Тормошҡа ғашиҡ ине: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Тормошҡа ғашиҡ ине'''(мәғариф хеҙмәткәре, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, Башҡорто…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

22:56, 2 ноябрь 2018 өлгөһө

Тормошҡа ғашиҡ ине(мәғариф хеҙмәткәре, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Дәүләтбирҙин Сәлих Хәфиз улы иҫтәлегенә арнала).

"Таң" гәзите,2018 йыл, 2 ноябрь, йома, № 88 (10224)

1986 йылдың йәйе. Сыуаҡ көн үҙәгендә Ағиҙелгә һыу инергә төштөм. Үрҙән йырлашып резина кәмәләрҙә бер төркөм туристар ағып килә. Урталағы кәмәлә аҡ ҡалпаҡ кейгән берәү йыр башлай:

Нич яка мисячна, ясная зоряна,

Видно, хочь голки збирай.

Башҡалар дәррәү ҡушыла:

Вииди, коханая, працею зморена, Хочь на хвилиночку в чай!

Кәмәләр ярға яҡынлаша. Башлап йырлаусының атай икәнен шәйләп ҡалдым. Эргәһендә әсәй ҙә ултыра. Нәби ауылынан туйҙан шулай туристарҙың кәмәһенә ултырып ҡайтып төштөләр. Бер төркөм туристар менән саф украин телендә һөйләшеп көлөшә–көлөшә өйгә ыңғайланылар. Улар күстәнәскә йәшелсә, һөт–ҡаймаҡ алып, яҡын туғандар кеүек ҡосаҡлашып, йылы хушлашып юлдарын дауам иттеләр.

- Украинаны фашистарҙан азат иткәс,18 йәше тулған егеттәрҙе Ҡыҙыл Армиясафына алдылар. Беҙҙең батареяла ла улар күп булды. Көнбайыш Украинанан алынғандары башта рус телендә бөтөнләй һөйләшмәй инеләр. Йыр–моңға бай, шаян, ышаныслы, һәйбәт иптәштәр булдылар.

Хеҙмәт срогын тултырғас, күптәре йәшәргә Рәсәйҙә ҡалды. Туғандары өйҙәренән, ҡайтмағыҙ, тип яҙалар ине. Сөнки 1950 йылдарҙың урталарына тиклем Украинала Бандера яҡлыларға ҡаршы көрәш барҙы. Бандеровсылар армиянан ҡайтҡан егеттәрҙе төндә килеп үҙҙәре менән алып китәләр икән. Ҡаршылашҡандарын язалайҙар, – тип һөйләй ине атай.

Артына «Дорогому другу Салиху» тип яҙылған һарғайған фотоларын күрһәтеп, улар булып украин телендә һөйләп күрһәтеп, ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе һағынып хәтерләр ине.

- Йәш саҡта, ат егеп, арбала, йә санала йөрөгәндә, юл буйынса башҡорт,рус, украин йырҙарын йырланы. – тип һөйләй ине әсәй.

- Борҡолдатып тәмәке тартып ала ла, тағы йыр башлай. 1950 йылдар урталарында комсомолда, РДК директоры булып эшләгәнендә концерттарҙа ҡатнашты.Бөрйәндең Мәғәфүр Хисмәтуллинытип йөрөттөләр. Спектаклдәрҙә гел бюрократ–чиновниктарҙы уйнаны.Ныҡ килештерҙе. Ул эсенә мендәр ҡыҫтырып, күҙлек кейеп, портфель тотоп сәхнәгә килеп сығыу менән кеше көлә башлай. Кем булып уйнай, аҙаҡ уның исеме менән атап йөрөттөләр. Үсегә белмәне.

Бер ваҡыт район мәҙәниәт һарайындаОктябрь байрамына арналған концерт бара. Кемдер «Сарман буйҡайҙары»н йырлап сыҡҡас, концертты алып барыусы атай сәхнәгә ҡағыҙ тотоп килеп сыға.

– Вот пришла записка. Товарищи просят перевести на русский язык песню «Сарман буйҡайҙары», тип алғы рәттә ултырған урыҫ түрәләренә күрһәтә лә, тәржемә итә башлай:

Сарман буйҡайҙары туғай, туғай,

Туғайында һайрай бер турғай.

