4-се ҙур гонаһ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
17 юл:
'''4-се ҙур гонаһ — намаҙға иғтибарһыҙлыҡ.'''
 
== Намаҙға иғтибарһыҙлыҡ ==
 
Бөйөк Аллаһы Тәғәлә әйтә: '''"Уларҙан һуң тағы бер нәҫел килде лә намаҙҙы ташланылар, аҙғынлыҡ нәфсеһенә эйәрҙеләр. Шуға күрә улар ошо аҙғынлыҡтарына күрә язаһын да аласаҡтар. Тәүбә иткәндәр, иманға килгәндәр һәм изгелек ҡылғандарҙан башҡа. Улар йәннәткә керер һәм уларға рәнйетеүҙәр булмаҫ. Рахмән булған Аллаһ кешеләргә Ғәден ожмахын Үҙен күрмәйенсә ышаныусы ҡолдарына вәғәҙә иткән. Уның вәғәҙәһе һәр ваҡыт үтәлә"'''(Мәрйәм, 59-61).
36 юл:
Ибн Хәзим: "Күп илаһҡа табыныуҙан һуң, ваҡытында уҡымай, намаҙҙан баш тартыуҙан һәм хаҡың булмай тороп мосолманды үлтереүҙән дә ҙурыраҡ гонаһ юҡ", - тигән.
 
Әбү Хөрәйрә (радиаллаһу ғәнһү) Аллаһ илсеһенең һүҙҙәрен һөйләй: '''"Ҡиәмәт көнөндә мөсөлмандан иң беренсе намаҙын һораясаҡтар. Әгәр ҙә ул уны тейешенсә башҡарһа, уны ҡотолоу көтә, ә кире осраҡта ул өмөтөн югалта һәм уны күңелһеҙлектәр көтә ".'''.
 
Аллаһ илсеһе (салаллаһу ғәләйһи вә сәлләм) әйткән: '''"Миңә кешеләр "Аллаһтан башҡа илаһ юҡ һәм Мөхәммәт Уның пәйғәмбәре" тип шаһитлыҡ килтермәйенсә, һәм намаҙ ҡыла башламайынса, һәм зәкәт түләмәйенсә улар менән көрәшергә ҡушылды. Быны эшләп, улар минән Ислам хоҡуҡтары буйынса үҙҙәренең ғүмерен һәм малын һаҡлап ҡалалар. Ҡалғаны -Аллаһтан Аллаһтан"'''.
 
Әбү Сәғид (радиаллаһу ғәнһү) һөйләй: "Бер ваҡыт Аллаһ илсеһенә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бер кеше килде һәм: "Эй, Аллаһ илсеһе! Аллаһтан ҡурҡ!" - тине, быға Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): '''"Эй, кеше! һин үҙ аҡылыңдамы? Мин Унан бөтәһенән дә нығыраҡ ҡурҡырга тейеш түгелменме ни?"''' - тип яуап биргән.
 
Был ваҡытта уларҙың янында булған Хәлид бин Вәлид: "Эй, Аллаһ илсеһе! Уның башын киҫәйемме?" - тип һораған. Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): '''"Кәрәкмәй, ул бәлки, намаҙ уҡыйҙыр"''', - тип яуап биргән.
 
Ғабдуллаһ бин Ғүмәр (радиаллаһу ғәнһү) Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тип әйткән һүҙҙәрен: '''"Үҙенең намаҙын һаҡламаған кешенең нуры ла, дәлилдәре лә, ҡотолоуы ла ҡалмай. Ҡиәмәт көнөндә ул кеше Ҡарун, Фирғәүен, Хәмән һәм Ғүбәй бин Хәләф янында буласаҡ ".'''.
 
Был кешеләр янында булыу, намаҙҙан баш тартҡан кешенең ни тиклем иманһыҙлыҡҡа яҡын булыуын күрһәтә. Шулай ҙа Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Муғәзгә: '''"Аллаһ ихлас күңелдән "Аллаһтан башҡа илаһ юҡ һәм Мөхәммәт уның илсеһе"''' тип таныҡлыҡ иткән кешене тамуҡта ҡалдырмаҫ-тигән.