Тормош һабаҡтары. 6 класс: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
460 юл:
'''Шәжәрә байрамы — ата-олатайҙарыбыҙ алдында рухи яуаплылыҡ тойғоһон күтәреү ул.'''
==Халыҡ тарихы==
Халыҡ тарихын өйрәнеүҙә ырыу шәжәрәләренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Быны үҙегеҙ ҙә күрҙегеҙ. ЁӘ тарихсы ғалимдарыбыҙ ырыу шәжәрәләренән тыш ғаилә шәжәрәләрен дә файҙаланған, өйрәнгән, әһәмиәтле мәғлүмәттәр алған. Әйтәйек, бөйөк ғалимыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди Туған «Башҡортостан тарихы» тигән хеҙмәтендә «Күсем улдарының Башҡортостанда эшмәкәрлектә булғандарының шәжәрәһе»н ентекләп өйрәнә.
 
'''Былай тип яҙа ул:'''
468 юл:
Күсем хан 1598 йылдың 4 авгусында вафат була. Улдарынан Ғәли хан, Ишем солтан һәм Сыуаҡ солтан билдәле. Ғәли хан 1616 йылда үлә. Улдары Арыҫлан солтан, Хансунер менән Жансувер, урыҫтар тарафынан әсир ителеп, Мәскәүгә ебәрелә һәм Ҡырымға күсерелә. Хансуверҙан мәшһүр Әхмәт Гәрәй солтан тыуған, ул Ҡырым, Хиуа, башҡорт һәм ҡарағалпаҡ дауҙарында ҡатнашҡан».
 
Иғтибар итеүегеҙсә, балалар, тарихсылар есөнөсөн һәр нәмә мөһим.
==БОРОНҒО ЯҘМАЛАРҘА ТАРИХ САҒЫЛЫШЫ===
 
Беҙҙең эраның VIII быуатынан башлап илебеҙгә ғәрәп сәйәхәтселәре, ғалимдары килеп сығалар. Уларҙың юлъяҙмаларында, география карталарында, этнография буйынса тикшеренеүҙәрендә халҡыбыҙ тураһында байтаҡ мәғлүмәттәр таба алабыҙ.
 
Грек, әрмән, фарсы ғалимдары ла булып киткән. Әммә уларҙың яҙмаларында башҡорттар төрлө атамалар менән телгә алынған. VII быуатта йәшәгән исеме билдәһеҙ әрмән географы '''«Әрмән географияһы'''» тигән хеҙмәтендә Иҙел йылғаһының урта ағымында бутка тигән халыҡ йәшәй тип яҙа. Аҙағыраҡ М. И. Артамонов тигән ҙур ғалим «Хазарҙар тарихы» тигән әҫәрендә бутка тигән халыҡтың башҡорт булыуын иҫбатлай.
 
IX быуатта ғәрәп сәйәхәтсеһе Сәлләмәт-Тәржемэни Яйыҡ йылғаһы буйҙарында, Көньяҡ Уралда башҡорт ҡәбиләләре йәшәүе тураһында яҙып ҡалдырған.
 
Мөхәммәт Иҙриси исемле сәйәхәтсе ғалим «'''Донъя географияһы'''» тигән әҫәрендә: «Хазар тарханы янынан киткәс, 27 көн буйына башҡорт тоҡомо еренән үттек», — тип яҙа (Әхмәт Булатов мәҡәләһенән. — Авт). Ғалимыбыҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙең «Башҡорт тарихы» исемле хеҙмәтендә тағы ла тулыраҡ мәғлүмәттәр бирелә.
 
Көньяҡ Уралда йәшәгән тәүхалыҡтар кем тип аталғандыр. Әммә ошо ерҙәрҙә йәшәүсе олатайҙарыбыҙ тирәһенә төрлө яҡтан күсеп килгән ҡәбиләләр башҡорт халҡы булып тупланған. Шуға ла башҡорттар буй-һындары, төҫ-баштары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән дә төрлө. Шуға ла халҡыбыҙҙың сәнғәте, йыр-моңо, зауҡы иҫ китмәле бай һәм төрлө, донъяға ҡарашы киң, донъяны аңлауы тәрән.
===Ҡаҙылма ҡомартҡылар ҙа тарих һөйләй ===
Боронғо ҡалаларҙы, нығытмаларҙы, зыяраттарҙы ҡаҙып тикшереүсе ғалимдарҙы '''археологтар''' тип атайҙар.
 
Ҡаҙылған урындарҙа төрлө әйберҙәр табыла. Ҡорал, һауыт-һаба, биҙәнеү әйберҙәре...
 
Был табылған әйберҙәргә ҡарап теге йәки был халыҡтың биләмәһен, ҡайҙа йәшәгәнлеген, ҡайҙан күсеп килгәнлеген белеп була. Шуға ла ҡайһы бер ғалимдар «башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тәңкәләре лә тарих һөйләй» ти. Был дөрөҫ. Сөнки тәңкәләргә ҡарап, халыҡтың кемдәр менән алыш-биреш, сауҙа иткәнлеген, был ерҙә ҡасан йәшәгәнлеген белеп була.
 
===ЕР-ҺЫУ АТАМАЛАРЫ ЛА ТАРИХМЫ?===
 
Ер-һыу атамалары фәнни телдә топонимика тип атала. Ғалим ''Рәшит Шакур'' уны хатта «'''ерҙең хәтер китабы'''» тип тә атай.
 
Ысынлап та шулаймы икәк? Исемдәрҙе былай ғына ҡушмайҙармы? Әйтәйек, һуңғы йылдарҙа үҫеп сыҡҡан яңы ҡалаларға шулай ҡушалар бит. Салауат ҡалаһы, Ағиҙел ҡалаһы...
 
«Юҡ, — ти ғалим Рәшит Шәкүр. — Һәр атама — үҙе бер хәтер», — тип иҫбат итә. Бына, мәҫәлән, Өфө ҡалаһының исеменә йүнәлтәйек иғтибарҙы.
 
Ғалим П. И. Рычковтың яҙыуынса, был ҡала элек Имәнҡала тип йөрөтөлгән. «Ә Башҡортостан Рәсәйгә ҡушылғанға тиклем бында Торатау тигән ҙур ғына ҡала булған», — тип яҙа ғалим.
 
Ә ни эшләп Өфө булып киткән һуң? Был хаҡта бәхәстәр һаман дауам итә. Рәшит Шәкүр, ғалимдар Т. М. Ғарипов һәм Н. К. Дмитриевтың фекерҙәренә таянып, «Уфа» һүҙенең «уба» тигән һүҙҙән килеп сығыуын әйтә.
 
Башҡорт телендә «таба» тигәнде «тава», «ҡибла» тигәнде «ҡивла», «бабай»ҙы «бавай» тип әйтеү бар. Ә инде «Өфө», бәлки, «Уфа»ның йомшаҡ формаһылыр.
 
Тағы ла тел ҡанундарына яраҡлашҡандыр. Асы — әсе, һалмаҡ — һәлмәк, хас — хәс, ауыш — әүеш кеүек. «Уба» тигән һүҙ тауҙы аңлата.
 
Армыт-армыт тауҙар башында урынлашҡан бит баш ҡалабыҙ. Профессор Жәлил Кейекбаев та ошо ҡарашта ине. Хәҙер инде топонимик атама менән археологик ҡаҙылмаларҙың ни һөйләгәнен белербеҙ. Ғалим-археолог Нияз Мәжитов яҙмаларына күҙ ташлайыҡ.
 
 
'''ББК 74.00'''