- В Сарманской долине поет воробей.

Иртәһен дә һайрай, кисен дә һайрай,

Һарғайып та үлһен, ти, буғай.

- И утром поет воробей, и вечером поет,

Не знай, думает, что я пожелтел да умер что ли.

Халыҡ рәхәтләнеп көлә. Аҙаҡ онота алмай оҙаҡ һөйләп йөрөйҙәр.

- 1957 йылдың февралендә, РДК–ла эшләгәндә, Мәскәүгә культура хеҙмәкәрҙәренең бер айлыҡ курсына саҡырыу ҡағыҙы алдым, – тип иҫләй ине атай. – Ҡарлы, буранлы, һыуыҡ ҡыш ине, техника йөрөмәй. Әсәйең, ыҙалап йөрөмә лә ҡуй, ти.

«Юлыма таш яуһа ла барам», тип юлға сыҡтым. Байназарҙан Мәһәҙейгә тиклем йәйәү килдем. Өҫтә толоп, мамыҡ көпө салбар, табанлы быйма. Ҡурыуҙыны менгәс, ҡаршыға кошовка санала буран туҙҙырып райкомдың беренсе секретары Билалов Муса ағай килеп сыҡты. Мине танып: «Дәүләтбирҙин, ҡайҙа киттең?» – тип һорай.

Мин: «Мәскәүгә!» – тип ҡысҡырғас, хахылдатып көлөп китеп барҙы. Шаяртты тип уйланы, ахыры.Юл михнәттәре күреп Өфөгә килеп етеп, Мәскәүгә поезға ултырҙым.

Купела ҡупшы кейенгән дәрәжәле кешеләр ултыра. Ниндәйҙер министрлыҡтан Өфөгә командировкаға килеп, ҡайтып барыусы бер ханым, минән баш ҡалаға ниндәй эштәр буйынса барыуым тураһында ҡыҙыҡһынды.

Өҫтәге кейемдән оялып, «Һунарсылар съезына барам», тинем дә ҡуйҙым. «Ә нимәгә һунар итәһегеҙ?» – тип һорай был ханым. «Айыуға», - тип яуаплағас, юлдаштарымдың күҙҙәре түп-түңәрәк булды. Һорауҙар яуҙыра башланылар.

Мәскәүгә барып еткәнсе, айыусыларҙан ишеткән мажараларҙы үҙемдең исемдән һөйләп, тегеләрҙе хайран ҡалдырып барҙым. Әлеге ҡатынды вокзалда ире ҡаршы алды.

Мине уға күрһәтеп: «Таныш булығыҙ. Был иптәш Башҡортостандан, айыусы. Һунарсылар съезына килгән»,– ти. Мине машиналарына ултыртып гостиницаға алып барып, ҡалдырып киттеләр.

Шул көндә үк магазиндар буйлап йөрөп, матур итеп кейенеп алдым. Мәскәүҙә булған бер ай ваҡыт минең тормошта иң бәхетле осор кеүек булды. Курстарҙа лекциялар тыңлау менән бер рәттән, көн һайын тиерлек музейҙарға экскурсияларға, күренекле шәхестәр менән осрашыуҙарға йөрөттөләр.

Бер ай эсендә күп нәмәләр күреп, байтаҡ эш ысулдары өйрәнеп, эшкә дәртләнеп ҡайттым. Тик райком күберәк төп мәҙәниәт эшенән айырып, ҡыш көндәре алыҫ фермаларға, йәйге осор баҫыу стандарына командировкаға ебәрер ине.

Атай армияла ла йәмәғәт эшендә актив була. Батареяла комсорг, аҙаҡ, 1949 йылда, ВКПб ағзаһы булғас, парторг эшен алып бара. Дивизион газетаһы хәбәрсеһе була. 1949 йылдың декабрь аҙағында кесе лейтенант званиеһында демобилизацияланып, тыуған төйәгенә ҡайта. Ҡаршы алырға атай ҙа, әсәй ҙә булмағанлыҡтан, Янһарылағы иң яҡын туғанына - Йәнбикә инәһенә килә.

