Тормош һабаҡтары. 6 класс: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
336 юл:
 
'''Урманыңдан ни ҡалды? Ә, бәлки, ҡалғандыр? Шул ҡеүәтле ағастарҙың йә үҫентеһе, йә тамырынан шытып сыҡҡан йәш ағасы беҙ түгелме икән? Ҡамғаҡ хәленә ҡалмағанбыҙҙыр бит?'''''Ҡыя яҙылыш''
 
==ЙӘНТӨЙӘГЕБЕҘ — КӨНЬЯҠ УРАЛ==
 
'''Ҡәҙерле балалар! Бына һеҙ шәжәрә хаҡында ла белдегеҙ, халҡыбыҙ тарихы менән дә таныштығыҙ. Хәҙер инде иң төп һорауға ла яуап бирә алаһығыҙ. Йыш ҡына ошондай һорау бирәләр: ''«Башҡорттар ҡайһы яҡтарҙан күсеп килгән һуң?»'' Ә беҙ хәҙер яуапты дөрөҫ бирә алабыҙ.'''
 
'''''Халыҡ милләт булып ойошһон өсөн бик күп шарттар кәрәк:'''''
*тел берлеге,
*ғөрөф-ғәҙәт,
*йолалар, йәғни традициялар уртаҡлығы,
*төйәкләнгән географик урын һ. б.
 
Башҡорт тип аталмаған саҡта уҡ Көньяҡ Уралда йәшәгән халыҡҡа ырыу-ырыу булып башҡа яҡтарҙан төрлө халыҡтар килеп ҡушылған һәм урындағы халыҡ менән ҡатнашып башҡорт тигән милләтте хасил иткән.
 
Милләтте йылға менән сағыштырырға була. Әйтәйек, Ағиҙел йылғаһы Бөрйән районында башлана ла уға әллә ни саҡлы ҡушылдыҡтары үҙ һыуын ҡоя. Ағиҙел киңәйә, тулы һыулы йылға булып китә. Әммә бер кем дә Ағиҙелде уның ҡушылдығы ҡойған ерҙән башлана тип әйтмәй.
 
Шуның һымаҡ уҡ — теге йәки был ырыу Уралға ҡайҙан күсеп килгән тигән һорау биреү дөрөҫ. Ә башҡорт ошо ерҙә милләт булып формалашҡан, ошо ерҙә традициялары, мәҙәниәте бар булған, бай йөкмәткеле фәлсәфәүи ҡобайырҙары ижад ителгән, тамыры Сал Уралдың үҙе кеүек үк боронғо.
 
'''Бөгөнгө көндә ырыуҙарыбыҙҙың һәр береһенең үҙ төйәге бар:'''
 
*Юрматылар Ишембай, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Федоровка райондары ауылдарында һәм Мәләүез районының ҡайһы бер ауылдарында йәшәй.
 
*Үҫәргәндәр Ейәнсура, Хәйбулла һәм Йылайыр районының ҡайһы бер ауылдарында көн итә.
 
*Түңгәүерҙәр Хәйбулла, Йылайыр, Әбйәлил райондарында йәшәй.
 
*Бөрйән башҡорттары Бөрйән, Баймаҡ райондарында, шулай уҡ Күгәрсен һәм Мәләүез, Көйөргәҙе райондарының ҡайһы бер ауылдарында ла йәшәй.
 
*Тамъяндар Әбйәлил, Белорет, Мәләүез районы ауылдарында йәшәй.
 
*Ҡыпсаҡтар Көйөргәҙе, Күгәрсен, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Белорет, Ишембай, Әлшәй, Илеш районы ауылдарында йәшәй.
 
*Әйле ырыуы башҡорттары Салауат, Ҡыйғы, Мәсетле, Дыуан райондарында, тимәк, нигеҙҙә, Әй буйы ауылдарында төйәкләнгән.
 
*Ҡатайҙар Белорет, Балаҡатай, Шаран райондары ауылдарында йәшәй.
 
*Табындар Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Архангель, шулай уҡ Учалы, Әбйәлил райондары ауылдарында йәшәй.
 
*Мең ырыуҙары Өфө, Шишмә, Дәүләкән, Әлшәй, Миәкә, Бишбүләк, Нуриман, Иглин райондары ауылдарын төйәк иткән.
 
