡаңлы, ғәйнә, уран, балыҡсы, ун, танып һәм башҡа төркөмдәр инә. Улар Зәй, Ыҡ, Чусовая, Сылва һәм башҡа йылғалар буйында йәшәйҙәр. Хәҙерге Ҡариҙел, Кушнаренко, Бүздәк, Дүртөйлө, Илеш, Шаран, Саҡмағош, Туймазы, Баҡалы, Асҡын, Тәтешле, Бөрө, Мишкә, Борай, Яңауыл, Краснокама, Ҡалтасы, Балтас райондары һәм Пермь өлкәһенең ҡайһы бер райондары, шулай уҡ Татарстандың Аҡтаныш, Миңзәлә, Мөслим, Туҡай, Баулы райондары биләгән ерҙәрҙә йәшәй башҡорттар. Әммә һөйләштәрендә «с», «з», «ч» өндәренең йышыраҡ осрауынан сығып, Татарстан ғалимдарының тырышлығы менән улар татарса уҡып алып китәләр. Бер быуатҡа яҡын алып барылған бындай «тырышлыҡ» үҙ һөҙөмтәһен бирҙе — ул яҡ башҡорттары шәжәрәләрен белмәгәнлектән үҙҙәрен татар тип йөрөтә башланы.
 
Билдәле булыуынса, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына буләр, иректе, юрмый, бәйләр, йәнәй, гәрә, ҡырғыҙ, йылан, ҡаңлы, ғәйнә, уран, балыҡсы, ун, танып һәм башҡа төркөмдәр инә. Улар Зәй, Ыҡ, Чусовая, Сылва һәм башҡа йылғалар буйында йәшәйҙәр. Хәҙерге Ҡариҙел, Кушнаренко, Бүздәк, Дүртөйлө, Илеш, Шаран, Саҡмағош, Туймазы, Баҡалы, Асҡын, Тәтешле, Бөрө, Мишкә, Борай, Яңауыл, Краснокама, Ҡалтасы, Балтас райондары һәм Пермь өлкәһенең ҡайһы бер райондары, шулай уҡ Татарстандың Аҡтаныш, Миңзәлә, Мөслим, Туҡай, Баулы райондары биләгән ерҙәрҙә йәшәй башҡорттар. Әммә һөйләштәрендә «с», «з», «ч» өндәренең йышыраҡ осрауынан сығып, Татарстан ғалимдарының тырышлығы менән улар татарса уҡып алып китәләр. Бер быуатҡа яҡын алып барылған бындай «тырышлыҡ» үҙ һөҙөмтәһен бирҙе — ул яҡ башҡорттары шәжәрәләрен белмәгәнлектән үҙҙәрен татар тип йөрөтә башланы.
«Ағиҙел»1 журналында татар ғалимы Әхмәт Булатовтың тарихи мәғлүмәттәргә бай мәҡәләһе баҫылғайны. «Башҡорттар тураһында боронғо
 
1 Ағиҙел, 1971 йыл, 4-се һан.
Әммә һөйләштәрендә «с», «з», «ч» өндәренең йышыраҡ осрауынан сығып, Татарстан ғалимдарының тырышлығы менән улар татарса уҡып алып китәләр. Бер быуатҡа яҡын алып барылған бындай «тырышлыҡ» үҙ һөҙөмтәһен бирҙе — ул яҡ башҡорттары шәжәрәләрен белмәгәнлектән үҙҙәрен татар тип йөрөтә башланы.
 
«Ағиҙел»1( 1971 йыл, 4-се һан) журналында татар ғалимы Әхмәт Булатовтың тарихи мәғлүмәттәргә бай мәҡәләһе баҫылғайны. «Башҡорттар тураһында боронғо мәғлүмәттәр» тип атала ул.
 
Ошо мәҡәләлә автор Көнсығыш һәм Көнбайыш ғалимдарының, сәйәхәтселәренең яҙмаларынан өҙөктәр килтерә һәм уларҙың географияһы буйынса ҡыҙыҡлы карталар баҫтыра. Ошо мәҡәләлә телгә алынған һәм баҫылған Исаак Масса картаһында Кама, Чусовая йылғалары буйында башҡорттар йәшәүе тураһында яҙыла, «Иҙриси карталарына ҡарағанда, тышҡы башҡорт (Иҙриси үҙ яҙмаларында Кама йылғаһының түбәнге ағымынан Каспий диңгеҙенең төньяғына тиклем ерҙәрҙе Эске Башҡорт, ә Каманың өҫкө ағымында урынлашҡандарын Тышҡы Башҡорт ере тип билдәләгән) ҡалаһы Ҡазира хәҙерге Соликамск — Чердынь ҡалаһы тирәләрендә булған тип әйтергә мөмкин», — тип яҙа ғалим.
 