1944 йылдың көҙөндә Ҡыҙыл Армияға алынғанға тиклем, уҡытыу эшенән айырылмай,ситтән тороп Темәс педучилищеһының ике курсын бөтөргән атай Байназар мәктәбендә эш башлай. 1950 йылдың мартында Килдеғол ауылы ҡыҙы, әсәйебеҙ Асия Зекриә ҡыҙына өйләнә.

- Элек бер урында оҙаҡ эшләтмәнеләр. Партия ҡуша, тип төрлө ергә күсереп йөрөттөләр. Бер ауылда донья төҙөп нығынып алһаҡ, тағы күсенергә кәрәк, - тип һөйләй ине әсәй. Атай 1950 йылда комсомол эшенә, ә 1953 йылда КПСС райкомына инструктор, 1954 йылда Тимер ауылына уҡытыусы итеп күсерелә.

Шул уҡ ваҡытта колхозда партком эшен дә алып бара. Ошо йылдарҙа ситтән тороп Темәс педучилищеһын тамамлай. 1955 йылда Байназар балалар йортона директор итеп тәғәйенләнә.

Балалар һаны кәмеүсәбәпле, балалар йорто ябылғас, район мәҙәниәт йорто директоры булып китә.1957 йылдың йәйендә Килдеғол башланғыс мәктәбендә эш башлай.

Көҙ ғаиләһен күсереп ала. Рәсәй Федерацияһы мәғарифының работнигы, Башҡортостан Републикаһының мәғариф отличнигы, ағайым Дәүләтбирҙин Таһир Сәлих улының хәтерләүҙәренән:

- Иҫке Собханғолдан Килдеғолға октябрь айының һыуыҡ, ямғырлы, йонсоу көнөндә булған ғына әйберҙе арбаға тейәп күстек. Әсәй яңы тыуған Миңзәләне тотҡан. Ғәзиз ағайым, мин, Зәйтүн арбала ҡаралды өҫтөндә ултырабыҙ. Кис ҡараңғыла урманда барғанда, йоҡлап китеп, арбанан ҡолап төшөп ҡалғаным хәтерҙә. Атайым йүгереп килеп күтәреп алды.

Көмөшбаев Нух ағайҙың бәләкәй өйөндә йәшәнек. Атай – йәмғиәт өсөн йәшәгән дәртле, ихлас, күтәренке рухлы, эскерһеҙ, ябай, юҡты бар итеүсе, тәүәккәл кеше булды. Тапҡыр, йор һүҙле, кеше менән уртаҡ тел таба алыусы оҫта ойоштороусы ине. Ул булған ерҙә кешегә эшләүе лә, ял итеүе лә күңелле булды. Халыҡ та берҙәм, әҙәпле, ярҙамсыл ине.

Уның етәкселегендә яңы мәктәп бинаһы төҙөлөп, сафҡаиндерелде. Таҡтаны ҡул бысҡыһы менән ярғандары иҫтә ҡалған. Яңы ҡорамалдар, инвентарь, карталар, библиотекаға китаптар, саңғылар алып ҡайтты. Мәктәп янында ағастар ултыртылды, йәшелсә баҡсаһы булдырылды.

Ул ваҡытта ауылда күпселек кеше йәшелсә сәсмәй ине. Халыҡ ныҡ ҡыуанды. Уҡытыусы Ғәлимә апай менән бергә ауылда тәүге шыршы байрамы үткәрҙеләр. Әсәй оҫта булды, тегеү машинаһында барлы–юҡлы тауарҙан матур костюмдар тегеп бирҙе.

Атай балаларҙың гигиенаһына ла ныҡ иғтибарлы булды. Ул ваҡытта трахома, лишай ауырыуҙары, бет бөтмәгән ине. Малайҙарҙың сәстәрен машинка менән үҙе алды. Ауылда сәсте бәке менән ҡыралар, йә ҡайсы менән мөнтәйҙәр ине, машинка булманы. Башта уның ҡулының йылыһы әле лә тора.

Дәрестәре мауыҡтырғыс ине. Баланың күңеленә үтерлек итеп һөйләй, аңлата белде. Бигерәк тә йыр дәрестәре күңелле үтте. Үҙе лә моңло, матур йырланы. Күпме ваҡыт үтһә лә, өйрәткән йырҙары әле лә хәтерҙә. Уҡытыусы ғына булманы, халыҡ менән дә эшләне. Пропагандист–агитатор булды.