*Танып, балынсы, ун, уран башҡорттары Ҡариҙел, Асҡын, Тәтешле, Бөрө, Мишкә, Борай, Яңауыл, Краснокама, Ҡалтасы, Балтас райондары ауылдарында йәшәй.
 
*Йәнәй, гәрә, тсыргыҙ, йылан, нацлы, дыуанай, йәлдәк башҡорттары Ағиҙел йылғаһының ике яҡ ярында Башҡортостандың төньяҡ-көнба-йышында йәшәй. Йәки Кушнаренко, Бүздәк, Дүртөйлө, Илеш, Шаран, Саҡмағош, Туймазы, Баҡалы райондары башҡорттары ошо ырыуҙар вәкилдәренән тора.
 
Бынан тыш хәҙерге Башҡортостан Республикаһы территорияһына индерелмәгән, әммә борон-борондан башҡорт ырыуҙары йәшәгән төйәктәребеҙ бар.
 
*Ҡурған өлкәһенең Әлмән районында катай, әй ырыуҙары башҡорттары йәшәй. Ошо уҡ өлкәнең Сафакүл районында ҡалмаҡ, табын,эй ырыуҙары, ә Щучье районында калмак ырыуы йәшәй.
 
*Ырымбур өлкәһенең Абдулла районы Абдулла ауылында табын, юрматы, ҡыпсак ырыуҙары башҡорттары йәшәй.
 
*Александровка районында табын, бөрйән, юрматы, ә Ҡалмаҡ ауылында үҫәргән башҡорттары төйәк тапҡан.
 
*Беляевск районы ауылдарында — үҫәргән, Гай районында үҫәргән, ҡыпсаҡ, Красногвардейск районы ауылдарында бөрйән, табын, юрматы, ҡыпсаҡ, мең, Ҡыуандыҡ яҡтарында — үҫәргән, ҡыпсаҡ, бөрйән башҡорттары йәшәй.
 
*Октябрь, Переволоцк, Ново-Сергиевка, Һарыҡташ, Тоцк, Төйлөгән райондарының башҡорт ауылдарында ла бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән, тамъян башҡорттары көн итә.
 
*Пермь өлкәһенең Барҙым, Уса, Пермь, Добрянский райондарында ла ғәйнә ырыуҙары башҡорттары йәшәй.
 
*Һамар өлкәһенең Оло Глущин, Оло Чернигов райондарында бөрйән, ҡыпсаҡ, табын, үҫәргән, түңгәүер башҡорттары төйәк тапҡан.
 
*Һарытау өлкәһенең Перелюб, Пугачев райондарында бөрйән, кыпсак, ҡатай, үҫәргән, түңгәүерҙәр йәшәй.
 
*Свердловск әлкәһенең башҡорт ауылдарында ҡошсо, һыҙғы, ғәйнә, өпәй ырыуы башҡорттары әлегәсә йәшәй.
 
*Татарстан Республикаһында бик күп ауылдарҙа башҡорт ырыуҙары көн итә.
 
Ағрыз, Аҙнаҡай, Аҡтаныш райондарында байҙар, йәнәй, юрмый, бүләр, тырғыҙ ырыуҙары башҡорттары, шулай уҡ Әлмәт, Бөгөлмә, Баулы, Лениногорск, Йылабуға, Миңзәлә, Мөслим, Октябрь, Сәрмән, Саллы (Челны) райондарында ла мең, байҙар, табын, ирәкте, тамъян, бүләр, ҡырғыҙ ырыуҙары башҡорттары йәшәй.
 
*Силәбе өлкәһендә Арғаяш, Ҡоншаҡ райондары ауылдарында әй, табын, ҡатай, һеңрән, һалйот, ә Сосновка, Троицк, Уй, Сыбаркүл, Этҡол райондарында эй, табын, һеңрән, һыҙғы башҡорттары йәшәй.
 
===Һығымта яһайыҡ===
 
Борон-борондан тыуған төйәге тип һанаған, күҙ ҡараһы кеүек һаҡлаған, туған әсәһендәй күргән был ерҙәрҙе башҡорт халҡы. Шулай булғас, Башҡортостанда кемдәр йәшәй? — тигән һорауға беҙ: «Башҡортостанда башҡорттар һәм 100-ҙән ашыу милләт вәкилдәре йәшәй», — тип яуап бирергә тейешбеҙ.
 