XI — XII быуаттарҙа уҡ был өлкәлә йәшәүсе, башҡорт булып тарихҡа ингән халыҡ, үҙенең шәжәрәһен белмәү арҡаһында, икенсе милләттән йотолдо.
 
Шәжәрәне белеүҙең ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген атай-олатайҙарыбыҙ төптән аңлаған. Хәҙер һеҙ ҙә аңлағанһығыҙҙыр.
 
===НИ ӨСӨН ШӘЖӘРӘЛӘР АҘ ҺАҠЛАНҒАН===
 
'''Рәсәйҙә Октябрь революцияһынан һуң дингә ҡаршы көрәш башлана''':
*боронғо китаптарҙы юҡҡа сығаралар, яндыралар, ташлайҙар, мәсет манараларын ауҙарып, унда һаҡланған китаптарҙы ырғыталар.
*Дини китаптар менән бергә тотош шәжәрәләр ҙә, әҙәби әҫәрҙәр ҙә юҡҡа сыға.
 
Өлкәндәр бөтә китапҡа ла — диниме ул, боронғо әҫәрҙәрме — изге итеп ҡараған һәм уны һаҡлау сараһы күргән. Хатта ҡайһыларын үлгән кеше менән бергә күмгәндәр.
 
Ҡамғаҡ тип аталған үҫемлек бар, Тамыры ҡыҫҡа ғына. Шуға күрә көслөрәк ел иҫһә, йолҡолоп сыға ла ел ыңғайына тәгәрәй ҙә китә. Үҙ шәжәрәбеҙҙе, тамырыбыҙҙы тәрән белмәһәк, беҙ ҙә шундай ҡамғаҡҡа әйләнербеҙ. Ә ҡамғаҡҡа әйләнеп һәр яҡтан иҫкән ел ыңғайына тәгәрәп йөрөү — йәшәү түгел.
 
Беҙҙең заман да тарихҡа ҡалыр. Беҙҙең балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ, бүләләребеҙ, тыуаларыбыҙ шәжәрә эҙләп ҡаңғырыр. Ә инде ғаилә шәжәрәһе булһа, уны башлаусыға рәхмәттәр уҡырҙар.
 
Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, ҡалын альбом битенә бик матур итеп шәжәрә башлайыҡ. Өйҙә атай-әсәйегеҙ менән бергәләшеп башлаһағыҙ ҙа була.
 
'''Өйгә эш.'''
 
*Ғаилә шәжәрәһе башларға.
 
'''Һорауҙар.'''
 
*Туғандарығыҙ араһында шәжәрә дауам итерлек ғаилә ҡороусылар нисәү?
 
*Шәжәрә төҙөгәс, уны дауам итеүҙе кемгә тапшырып булыр ине?
 
'''Ә хәҙер, ҡәҙерле уҡыусылар, бер аҙға ғына күҙҙәребеҙҙе йомайыҡ.'''
 
...Йәшел урман. Ниндәй генә ағас үҫмәй бында, ҡайһылай ғына шауламай. Бына бер саҡ шатыр-шотор, таҡ-туҡ иткән тауыштар ишетелә, мөһабәт, ҡеүәтле, һомғол, ныҡ имәндәр, ҡайындар, йүкәләр, ҡарағайҙар берәм-берәм ауа башлай. Ауҙарылалар. Унан тамырҙарын йолҡоп, аҡтарып алып ырғыталар.
 
'''Урманыңдан ни ҡалды? Ә, бәлки, ҡалғандыр? Шул ҡеүәтле ағастарҙың йә үҫентеһе, йә тамырынан шытып сыҡҡан йәш ағасы беҙ түгелме икән? Ҡамғаҡ хәленә ҡалмағанбыҙҙыр бит?'''''Ҡыя яҙылыш''
 
'''ББК 74.00'''