Субботниктарҙа ял иткәндә лә гәзит уҡып, халыҡты һуңғы яңылыҡтар менән таныштырған, һорауҙарға яуап биргән. Һәр саҡ үҙ өҫтөндә эшләне.

Буш ваҡытында ҡулынан гәзит, китап төшмәне. Батарейка менән эшләгән «Родина» радиоалғысынан даими яңылылыҡтар тыңлап, халыҡҡа еткерә ине. Кистәрен дәрес әҙерләп бөткәс, шәм яҡтыһында беҙгә рус телендә Буратино, Чипполино тураһында әкиәттәрҙе образға инеп, тасуирләп уҡый, башҡорт теленә тәржемә итә торғайны.

Атай бушамағанда башҡортса әкиәттәрҙе әсәй уҡый. Шул әкиәттәрҙе тыңлап йоҡоға китәбеҙ.

- 1950 йылдар аҙағында Килдеғол ауылында промартелдә эшләнем. –тип иҫләй данлыҡлы ҡурайсы, йырсы Рәхмәтуллин Дәүләтбай ағай.

- Сәлихйән ағай менән спектаклдә уйнайбыҙ: ул атай, ә мин уның улы ролендә. Уйын барышында минең артҡа ҡайыш менән һуғырға тейеш. Репетицияла ипләп кенә һуғып йөрөнө инде. Сәхнәгә сыҡҡас, яра тартып ебәрҙе бит.

Аҙаҡ: «Ағай нишләп ныҡ һуҡтың ул?» – тип һорайым. «Ҡустым, уйнағас, шартына килтереп уйнарға кәрәк бит», – ти был.

- Бер ауыл һабантуйында Әбйәлил районынан килгән ике кейәү көрәштә барыһын да һелтәп тик торалар, - тип һөйләгән ине атай. Үҙҙәре: «Беҙ ялан батырҙары», тип ҡупайып күкрәк һуғып йөрөйҙәр.

Бабайҙар миңә: «Йә, кейәү, шуларға «урман батырын» күрһәт әле», тиҙәр. Быларҙың икеһен дә алып һелтәнем. Аҙаҡ көрәшкә район һабантуйына барҙым. Берәүҙе еңел генә алып бәрҙем. Икенсегә Тимербулат исемле ҡаҡса ғына егет сыҡты. Биленән ҡыҫып тотоп һелтәргә әҙерләнгәйнем генә, был минең ҡолаҡҡа: « Ағай, мин көрәшә белмәйем ул. Һин мине имгәтеп кенә ҡуйма инде», ти.

«Ярар һуң», тигән булып таҫтамалды бушатыуым булды, был мине күтәрҙе лә һелтәне. Шунан һуң башҡа көрәшкә сыҡманым. - Атайың кешегә «юҡ» тип әйтә белмәне. Ярҙамсыл булды.

Бер нисә кеше йыға алмаған йылҡыны бер үҙе йығып салып бирә. Бесән ваҡытында ололар килер ине ярҙам һорап. Яңғыҙы көнөнә бер нисә кәбән һалып ҡайта торғайны, - тип хәтерләй ине әсәй.

1961 йылда атай Тимер ауылына эшкә күсерелә. Оҙатырға бөтә ауыл халҡы килә. Атай ҡайҙа ғына эшләһә лә, гел генә ауыл советы депутаты, пропагандист, ҡыҫҡаһы, һәр ваҡыт халыҡ менән булды. Өйҙә һауыт–һаба шалтыраһа ла кәңәш һорап килерҙәр ине. Абруйы ҙур булды.

Бер ҡышҡы ҡаты һыуыҡта төндә урамда һүнеп ултырған леспромхоз тракторын күреп ҡала. Кабинала эсеп, йоҡлап туңып ултырған урыҫ егетен күтәреп алып ҡайта. Егет мәйет кеүек туңып ҡатҡан, әҙерәк ултыра бирһә, үлер ине. Атай шәм яҡтыһында уның аяҡ–ҡулдарын араҡы менән ыуып, йән индереп, ҡайнар сәй эсереп, кеше итеп ҡайтарып ебәрә.