Кем генә йәшәмәһен Башҡортостанда, урыҫмы ул, татармы, сыуашмы, маримы, әрмәнме, ҡырғыҙмы йәки немецмы — уларҙың һәр береһенең үҙ тыуған ере бар.
 
'''Ә башҡорттарҙың тыуған ере, тыуған иле — Башҡортостан.''' Шуның өсөн дә ул ерле халыҡ тип атала, ә башҡалар, хатта балалары ошонда тыуһа ла, күсеп килгән милләт вәкилдәре. Сөнки үҙҙәре бында тыуһа ла, халҡының тамыры бында түгел.
 
==БАШҠОРТ АУЫЛДАРЫ==
 
Беҙ «Шәжәрә» тигән теманы үткән саҡта уҡ шәжәрәһен белмәгән ауылдарҙың бөгөнгө көндә ниндәй бәхетһеҙлеккә дусар булыуын телгә алғайныҡ инде. Үҙ ҡаныңды, ҡан-ҡәрҙәштәреңде, килеп сығышыңды, ғөрөф-ғәҙәттәреңде, ҡаныңа ниндәй зат аң-белем, зиһен һалғанлығын белмәү, әлбиттә, бәхетһеҙлек.
 
Фәҡәт үҙ асылы, үҙ булмышы нигеҙендә тәрбиәләнгән кеше генә яҡты донъяла йәшәү осоронда бар һәләте менән асыла, ысын бәхет кисерә ала. Сөнки кешенең ысын бәхете тәмле ашау, матур кейенеү, ил гиҙеп йөрөү, мул йәшәү менән генә билдәләнмәй.
 
Ысын бәхет — ул тәбиғәт биргән һәләтеңде тулыһынса асып, илеңә, халҡыңа хеҙмәт итеп, үҙ юлыңды дауам итерлек балалар тәрбиәләп йәшәүҙә. Ҡыҫҡаһы, үҙ тамырыңдан һут алып, олоноңдо нығытып, емеш биреүҙә. Э бер ағас тамыры икенсе ағас тамырына һут бирә алмай, тимәк, фәҡәт үҙ асылың менән йәшәгәндә генә һин тәбиғи һәләтлегеңде тотош аса алаһың.
 
Ауылдарыбыҙҙың тарихын, шәжәрәһен белмәгәнлектән, байтаҡ милләттәштәребеҙ бөгөнгө көндә үҙ асылын белмәй. Ғалим Әнуэр Әсфәндиэров ағайығыҙҙың рус телендә «История сел и деревень Башкирской АССР» тигән белешмә-китаптары баҫылып сыҡты. Күптәр өсөн һуңлап сыҡты шул улар. Байтаҡ башҡорт ауылдарында бөгөнгө көндә татар мәктәптәре эшләй. Миңзәлә районы, Пермь өлкәһе, Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондары башҡорттары ошо яҙмышҡа дусар.
 
Шуға күрә башҡорт ауылдарының тарихын белергә теләүселәр, үҙ ауылы тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар Әнуэр Әсфэндиэроө ағайығыҙҙың ошо белешмәләренән мәғлүмәт алығыҙ.
 
Ауылдарҙың атамалары уға нигеҙ һалыусы кеше йәки ырыу исеме менән ҡушылған. Төйәк иткән урындың үҙенсәлеге лә ауыл исемендә сағылыш тапҡан.
 
Ауыл йәки кеше йәшәгән башҡа урын атамаларын '''ойконимия''' тигән фән өйрәнә. Был бик тә кәрәкле фән. Сөнки ойконимия фәне аша беҙ халҡыбыҙ тарихына ҡараш ташлай алабыҙ.
 
Фирҙэуес Хисамитдинованың 1991 йылда «Башкирская ойконимия XVI — XIX вв.» тигән хеҙмәте баҫылып сыҡты. Үҙ ауылдарығыҙ хаҡында был китаптан да бай мәғлүмәт таба алаһығыҙ.
 
Ниндәй булған һуң башҡорт ауылдары? Ғалим С. И. Руденконың фекеренсә, башҡорттарҙың бер ҡалыплы ауылдары булмаған. Хужалыҡ төрө, күрше ырыуҙарҙың йоғонтоһо, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәте, шарттар тәьҫире булған ауылға. Әйтәйек, башҡорт өй тәҙрәһен көндөң сығышына ҡаратыр булған, йылға ярҙарына, әммә шул уҡ ваҡытта түңерәк (ҡалҡыу) урындарға өй һалған. Бер ырыу башҡорттарының өйө икенсе ырыуҙыҡыма оҡшамаған.
 
