Тормош һабаҡтары. 6 класс: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
459 юл:
 
'''Шәжәрә байрамы — ата-олатайҙарыбыҙ алдында рухи яуаплылыҡ тойғоһон күтәреү ул.'''
==Халыҡ тарихы==
Халыҡ тарихын өйрәнеүҙә ырыу шәжәрәләренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Быны үҙегеҙ ҙә күрҙегеҙ. Ё тарихсы ғалимдарыбыҙ ырыу шәжәрәләренән тыш ғаилә шәжәрәләрен дә файҙаланған, өйрәнгән, әһәмиәтле мәғлүмәттәр алған. Әйтәйек, бөйөк ғалимыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди Туған «Башҡортостан тарихы» тигән хеҙмәтендә «Күсем улдарының Башҡортостанда эшмәкәрлектә булғандарының шәжәрәһе»н ентекләп өйрәнә.
 
'''Былай тип яҙа ул:'''
 
«Башҡортостандың үҙаллылыҡ өсөн хәрәкәттәренә етәкселек иткән Күсем хан улдарының шәжәрәһе, Үтәмеш Хажи, хиуалы Бабажан Манғыт, Мунис, Агеһи күрһәтеүенсә, шулай уҡ ҡарағалпаҡ һәм башҡорт шәжәрәләренә ҡарағанда, урыҫтарҙың Себергә, ҡарағалпаҡтарға һәм нуғайҙарға бәйле архив мәғлүмәттәренә ярашлы рәүештә түбәндәгеләр булыр:
 
Күсем хан 1598 йылдың 4 авгусында вафат була. Улдарынан Ғәли хан, Ишем солтан һәм Сыуаҡ солтан билдәле. Ғәли хан 1616 йылда үлә. Улдары Арыҫлан солтан, Хансунер менән Жансувер, урыҫтар тарафынан әсир ителеп, Мәскәүгә ебәрелә һәм Ҡырымға күсерелә. Хансуверҙан мәшһүр Әхмәт Гәрәй солтан тыуған, ул Ҡырым, Хиуа, башҡорт һәм ҡарағалпаҡ дауҙарында ҡатнашҡан».
 
Иғтибар итеүегеҙсә, балалар, тарихсылар есөн һәр нәмә мөһим.
 
'''ББК 74.00'''