Әхмәт ағай Сөләймәнов ҡайһы ваҡыт атайға шаяртып, Мазай бабай, тип өндәшә ине. Тарихы былай була. Мәктәптә уҡыған саҡтарында, яҙғы ташҡында, өс бөртөк ағасты бергә бәйләп, һеңлеһе Гәүһәр апайҙы ултыртып Ағиҙелдән ағып төшөп китәләр былар.

Иҫке Собханғолға еткәс, кәшмәктәре йылға аша сығып барған паромға барып бәрелеп, паром аҫтына инеп тә китә. Паромда торған атай балаларҙы тартып алып өлгөрә. Нәби ауылы халҡын «ҡуяндар» тип өйрәнгәнбеҙ. Н. Некрасовтың ташҡында ҡуяндарҙы ҡотҡарыусы Мазай бабай тураһындағы шиғырындағы кеүек, Ҡуян балаларын ҡотҡарыусы атай ҙа «Мазай бабай» булып ҡала.

Атайҙың 80 йәшлек юбилейын үткәргәндә Әхмәт ағай еҙнәһенә ағастан үҙе эшләгән «Ҡотҡарыусы» тигән миҙал таға.

1964 йылдың йәйендә атай Бөрйән РОНО-һында инспектор булып эш башлай. РОНО аппаратында барлығы дүрт кеше. Бөтә техника Шайтан ҡушаматлы бер аттан ғибарәт. Йылдың төрлө миҙгелдәрендә Шайтанға атланып ауылдарға мәктәп эштәрен тикшерергә сығып китә. Комод тартмаһы төбөндә һарғайған ҡалын эш дәфтәре әле лә һаҡлана.

Дәрестәргә анализ, документация торошо, йәш уҡытыусыларға методик ярҙам - барыһы ла аныҡ тәртип менән тултырылған. Мәктәптәргә кәрәкле инвентарь, уҡыу әсбаптары исемлеге аҫтына эре ҡалын хәрефтәр менән : « Как хочешь, табып ебәрергә!» - тип яҙып ҡуйылған.

Үҙенәлә, башҡаларға ла талапсан булды. Һәр ял һайын шул Шайтанды егеп, Баҙалға бесәнгә, йә утынға барып килә. Ваҡыт менән иҫәпләшмәй, бошона белмәй, һәр ваҡыт хәрәкәттә, һәр ваҡыт эштә.

Бер үк ваҡытта ситтән тороп БДУ-ның тарих факультетында белем ала. Өфөлә йәйге сессияла имтихандар биреп йөрөгәнендә, ул ваҡытта уҡыусы улдары Ғәзиз һәм Таһир каникулда кирбес заводында эшләп, үҙ белдектәре менән аталарына егерме һум аҡса ебәрәләр. Атай улдарының ошо ярҙамын онотмай, йыш иҫенә төшөрөп, ҡыуанып һөйләр ине. Диплом эшен уңышлы яҡлағас , деканатҡа саҡырып, аспирантурала уҡырға өндәйҙәр.

Ҙур ғаилә башлығына ул ваҡытта, әлбиттә, аспирантура ҡайғыһы булмай. Балаларға белем бирергә кәрәк.

1969 йылда атай Иҫке Монасип һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә директор итеп эшкә күсерелә. Балалар һаны күп, техника кәрәк. Беренсе сиратта министрлыҡ аша мәктәпкә машина йүнләй. Мәктәптең завхозы, шул уҡ ваҡытта шофер Муллағолов Мәхмүтдин ағай менән икәү Волгоград ҡалаһынан йөк машинаһы ҡыуып алып ҡайталар.

Мәктәпте һигеҙ йыллыҡтан урта мәктәпкә әүерелдереү өсөн күп көс һала. Тәүәкәллек итеп, хужалыҡ ысулы, йәғни төҙөлөш ойошмаларын йәлеп итмәйенсә, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, балалар, ата-әсәләр көсө менән мәктәпкә ҙур төкөтмә, интернат, ашхана, оҫтахана, йәш уҡытыусыларға квартиралар төҙөтә.

Бер ваҡиға иҫтә ҡалған. Беҙ, оло синыф малайҙары, мәктәп түшәменә тупраҡ һалып йөрөйбөҙ. Шул ваҡыт мәғариф министрлығынан хәүефһеҙлек техникаһы инспекторы килеп төшә. Директорға балаларҙы ике метрҙан юғарыла эшләтергә ярамағанлығын әйтә.