Яҙма мәғлүмәттәргә ҡарағанда, башҡорт ауылдары күп булған, әммә йыш урынлашмаған, сөнки мал аҫрап йәшәгән халыҡ өсөн ер күп кәрәк булған. Ә инде, азатлыҡ, ғәҙеллек яуларға баш күтәреүҙәр, ихтилалдарҙан һуң уларҙың күбеһе мәңгелеккә ер йөҙөнән юҡ ителгән, хатта ҡайтанан ауыл урынлашмаһын өсөн тибен, сәсеүлек, көтөүлектәр ҙә юҡҡа сығарылған. Мәҫәлән, Урал аръяғында ғына 1740 йылда 537 ауыл яндырылған.
 
Революция һәм граждандар һуғышы йылдарында байтаҡ ҡына ауылдар бәләкәйләнеп ҡала, ә инде 1921 йылғы аслыҡтан һуң тағы байтаҡ ауылдар юҡҡа сыға. Был ауылдарҙың халҡы йә астан ҡырыла, йә сит яҡтарға тырым-тырағай сығып китә.
 
1941—1945 йылғы Ватан һуғышында байтаҡ ҡына ирҙәр һәләк булып ҡалғанлыҡтан, башҡорт ауылдары күп йылдар буйы йүнләп аяҡҡа баҫып китә алмай. Хәл йыйып, рәтле генә донъя көтә башлаған халыҡты яңы афәт көтә — ауылдарҙы эреләтеү. Мал бағыу, иген сәсеү һәм өй тирәһендә баҡса тотоу менән шөғөлләнгән халыҡҡа, әлбиттә, бәләкәйерәк ауылдарға тупланыу ҡулайлыраҡ була.
 
Әммә «перспективаһыҙ» тигән мөһөр һалынып, бик күп матур-матур ауылдар, тарихи әһәмиәткә эйә булған, шулай уҡ ҙур-ҙур шәхестәр тыуған ауылдар юҡҡа сығарыла. Бәләкәй ауылдарҙа тупланып йәшәүсән халҡыоыҙ тамырына тағы балта сабыла, Ауылдар бөткәс, дөрөҫөрәге, бөтөрөлгәс, халыҡ таралыша. Башҡортостандан ситкә китеүселәр ҙә байтаҡҡа арта.
 
'''Күрәһегеҙ, ауыл яҙмышы — халыҡ яҙмышы.'''
 
===Бөгөнгө ауыл===
Бөгөнгө ауылдарҙың йөҙө үҙгәрҙе. Өйҙәр һәйбәтләнде, ауылдар төҙөк, сит яҡтарҙан йәштәр ҡайта. Тик тағы бер хәүеф һағалай: сит-ят яҡтарҙан башҡа милләт, бүтән ғөрөф-ғәҙәт кешеләре тулып китеп, ауыл традицияларына, йолаларына, тәрбиәүи ҡанундарына зыян килтермәһәләр ярар ине. Сөнки академик В. И. Вернад-ский (1863 —1945) асҡан һәм ноосфера тип аталған ҡатламға һәр милләт үҙенә генә хас нур өҫтәп тормаһа, Кешелек донъяһының һәләкәткә килеүе лә ихтимал, Билдәле булыуынса, нәҡ ошо ҡатлам Кешелек донъяһы менән үтә лә тығыҙ бәйләнештә һәм ул Ер йөҙөнән алынған нурҙар иҫәбенә йәшәй.
 
''''''Ә үҙенсәлеген, телен, моңон юғалтҡан халыҡ ноосфераға үҙ нурын өҫтәй алырмы?''''''
 
'''Һорауҙар.'''
#Ауылығыҙҙа нисә йорт һәм күпме кеше йәшәй?
#Мәктәбегеҙҙә ниндәй телдә уҡыйһығыҙ, уҡыусылар нисәү?
 
*Был мәғлүмәттәрҙе яҙған дәфтәрегеҙҙе һаҡлағыҙ. Арағыҙҙа тарих, ойконимия, топонимика, этнография һәм башҡа фәндәр менән ҡыҙыҡһыныусылар булһа, әлеге йыйған мәғлүмәттәр, һис шикһеҙ, кәрәк буласаҡ.
 
'''ББК 74.00'''