Атай инспекторға: «Улар бит бер-ике йылдан ил һаҡсылары, һалдаттар буласаҡ. Ҡыйыҡ эсенә лә менергә ярамағас, армияға ниндәй әҙерлек менән барырға тейештәр?» ти.

Инспектор: «Инструкция буйынса ярамай. Төшөрөгөҙ!» – тип протокол төҙөй башлай. Атай малайҙарға төшөргә ҡуша. Инспектор протокол төҙөп, ҙур эш бөтөргән кешеләй, ҡәнәғәт йөҙ менән мәктәп территорияһынан сығып китә. Атай малайҙарға: «Эшегеҙҙе дауам итегеҙ инде», – тип кире мәктәп башына мендереп ебәрә.

Мәктәптең бурысы – йәш кешегә кәрәкле белем биреп, тормош юлына аяҡ баҫтырыу. Колхоз ярҙамында егеттәр өсөн тракторсылар, ҡыҙҙар өсөн машина менән һауыу операторҙары курсы асыла.

Коллектив йәш, көслө, берҙәм. Бер Мулағолов Марат Ғизетдин улы тураһында ғына айырым китап яҙырлыҡ. Мәктәп уҡыу, спорт, үҙешмәкәр сәнғәт буйынса тик алдынғылар рәтендә була. КПСС райкомының күсмә ҡыҙыл байрағы бер нисә йыл рәттән мәктәп түрен биҙәй.

1987 йылда хаҡлы ялға сыҡһа ла, 1990 йылға тиклем уҡытыу эшен дауам итә. Ошо осорҙа һуғыш ваҡытында төрлө яҡтарҙа, трудармияла еңеү өсөн эшләгән замандаштары пенсияға элекке эшләгән урындарынан справка, документтар юллауға ярҙам һорап атайға килерҙәр ине. Бигерәктә 1991 йылда репрессия ҡорбандарын реабилитациялау һәм уларҙың балаларына аҡсалата компенсация түләү тураһында закон сыҡҡас, өйөбөҙ атайҙың офисына әйләнеп китте.

Районда кешене һәйбәт белгәнлектән, кемдәрҙең компенсация алырға хоҡуғы бар, шуларға телефон аша, йә иһә кешенән хәбәр итеп сыҡты.Төрлө ауылдарҙан ярҙам һорап кешеләр килә башланы. Атай хаҡ һорамай, документтар юллау юлдарын өйрәтә. Кем ҡайҙа һөргөндә булған, хат- запростар ебәрә.

Пенсия алһа, Өфөгә архивҡа барып күсермә документтар йүнләп алып ҡайта. Уның ярҙамында берәйһе пенсия йә компенсация алһа, үҙе алғандай ҡыуана.

Хәтерҙә, ауылдан Муллағолов Фитрат ағайҙың пенсияһы артып килгәс, бер сумка күстәнәс, бер ярты араҡы тотоп атайға килде. «Ҙур рәхмәт! Бына ризалыҡлы итәйем тигәйнем»,– ти был.

Атай: «Бер нәмә лә кәрәкмәй, мин былай ҙа ризамын», – тип күстәнәстән баш тарта. Аҙаҡ Фитрат ағай донья ҡуйғас, исмаһам, теге ваҡыт яртыһын эсешмәнем, күңеле булыр ине, тип ныҡ үкенде.

1994 йылда яңы сыҡҡан «Боронғо донья тарихы» дәреслеген рус теленән башҡорт теленә тәржемә итеп, баҫтырыуға тапшырҙы. Район һәм республика матбуғатында даими рәүештә мәҡәләләре донья күрҙе. Күберәк һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының хеҙмәтен сағылдырҙы гәзиттәрҙә.

Бөйөк Ватан һуғышы геройы Көнәфин Шәмсетдин бабайҙың батырлығын халыҡҡа еткерҙе, алынмай ҡалған Ҡыҙыл Байраҡ орденын балаларына тапшырыуҙы йүнләште.

Әсәй менән гөрләтеп донья көттөләр. Баҡса эшен яратты. Ҡура тулы мал булды. Етмеш йәшенә тиклем кәбән һалды. Һикһәнде үткәс тә бесән сапты, утын ярҙы. Ейән-ейәнсәрҙәрен ныҡ яратты, ярҙам итте. Ғүмере буйы ҡулынан гәзит –журнал, китап төшмәне. Һуңғы йылдары күҙлектәр ярамай башлағас, лупа менән уҡыны. Лупа ла ярҙам итмәгәс, беҙҙән уҡытып тыңланы.

- Баласаҡтан уҡырға яраттым, – тип һөйләй ине. – Ай яҡтыһында тәҙрә төбөндә ултырып уҡый инем. Әкиәттәрҙе ышанып уҡыным. Гулливер сәйәхәтен уҡығас, мәктәптәге донья картаһында Австралия тирәһенән Лилипутия, Великандар утрауҙарын эҙләй инем.

Йәштәр спектакль ҡуйһалар, шаршау артында шәм тотоп суфлер булып ултырҙым. Бер шулай йәштәрҙең уйнағанын ҡарап ятып йоҡлап киткәнмен.Төн уртаһында уянып киттем. Клуб элекке мәсет бинаһында ине. Кеше, мәсеткә ен оялаған, тип һөйләй торған ине. Шуға ҡурҡып илап ебәрҙем. Илайым, илайым да, туҡтап, ен тауышы ишетелмәй микән, тип тыңлап алам. Тәҙрәнең бер өлгөһөн алып тышҡа сыҡһам, эргәмә таяҡ, һәнәк тотҡан кешеләр килеп баҫты. Магазин ҡарауылсыһы бабай, минең илағанды ишетеп, ен тип уйлап, кешеләр алып килгән икән. Борон кеше юҡ-барға ышаныусан, ҡурҡаҡ булды.

Порт - Артурҙа хеҙмәт иткәндә полк китапханаһында аҡ эмигранттарҙан конфискацияланған, революцияға тиклемге орфография менән баҫылған китаптар күп булды. Рус классиктарын: Толстой, Чехов, Достоевский, Тургеневтарҙың әҫәрҙәрен, сит ил классиктарын уҡып сыҡтым. Был миңә аҙаҡтан училищела, университетта уҡығанда ныҡ ярҙам итте.

Күршелә ҡарттар йорто асылғас, тышта, беседкала ултырған ҡарттарға барып гәзит уҡый. Шаяртып, алдап, үҙенән дә ҡыҫтырып ебәреп, көлдөрөп тә ала.

Кискә тыштағы эште тамамлап өйгә ингәс, беренсе һорауы шул була: «Бөгөн ни эш бөтөрҙөгөҙ?». Яуап алғас, икенсе һорау: «Иртәнге көнгә ниндәй пландар?»

Ғөмүмән, ул быуын кешеләренең әхлаҡи кодексы буйынса, кеше ғүмерен тик файҙалыэш менән үткәрергә тейеш. Бушты бушҡа ауҙарыу, күҙ буяу, урлашыу, алдашыу, мутлашыу, эрелек, дан артынан ҡыуыу кеүек сифаттар уларға хас түгел.

Хеҙмәттәштәре менән хатлашып, хәл белешеп торҙо. Алдымда фронтташ иптәштәренең бер нисә йыл элек яҙған һуңғы хаттары ята. Хеҙмәт иткән йылдарын, иптәштәрен иҫкә алалар. Бөтә нәмә һатыуға ҡоролған бөгөнгө ҡоролошҡа , эшһеҙлеккә, бер ниндәй маҡсатһыҙ , киләсәкһеҙ йәшәгән йәштәргә эстәре боша, яна.

Дәүләкәндән хеҙмәттәше Иван Козловтың хатынан өҙөк:

«... Да, друг, на нашу юность выпало немало испытаний. Мы справились с честью. Это верно, а иначе и не могло быть. Мы были воспитаны и воспитывались в рядах Красной Армии, тем временем, той идеологией, которая помогла стать нам, какими стали в последствии.

... Утром проснулся и не могу встать на ногу. Пью таблетки, однако толку никакого нет. Ну вот, друг. На этом разреши с тобой попрощаться. Всех благ тебе и твоему семейству. Крепко обнимаю. Однополчанин Иван Козлов».

Тыныс йоҡлағыҙ, ил ағалары.

Заһир ДӘҮЛӘТБИРҘИН.